– Ошо Фәнистең йортомо? Шуны ташлама, тип һоранымы?
– Эйе, сөнки был – беҙҙең төп йортобоҙ. Олатаһы уға бүләк итте. Бер ҙә үлер кеше кеүек һөйләшмәне.
Барҙала йәшәһәләр ҙә, ошонда ҡайтып йөрөй, ошонда ғына йәм таба Фәнис. Яуҙан ҡайтҡас ҡышын – эсен, йәйгеһен өйҙөң тышын тышлайым, түбәһен яңыртам, тигән хыялы ғына тормошҡа ашмаҫ... Улай тиһәң, быға тиклем буш торған өй эсе бөгөн йылы, ут яна, йәшәү тантана итә. Фәриҙә апай уны моғайын да улының әйткәнен тормошҡа ашырып, Фәнистең бер иҫтәлеге итеп, ҡулынан килгәнсе тышлап матурайтып та ебәрер. Кем белә, бәлки, бында геройҙың музейы ла булыуы бик мөмкин. Олатаһы Мәғдән Фәнисте йәненән артыҡ күреп, яратып ҡына үҫтерә. Шуға мираҫ итеп йортон ҡалдыра ла. Заманында ул ейәненә машина ла бүләк итә. “Атайым менән әсәйем Фәнисте беҙҙән, балаларынан да, артыҡ күргәндер. Фәнисем, Фәнисем, тип кенә торҙолар”, – тип иҫләй Фәриҙә. Олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫкән баланың күңелендә барыбер изгелек нурҙары күберәк була ул. Шуға Фәнистең һөймәлекле, көләкәс булыуы ошо оло һөйөү ҡосағында үҫеүендәлер ҙә. Бала саҡта наҙ күргән баланың йөҙө яҡты була, тиҙәр бит. Өләсәһе күптән мәрхүмә инде. Шаянлығы менән егет уға оҡшаған шикелле. Бәләкәй сағында китапхананан китаптар алып ҡайтып өләсәһе менән уҡырға ярата малай. Ижади һәләтле Ирада апай үҙе лә, ейәне кеүек (әллә киреһенсәме), тиҙ генә берәй нәмә уйлап табыр булған. Күрше-тирәләге бар бала-сағаны йыйып алып, әкиәт уҡыһындармы, тәмлекәс бешерһендәрме йә Яңы йыл байрамы осоронда һәр балаға төрлө йәнлек костюмдары текһенме – өләсәй үҙе балаға әйләнеп саф күңелдән бирелеп башҡара был изге эштәрҙе. Инша яҙырға йә һүрәт төшөрөргә булһа ла уның янына йүгереп инә ҡыҙҙар-малайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡай саҡ уҡытыусылар һиҙенеп, был билдә Ирада апаға, тип дәфтәргә яҙып та ҡайтаралар. Шул осорҙо иҫләп Фәриҙә менән Мөнирә апай йылмайып та ҡуйҙы. Олатаһы иһә ейәнен һәр саҡ батыр, тырыш егет итеп күргеһе килә. Ғүмереңде оло эштәргә бағышла, итәғәтле, иманлы бул, тип өйрәтә. Барҙаға килеп, Фәнистең дәрестәренә инеп ултырыуын һөйләгәстәре, аптырап киттем, һоҡланып та ҡуйҙым. “Иртә менән барып иң арттағы партаға барып ултыра, тыңлай, уҡытыусыларынан һораша. Шунан икеһе бергә йылмайып ҡайтып инәләр. Уҡыуы, шөғөлдәре менән ҡыҙыҡһынды, тәртипһеҙләнеп китмәйме, тип ҡарап ҡына торҙо ул”, – тип иҫләй ҡыҙы бөгөн. “Үҙ балам да былай уҡ ҡәҙерле булмағандыр ул, ти торғайны Мәғдән абзый. Аҡса йыйып машина ла алып бирҙе”, – Мөнирә апай тәҙрәнән оҙаҡ ҡына тышҡа ҡарап ултыра.
Туҡһанды ҡыуған Мәғдән бабай Илмәк ауылында бөгөн, Рәмиә ҡыҙы һәм кейәүе ҡарамағында. Ятып ҡына тора, сирләй. Йәнде өшөткәне шул: һоҡланғыс олатай яратҡан ейәненең был яҡты донъяларҙа юҡ икәнен белмәй ҙә. Уға Фәнистең үлеме хаҡында әйтергә телдәре бармай ҡыҙҙарының. Ишетһә, шунда уҡ йән бирәсәк атайым, тип тағы ҡулъяулығына тотона Фәриҙә. Һиҙенә шикелле, шылтыратығыҙ әле балама, уның хәле ауыр шикелле, шылтыратығыҙ әле, тип ята, ти, Мәғдән бабай.
– Йыназаһына ла әйтмәнегеҙ инде.
– Юҡ инде, йәшерәбеҙ. Телефондарын ҡарап, радио-телевизорҙарҙы һүндереберәк тотабыҙ. Ишетеп ҡалыр, тип... Ҡырҡы үткәс бында алып ҡайтырбыҙ, тимен.
– Фәнисте эштә тип белә ул, бахырың, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай.
– Ишетһә, сыҙай алмаҫ. Эйе, сыҙай алма-аҫ, – ҡалын тауыш менән уфтанды Хәлил ағай.
Фәриҙәне баяғы телевизор эргәһендә уралған егеттәр саҡырып алғас, Фәнистең тәүге уҡытыусыһы менән танышам. 1 – 4 синыфта Яңы Ҡайпанда уҡытҡан Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы Хазипова.
– Фәнис бик һөймәлекле, гел йылмайып торған, ҡыйыу, оялмаҫ кескенә малай булды. Шуҡ та, шаян да ине, тик тәртипһеҙ булманы, бер кемде лә ҡыйырһытманы. Уҡыу буйынса тырыш, йырға, бейергә әүәҫ. “Әлифба байрамы”нда өйрәнгән йырҙарҙы бик оҙаҡ йырлап йөрөнө, эстән дә, ҡай саҡ ҡысҡырып былай ҙа. Әйтәм бит, оялмай ине ул, ҡыйыу, үткер һүҙле булды. Класта бар ҡыҙыҡ хәлдәр Фәнистән сыға ине. Көтмәгәндә генә ҡыҙыҡ итеп әйтеп ҡуя ине. – Сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы мөғәлимә. – Өсөнсө-дүртенсе класта тәнәфес ваҡытында, әйҙәгеҙ, малайҙар, тип төркөмдө алып сығып та китә ине, эйәрәләр ине артынан. Лидерлыҡ сифаты бар ине.
Фәнис, бәлки, класта атаман, әүҙем лидер ҙа булмағандыр. Ундай сифаты ярылып та ятмағандыр, ләкин уның кеүек һөймәлекле заттар барыһын да үҙенә йәлеп итергә, артынан эйәртергә һәләтле. Һәм бар ғәм уға ынтыла. Сөнки ул ирекле, һәр йән иреккә, азатлыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыусан бит. Ана шул нур Фәнистә булған, шуға ул үҙе лә һиҙмәҫтән иғтибар үҙәгендә була торғандыр. Лидер мотлаҡ ҡайҙалыр әйҙәүсе, алға сығып дөйөм фекерҙе еткереүсе генә түгел, ә иң тәүҙә, минеңсә, төркөмдө бер “йоҙроҡҡа” туплаусы ул, тип уйлап ултырҙым уҡытыусы һөйләгәндә. Ана шул Фәнистең үҙен һәр саҡ иркен тотоуы балаларҙың бер-береһенең дә, уҡытыусы менән дә араларын яҡынайтҡандыр. Уҡытыусы фотолар күрһәтә. Беренсе синыфта тәүге ҡыңғырау мәле, барыһы теҙелешеп баҫып төшкән. Синыфта һигеҙ бала – ете малай, бер ҡыҙ. Бәләкәй генә Фәнис. Унда ла ул донъяла иң бәхетле кеше булып йылмайып, балҡып тора.
– Ҡыҙыҡ мәлдәре булғандыр?
– Булды. Яңы йыл байрамында клоун булып кейенә торғайны. Өләсәһе оҫта ине, һәр саҡ үҙе тегеп кейҙерҙе. Мәҙәк тигәндән, мәктәптә линейкаға сығып теҙелеү йолаһы бар. Дүртенсе синыфтағы бер уҡыусы бүлмәгә килеп инде лә, Айһылыу Мөҙәрисовна, линейкаға сығырға ҡуштылар, тине. Шул ваҡыт Фәнис парта өҫтөнән линейкаһын күтәреп алды ла, апа, быны ла алырғамы, тине. Юҡ, юҡ, Фәнис, линейка алмайбыҙ, үҙебеҙ сығабыҙ, тинем. Линейканан ингәс класс сәғәтендә линейканың нимә икәнен аңлатырға тура килде. Ул йыйылыш, барыбыҙ ҙа бер сафта, бер һыҙыҡта булырға тейешбеҙ, тип аңлаттым. Линейкаһын тотоп әле лә күҙ алдына килеп баҫа бәләкәй генә Фәнис.
Өсөнсө-дүртенсе синыфтамы икән, уҡыу дәресендә шиғырҙар бирә башланым. Класта ике Хөсәйенов ине. Фәриҙә апаның бер туған ағаһының улы Алгиз исемле. Икеһе бергә уҡыһын өсөн дә, бәлки, Фәнисте Ҡайпан мәктәбенә биргәндәрҙер. Алгиз – беренсе партала, ә Фәнис арттараҡ ултыра инде. Алгиз парта араһына баҫып шиғыр һөйләй башланы ла, бер юл әйткәс, артҡа боролоп ҡараны. Фәнис шул ваҡытта уҡ, йәһәт кенә, Айһылыу Мөҙәрисовна, ҡара әле, Алгиз, әйтеп ебәрмәҫме икән, тип миңә ҡарай ҙа ул, тине. Көлөп ебәрҙем инде. Ана шулай тиҙ үк хәбәрен таба, оялмай, ололар кеүек һүҙен әйтеп ебәрә ул.
Олатаһы-өләсәһе менән йәшәне. Иртән килеп улар тураһында ла матур итеп һөйләр ине. Олатаһының дәрестәргә килеп ултырған саҡтары булды. Ата-әсәләр йыйылышына Фәриҙә апай ҙа килеп йөрөнө, ҡыҙыҡһынды. Әсәһен яратып һөйләр ине, каникулға килеп ала, мин Барҙаға барам, тип шатлығы менән уртаҡлаша. Һеңлеһе Ынйы тыуғас, оло шатлығы менән уртаҡлашыуы иҫтә. Һеңлем тыуҙы, Ынйы тип ҡушабыҙ, матур исемме, тип һөйөнөп торғаны һаман күҙ алдында.
Шул осорҙа Айһылыу кейәүгә сыға. Һәр көн тормош иптәше йәш кәләшен Тәтешленән килтереп ҡуя, алып ҡайта. Яңы еҙнә менән иң тәүҙә Фәнис таныша. “Һин беҙҙең апаның ире, мин беләм. Донъяла иң матур ҡыҙ – беҙҙең апа, мин дә уны кәләш итеп аласаҡмын, үҫкәс”, – тип күрешә ул. Һуңынан кластың бар “егеттәренең” яҡшы дуҫына әйләнеп китә яңы кейәү. Уҡытыусы кейенеп сыҡҡансы Фәнис командаһы уның янына ашыға, улар уның матайын ҡарай, хәбәрҙәрен һөйләп өлгөрәләр шул арала. Ихластар инде. Кемдер көндәлеген күрһәтә, кемдер шиғыр һөйләй. Фәнис ана шулай һәр кем менән тиҙ үк уртаҡ тел таба, бөтөнләй ят кешене лә үҙенә ылыҡтыра ала.
– Был класс менән яратып, күңелле эшләнем. Яратып килә торғайным, – тип һүҙен дауам итә Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы. – Ул ваҡытта Яңы Ҡайпанда балалар баҡсаһы юҡ ине. Шуға уҡыусыларым бер-береһен һағынып, юҡһынып килгәндер мәктәпкә. Әкиәт донъяһы булды ғүмеремдең ул осоро.
Кейәүгә сыҡҡансы Ҡайпанға йәйәүләп төшә инем. Бер көн, юлда Ҡыш бабайҙы осраттым, тим балаларға. Ҡайһы бала яҡшы уҡый, шуның парта аҫтына бүләк һалырмын, тине, тим. Былар тырышып уҡый башланы, көн дә парта аҫтын ҡарайҙар. Яңы йыл етәрәк, уйынсыҡтар-күстәнәстәр һатып алдым да, һәр береһенең парта аҫтына һалып сыҡтым. Иң ныҡ шатланғаны Фәнис булды. Барыһы ла һөйөнгәндер, әлбиттә. Ләкин Фәнистең шатлығы бар донъяға түгелеп китә ине, йөҙөнә, күҙенә, бар булмышына сыға ине уның. Бер генә ҡыҙ бит инде, уға заколка ла ҡыҫтырҙым. Фәнис аптырай, Ҡыш бабай хатта Зилиәнең ҡайҙа ултырғанын да белгән, хәтәр икән был Ҡыш бабай, уға бит бер ҙә машина һалмаған, ти. Шунан үҙенсә һығымтаға килеп, ә, ҡыҙҙар рюкзагынан таныған инде Ҡыш бабай, тигән булды. Шундай күҙәтеүсән һәм сабыйҙарса сафлыҡ бар ине ул балаларҙа.
Яңы йыл кисәһендә клоун булып йөрөгән Фәнисте күҙ алдына килтерәм дә, көлкөм дә килә, уйланам да... Тик ул клоун булманы, Фәнис тәү ҡарашҡа ғына шулай шуҡ булғандыр, ә ул шаянлыҡ артында күпме һағыш, күпме һыҙланыуҙар ятҡанын ул үҙе генә белгәндер. Шуҡлығы уның, бәлки, битлеге-ҡабырсағылыр, эсендәге ысын кисерештәрен йәшерер өсөн. Тәү ҡарашҡа ҡурҡмаҫ һәм мәҙәк Үлмәҫбай- Василий Теркин кеүек күренһә лә, мин уны аса барған һайын уның оло йөрәкле ысын “мужик һәм брат” икәненә төшөнәсәкмен.
– Сентябрь айында батырлыҡтарын ишеттем. Был минең уҡыусым, тип ғорурландым. Ғәҙәти ябай ауыл малайы – шундай ҙур герой. Әле лә ғорурланам. Һуңғы тапҡыр 28 сентябрҙә күрештек. Һалдаттарҙы оҙатҡанда, халыҡ араһында күреп ҡалдым да, бара башланым. Әллә ҡайҙан танып ҡалып, Айһылыу апа, тип ҡосаҡлап алды. Балаҡайым, тағы китеп бараһың икән, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде, тинем. Фотоға төштөк. Үлгән хәбәрен ишетеп... ҡойолоп төштөм, бик ауыр булды. Әле лә ышанғым килмәй.
... Раббым, Аллам, ожмах ишеген ас,
Фәнис атлы изге балаға.
Күпме генә ғүмер йәшәп китте,
Оло даны ҡалды донъяға.
Раббым, доға ҡылып һорайым һинән,
Сабырлыҡ бир Фәриҙә апайға.
Шундай ҡыйыу батыр үҫтергән ул
Беҙҙең илгә, бөйөк Ватанға! – үҙе яҙған шиғырҙы уҡытыусы ҡалтыранып-ҡалтыранып китеп уҡыны.
– Эй, сабырлыҡтар бирһен Хоҙайым, – тип ҡуйҙы Мөнирә апай. Мин уның янына ултырам. Шулай уҡ яҡшылап танышам.
Мөнирә Муллаәхмәт ҡыҙы Саяпова. Бер йорт аша күршеһе.
– Олатаһы, өләсәһе менән ут күрше булып йәшәнек. Фәриҙә бәпәй алып ҡайтҡас, барыбыҙ ҙа мөғжизә көткәндәй һөйөндөк. Фәнисте беренсе булып мунсала үҙем йыуындырҙым.
Хәлил абзыйҙың ҡалын тауышы тағы ла һиҫкәндереп ебәрә:
– Тарихи ваҡиға был.
Апай дауам итә:
– Ҡыйыу бул, үткер бул, етеҙ бул, аталы-әсәйле бул, тәүфиҡлы бул, тип изге теләктәр менән йыуындырҙым. – Бер аҙ тынлыҡтан һуң: – Оҙон ғүмерле бул, тип тә теләгәнмендер. Әйткәнменде-ер, – тип һуҙҙы. – Хоҙайымдың амин тигән сағына тура килмәнеме? Әйләнә лә тулғана, әллә ниҙәр булды шул донъяға... Күҙ алдында үҫте. Беренсе бала булғас, янына йыш инә инек. Үҫә башлағас, беҙҙең балаларға эйәрә башланы. Уның тураһында нимә әйтергә инде, ысынлап та ҡыйыу, үткер, етеҙ, мөләйем, ауыҙы ябылмай ине инде. Ихлас ярҙамсыл ине, картуф алыу тиһеңме, бесән мәле булһынмы, көрәк йә һәнәк тотоп килә һалып етә. Үҙ балабыҙ кеүек булды инде беҙгә. Шуға бигерәк ауыр. Әрмегә бергә оҙаттыҡ.Ҡаршы алыуҙар...
– Ҡайҙа хеҙмәт иткән ул?
– Абхазияла Цхинвалиҙа хеҙмәт иткән, снайпер ине. – Ирҙәр тауышы тағы ла яңғырап китте. – Унан да дан менән ҡайтҡан ул. Туғыҙ класлы малайға кесе сержант званиеһын юҡҡа бирмәгәндәр инде ул. Әрменән ҡайтҡас СПТУ-ны бөтөрҙө. Характеристикаһы бик һәйбәт ине.
– Никахтарында булдыҡ, бер ваҡиға ла беҙҙе ситләп үтмәне. Бергә йәшәнек. Эй, йәшәүгә өмөтө ҙур ине. Өй ҙә ҡарайым, беренсеһе йәшлек хатаһы булдымы, яңынан кәләш алам, донъя көтәм, тигән ышанысы ҙур ине...
Мөнирә апай Фәнисте яратып күп һөйләне. Улар араһында хәтерҙә ҡалырҙай, киләсәктә егетте ҙур батырлыҡтарға алып килер бер һәләтен телгә алды: техника телен аңлауы:
– Уның бер иҫ киткес бер шауҡымы, тылсым көсө бар инеме икән, оҫталыҡмы, белмәйем, ул һис ҡуҙғалмаҫ тракторҙы ла көйләп, терелтеп алып китер ине. Матаймы ул, трактормы, машинамы, ултырып сыға ла китә ине. Техниканы ныҡ белде, һис тә аптыраманы. Ремонтларға булһа ла, телен белә, асҡысын таба ине. Колхозда комбайнда ла, тракторҙа ла эшләне.
Юҡтан ғына дошман БТР-ын йүгәнләмәгән икән, тигән уй үтә башымдан.
Хәлил абзый менән танышам. Егет тураһында нимә беләһең, һөйләйһеңме, ағай, тигәйнем, ул:
– Бында түгел, хәҙер МТМ-ға менгәс, унда булыр “мужской разговор”. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында түгел, – тигәс, һағайып киттем. Фәнис тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөнө, интернетта ла, былай ҙа: төрмәлә ултырған, шуға һуғышҡа ҡасҡан, герой исемен шуға бирмәйҙәр...
– Ярай, тим, ярай, ирҙәрсә һөйләшербеҙ.
Фәриҙә бушап тағы беҙҙең янға килеп ултырҙы. Телевизор тейешле каналдарға барып тоташты ахыры, унда йәнһүрәт башланды. Әминә менән Ынйы зәңгәр экранға уҡталды. Эй, сабый, диванға ултырып, бар донъяһын онотто. Беҙҙә – башҡа хәстәр, башҡа хәсрәттәр.
– Мин дә интернеттан, башҡа сығанаҡтарҙан Фәнис Хөсәйеновҡа ҡағылышлы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙым. Уның фотоһына ҡарап, бындай нур һибеп торған ҡояштай ир һис тә үлмәҫ, уға пуля үҙе тейергә оялыр, тип фаразланым. Беҙҙең еңеүҙең, беҙҙең эштең хаҡлы икәнен аңғартҡан бер символ кеүек ине ул миңә, – тинем барыбыҙ ҙа тынысланғас.
– Беҙ ҙә ышанманыҡ. Уны уҡ алыр кеүек түгел ине. Ҡайтып кергәнсе ышанманыҡ, беребеҙ ҙә, – Мөнирә апай тағы тәҙрәгә ҡарап алды.
– Әллә ул булманы микән. Айһылыу Мөҙәрисовна менән әле фотоларын яҡынайтып ҡарап ултырҙыҡ. Миңе ул яҡта түгел кеүек. – Эй, әсә. Һаман ышана, һаман мөғжизә көтә.
– Беләгенә “Наилә” тип яҙылған, ныҡлап ҡараныҡ, тинеләр бит, – Мөнирә апай, ғәҙәттәгесә, тын ҡала алманы. Шулайҙыр ҙа бит, их, күрше апай, кешене һаман шул өмөт йәшәтә бит.
– Йөрәк яһап ҡатынының исемен яҙғайны. Яратышып ҡауышҡайнылар ҙа... Таныр өсөн билдә булып сыҡты.
Ысынлап та әрменән ҡайтҡас Наилә исемле ҡыҙ менән танышып, яратышып өйләнешәләр. Илмәк ауылында йәшәйҙәр. Әминә исемле ҡыҙҙары тыуа. Тик... юлдары айырыла йәштәрҙең, хәҙер ҡатын башҡа ирҙә. Мөнәсәбәттәре бик һәйбәт, Фәриҙә киленен яратып һөйләй: “Әни тип кенә тора. Шылтырата, хәлде белә. Әни, үҙеңде ҡара, һин миңә, Әминәгә кәрәкһең әле, тигән була. Йыназа ваҡытында өс көн бында булды. Йүнле йоҡо ла эләкмәне. Рөхсәт иткәс, иптәше һәйбәттер, тип ҡуйҙым инде”.
– Үҙем күрҙем, яурынында БРО??() билдәһе ҡара ябалаҡ төшөрөлгәйне, Фәриҙә, икеләнеп ултыраһы түгел, – Хәлил ағай шым ғына әйтеп ҡуйҙы.
Мөнирә апай Фәнисте күҙ алдына килтереп ултырҙымы:
– Ул ана шул ярғанат кеүек етеҙ булды. Ултырып һөйләшмәне, тик тора алмай торғайны. Беҙгә лә биш минутҡа ғына инеп сыҡты. Һәр саҡ ҡабаланды. Ғүмере ҡыҫҡа булырын тойғандыр, – тип ҡуйҙы.
– Йәне бигерәк тынғыһыҙ ине. Беҙҙә лә өҫтәл артында тыныс ҡына ултырып ашай алмай ине.
Үҙ-ара һөйләшеп, иҫкә алып ултырыу шулай ҙа күңелде тынысландыра ла икән. Фәриҙә апайҙың күҙҙәре бер сама янып киткәндәй булды. Юлдан килгәндәр, сәй эсерәйек әле, тип бер нисә тапҡыр ҡалҡынды. Сәйенә өлгөрөрбөҙ, тип туҡтатып ҡуям. Йәнле әңгәмәне һис тә туҡтатҡым килмәй, Фәнис хаҡында, киреһенсә, күберәк белгем килә.
– Видеоларын ҡарай инегеҙме?
– Тәүҙә миңә күрһәтмәнеләр ҙә. Һуңынан үҙе беренсе барыуынан ҡайтҡас ҡына, кемдер анау атышҡан видеоһын күрһәтте. Аллам, Хоҙайым, әллә ысынлап унда атышып ятаһығыҙмы, тинем аптырап. Юҡ, әнекәү, мин мультикта йөрөнөм, анекдот тыңлап шунда, тип көлә. – Әсә кеше, ниһайәт, йылмайып ебәргән булды. – Үҙе миңә видео-фәләндәрен күрһәтмәне. Бына шундай ерҙән иҫән ҡайттым, тине генә. Яу тураһында ла һөйләмәне. Мин дә алай һорашманым.
Мөнирә апайҙың да йөҙө теремекләнеп китте.
– Минең малай ҙа, Фәнистең әсәһенә күрһәтмә, тине. Ул БТР тигәнендә йөрөгәнен генә күрһәтте. Эсендә, бик майламағандар быны, майлап алаһы бар әле, тип ултыра ине. Ул БТР эсендә ултыра, уны төшөрәләр. Ҡурҡынысыраҡтарын күрһәтмәй ине. Бер “Жигули”ҙа китеп бара. Үҙе көйләп алғанмы инде уныһын. Унда ла машиналарҙы ремонтлап хитланған ҡый.
– Шуныһы үкенес, ҡотҡарған генералын төшөргән видеоһын юғалттым. Был баланы нисек таптың, ҡайҙан таптың, был бит кеше кеүек түгел, кеше-үрмәксе, тип шаҡ ҡатып илап ултыра инде ҡотҡарған генералы.
– Һеҙ уны күрҙегеҙме ни?
– Телефонымда бар ине. Видеола Фәнисте оҙатырға әҙерләнәләр ине унда. Үҙҙәренсә өҫтәл әҙерләгән булғандар.
– Генералдың исем-шәрифе билдәлеме ул?
– Кем генә белһен инде. Ана шул генералдың видеоһы бар ине. Хәҙер юҡ. Әллә Фәнис үҙе алып ташланы, әллә үҙем телефондың хәтере тулып киткәс таҙартҡанмын. Хәҙер үҙенең телефонын көтәбеҙ инде.
– Телефон, әйберҙәре ҡайтып етмәгән инде?
– Юҡ. Ҡайтып етерме инде. Паспорты ла юҡ әле.