1894 йылда тирә-яҡта билдәле Сафуан имамдың Әхмәтҡужа улы менән Хәҙисә килене ғаиләһендә ейәне тыуа. Белем, ғилем батшаһы булһын тиеп, бәпескә Әбүталип тип исем атайҙар, оҙон ғүмер юрайҙар.
Ата-бабаһының юлын ҡыуып йәшәр урында, теүәл егерме йылдан егетте Беренсе донъя һуғышына алалар. Өс йыл әрмелә йөрөй ул. Алыш ваҡытында немецтар ағыулы иприт газын ҡулланғас, беҙҙең күп һалдаттар ҡырыла. Әбүталип, ныҡ ағыуланып, Смоленск госпиталенә эләгә, унда оҙаҡ ҡына дауалана.
Ул арала 1917 йылғы Бөйөк Октябрь революцияһы була, Граждандар һуғышы башлана. Әбүталип госпиталдән туп-тура Семен Буденный етәкселегендәге Беренсе атлы ғәскәр сафына баҫа. Семен Михайлович уны шәхси ординарецы итеп ала, башҡорттарҙың ат йәнле икәнлеген белеп, үҙенең дөлдөлөн ҡарарға ышанып тапшырып ҡуя.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әбүталип йәнә йәрәхәтләнә. Дауаланғас, демобилизацияланырға ваҡыт етә. Өйөнә ҡайтыр алдынан командарм Буденный үҙенең ординарецына хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы тураһында белешмә яҙып бирә. Аҙаҡ был ҡағыҙҙың бик кәрәге тейә.
Шул ваҡытта госпиталдәр буйлап большевик агитаторҙары йөрөй башлай. Улар һалдаттарҙы Уралда атаман Дутов һәм Колчакка ҡаршы һуғышҡан Василий Константинович Блюхер етәкселегендәге ғәскәр сафына саҡыра.
Әбүталип тыуған яҡтарына ҡайтыр өсөн генә Блюхер армияһына яҙыла. Башҡортостанға барып еткәс, ҡара көҙҙә ҡыҙылдар отряды Стәрлетамаҡ янында ҡамауҙа ҡала. Аҡтарҙың көслө ут ямғыры аҫтында окоптан баштарын да ҡалҡыта алмайҙар. Төнө буйы һыулы ерҙә яталар. Иртәнсәк аҡтарҙың һөжүме кире ҡағыла, тик байтаҡ һалдат туңып үлгән була инде. Тереләрҙе тикшереп йөрөгән ҡыҙылармеецтар Әбүталиптың аяғы ҡыбырлағанын күреп ҡала. Ергә ҡуша туңған кәүҙәһен штыктар менән соҡоп сығарып, уны госпиталгә ебәрәләр. Ныҡ ҡына һыуыҡ тейҙергән һалдатты артабан өйөнә ҡайтаралар.
Әммә барлыҡ Башҡортостан биләмәһендә яу барған була. Күп ерҙә аҡтар хакимлыҡ итә. Тыуған ауылына юлланған һалдат, башы етеп, ҡыҙылармеец формаһын алмаштыра, Буденный биргән ҡағыҙ киҫәге-белешмәне итек табанына йәшерә. Әммә кителен өҫтөндә ҡалдыра. Ошо уны харап итә яҙа ла инде.
Баймаҡ районының Темәс ауылынан алыҫ түгел Билал янында уны атлы бабай менән әбей толопҡа төрөп санаһына ултыртып ала. Ҡайтып етергә күп тә ҡалмаҫтан, Буҙыҡай ауылы эргәһендә, ҡаршыларына биш атлы казак осрай. Яндарынан сабып үткән аҡтарҙың береһе кире әйләнеп килә лә юлсыларҙы туҡтата, ҡайҙа барыуҙарын һораша. Шунда ул толоп аҫтынан ҡыҙылармеец кителен күреп ҡала. Башҡа иптәштәрен дә саҡырып ала...
Әбүталиптан һорау ала башлайҙар. Ҡышҡы һыуыҡта эске кейемгәсә сисендерәләр. Шунан йырын буйына алып барып атырға булалар. Шул ваҡытта яндарына ауылдың оло йәштәге ҡарты килә лә язаны кисектереүҙәрен үтенә. Хоҙайҙың рәхмәте, аҡтар ни өсөндөр уның һүҙенә ҡолаҡ һала.
Әсирҙе һаҡ аҫтында уның тыуған Амангилдеһенә алып барып, ваҡытлыса карцерға әйләндерелгән өйгә бикләп ҡуялар. Ауылда аҡтар штабы урынлашҡан була. Тирә-яҡтан ҡыҙылдарға ярҙам иткән һәр кемде бында алып килеп язалап үлтергәндәр.
Хәҙисә әрменән ҡайтып килгән улын тотоп алып, карцерға ул-тыртҡандарын белеп ҡала ла казактар етәкселегенә баш эйеп бара. “Ниндәй һуғышсы булһын инде ул? Ҡарағыҙ, бөтөнләй ауырыу бит, йәшәренә күп ҡалмаған”, – тип үтенеп-ялбарып улын иреккә сығартыуға өлгәшә. Шулай Әбүталип өсөн һуғыш тамамлана.
Һуғыш тамамлана, аслыҡ башлана. Ғүмере булғас, уны ла имен үткәрә ул. Әммә иприт менән ағыуланыуҙан һәм һыуыҡ тейҙереүҙән ғүмергә үпкә сирле булып ҡала. Шуға күрә, 1937 йылда Ҡырымға шифаханаға дауаланырға ла бара. Килешкәндер, 1941 йылда тағы шунда юллана. Поезға ултырғас, төндә төш күрә. Имеш, тыуған Амангилдеһе янындағы Бабаш тауы Ҡыҙыл йылғаһына шыуып төшкән. Йылға быуылып, ауылды һыу баҫыр тип ҡурҡып, ҡысҡырып уяна ул. Янындағы юлдаштары уның әсе тауышына аптырап, нимә булғанын һораша башлай. Төшөн һөйләп, ниндәйҙер яман хәл буласағын күрәҙәләп, Әбүталип ярты юлда поездан төшөп ҡала.
Өйөнә ҡайтып етеүгә, Германияның Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлағанын хәбәр итәләр. Әбүталип аҙаҡ йыш ҡына ошо төшөн хәтергә төшөрөп, әгәр шунда Ҡырымға барһа, хәрби хәрәкәттәр солғанышында ҡалып, тыуған еренә әйләнеп ҡайтыу форсаты теймәү ихтималын да һөйләр булған.
Граждандар һуғышынан һуң Әбүталип Рысҡужа ауылынан Шәһиҙә Сәғәҙи ҡыҙы Баһауетдиноваға өйләнә. Тыуған балаларының туғыҙы йәшәп китә, етәүһе бәләкәй сағында вафат була. Ләкин 1948 йылда ҡатыны ла баҡыйлыҡҡа күсә. Был ваҡытта өлкән ҡыҙҙары Рәшиҙә инде кейәүҙә булһа ла, башҡалары әле башлы-күҙле түгел шул. Кеселәре Әғләмгә ни бары өс йәш. Ир-уҙаман тағы ла өс тапҡыр өйләнә. Тәүге ҡатындарҙы балалар үҙһенмәй. Һуңғыһында Ниязғол ауылынан Йәмилә Сөләймән ҡыҙын кәләшлеккә алып ҡайта. Ул ҡатынынан йәнә өс сабый тыуа. Шулай ҙур ғаилә башлығы булып китә ул. Балаларының бөтәһенә лә күркәм тәрбиә бирә, барыһын да уҡыта Әбүталип. Күптәре юғары белем ала.
Бында уның Граждандар һуғышы осоронда Буденныйҙың ординарецы булыуы ла ярҙам итә. Теге итек табанында алып ҡайтҡан белешмәне тынғыһыҙ дәүерҙә ул ситкәрәк алып ҡуйған була. Шул хәтлем ныҡ йәшерә ки, хатта аҙаҡтан таба алмай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, донъялар яҡшырғас, йорт түбәһен яңыртып япҡанда ғына килеп сыға ул документ.
Был белешмәне улы Әсхәл аша рәсмиләштергәс, Әбүталиптың пенсияһына өҫтәмә тәғәйенләйҙәр. Бығаса 16 һум ғына алып йәшәгән элекке һалдатҡа 500 һумдан ашыуыраҡ пенсия түләйҙәр! Ошо аҡсаға ул ғаиләһен етеш йәшәтә. Балалары, ейәндәре ҡарттың өйөндә аҙыҡ-түлектең тоҡлап-йәшникләп ултырыуын, бер ҡасан да асыҡмауҙарын әле лә хәтергә ала.
Әбүталип үҙе лә бөтмөр, йүнсел кеше була. Гел генә яҡындағы Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына баҙарға йөрөп кәсеп итә. Уның өлкән ҡыҙы, өләсәйем Рәшиҙә һөйләүенсә, ғаилә бик хәлле була.
– Картуфты күп сәстек. Ныҡ ҡаты, талапсан атайым өйҙә юҡта ауылдаш ҡатындар беҙгә тамаҡ хаҡына ялланып килә торғайны. Кеше йәнле әсәйем уларҙы йәлләй ҙә, хужалыҡтағы ваҡ-төйәк эшкә ҡуша. Яҙғыһын һәр береһенә берәр биҙрә картуф биреп, ошоно алып ҡайтып сәсегеҙ, ҡышҡылыҡҡа ризыҡлы булырһығыҙ, ти торғайны. Тик күрше-тирәләге ҡатындарҙың ғаиләһендә ул аҙыҡты ашап бөтәләр ҙә, улар тағы эш һорап килә ине... – тип һөйләне ул.
Ысынлап шулай булмаһа, ғаиләләге баш бала кейәүгә сыҡҡансы бер ҡара эш күрмәй, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ шикелле йәшәй алыр инеме икән?! Үҫмер сағы һуғыш мәленә тура килгән Рәшиҙә көнөнә алты-ете күлдәген алмаштырып кейеп, сәс толомдарын шунса уҡ таҫма менән алмаш-тилмәш үреп, уйнап ҡына буй еткермәҫ ине лә баһа. Хатта бер мәл көлкөлө хәлгә ҡалғанын да ҡыҙыҡ итеп хәтергә алғайны ул:
– Бригадир өй буйынса "субботник"ка саҡырып йөрөнө. Үҙем йыйынам, үҙем уныһы нимә икән һуң, берәй байраммы әллә, тип уйлайым. Ишеткән нәмәм түгел. Һайлап иң матур күлдәгемде, түшелдерегемде, хром итегемде кейҙем дә киттем. Барһам, уныһы миндек бәйләү өмәһе икән. Ауыр түшелдерек тағып алғас, күп тә үтмәй тирләп, арып хәлдән тайҙым. Аптырап, сисеп, ситкә һалып тороп, эшләп ҡайттым...
Әбүталип ҡарт бөтә балаларына ла мәктәптән һуң артабан уҡырға мөмкинлек бирә. Теләгәндәре ҙур ҡалаларға урта махсус, юғары белем алырға китә. Бөгөн уларҙың күбеһе гүр эйәһе, әммә балалары, ейәндәре, бүләләре, нәҫелдәрен арттырып, матур итеп донъя көтә.
Буденный ординарецының 1928 йылғы ҡыҙы Рәшиҙә 11 бала табып үҫтереп, “Герой-әсә” миҙалына лайыҡ була. Һуғыш бөтөр-бөтмәҫтән, 1944 йылда, фронттан яраланып, инвалид булып ҡайтҡан күрше Үтәгән ауылы егете Фауариз Йәнбирҙингә кейәүгә сыға.
Уларҙың 1946 йылғы өлкән ҡыҙы Зөлхизә Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлағас, Сибай ҡалаһына йүнәлтмә ала. Һәм ҡаланың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ярты быуат тиерлек – 16 йыл участка терапевы, 20 йылдан ашыу баш табип урынбаҫары булып, пенсияға сыҡҡас, 14 йыл көндөҙгө стационарҙа эшләй. 74 йәшкәсә әүҙем сафта ҡала ул. Йәмәғәт эштәрен дә башҡара. 19 йыл ҡала Советы депутаты, һаулыҡ һаҡлау буйынса башҡарма комитет ағзаһы, "Белем" йәмғиәте лекторы була. Беренсе республика ҡатын-ҡыҙҙар съезына делегат булып та бара. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың "Почет билдәһе" ордены кавалеры. Электр механигы, тау инженеры булған ире Рәғиб Ибраһимов менән Роза исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Ул Сибайҙа мәктәптә педагог була, оҙаҡ ҡына ЗАГС бүлегендә эшләй, хәҙер – халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә баш эксперт. Зөлхизә Фауариз ҡыҙының өлкән ейәнсәре Динә Сибай институтында сит телдәр факультетын тамамлай, сауҙа өлкәһендә хеҙмәт һала. Тағы бер ейәнсәре Дарина көҙгә бишенсе класҡа уҡырға бара.
Рәшиҙә Әбүталип ҡыҙының икенсе ҡыҙы Зөлҡағиҙә 1949 йылғы. Йәшләй генә Уйылдан Вәлиевкә кейәүгә сығып, ике ул үҫтерә. Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы Ильинка ауылында йәшәй. Совхозда малсылыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фәнил улы Әбйәлил районының Сиҙәм ҡасабаһында йәшәй, водитель. Ҡатыны Луиза – мәктәп хеҙмәткәре. Ике улдары бар, өлкәне Айнур атаһының һөнәрен һайлаған, кесеһе Илнур Гусев мәктәбендә уҡыта. Зөлҡағиҙә Фауариз ҡыҙының кесе улы Фазыл буйҙаҡ, әсәһе менән бергә йәшәй.
Йәнбирҙиндәрҙең өсөнсө ҡыҙы Ғилминиса 1951 йылғы. Сибайҙа ауыл хужалығы техникумында уҡып сыға, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы, һуңынан Баймаҡ районының Иҫке Сибай хужалыҡтарында зоотехник, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләп, әле пенсияла.
Күмәк хужалыҡтың профсоюз рәйесе вазифаһын да башҡара. Ире Салауат Сәлихов менән бергә уҡып, бергә эшләп, өйләнешеп, Ришат һәм Азамат исемле улдар үҫтерәләр. Ришат ҡатыны менән Сорғот ҡалаһында йәшәй, тәртип һаҡлау органдарында эшләй, Рәзилә – балалар баҡсаһында музыка уҡытыусыһы. Азамат иһә Сибайҙа күсемһеҙ милек агенты булып эшләй, ҡыҙғанысҡа күрә, йәшләй вафат була. Уҡытыусы ҡатыны Айгөл менән Лиана һәм Алмазға ғүмер бирәләр. Балаларҙың икеһе лә әлеге мәлдә Санкт-Петербург ҡалаһы уҡыу йорттарында уҡый.
Әбүталип Әхмәтҡужиндың баш балаһының дүртенсе ҡыҙы Дания 1952 йылғы, мәктәптән һуң шунда уҡ эшкә урынлаша. Үҙ ғүмерендә һауынсы, һатыусы, ашнаҡсы, күмәк хужалыҡта келәт мөдире булып эшләй. Өс йыл эсендә хеҙмәт алдынғыһы булып танылып, 17 йәшендә III Бөтә Рәсәй колхозсылар съезына делегат итеп һайлана. Мәскәүҙә йәш ҡатнашыусылар рәтендә ил етәксеһе Леонид Брежнев менән осраша, иң йәш делегат булараҡ, летчик-космонавт Алексей Леонов ҡулынан бүләккә ҡул сәғәте ала. Уның турала киножурнал да төшөрөп, кинотеатрҙарҙа сеанстар алдынан күрһәтәләр, был фильмды тыуған яғында көтөп алып ҡарайҙар. Дания Фауариз ҡыҙы төбәктә ныҡ эшсән, тырыш кеше булып таныла, хеҙмәте өсөн туристик юллама менән бүләкләнеп, Волга һәм Дон йылғалары буйлап круизда сәйәхәттә лә йөрөй. Амангилде ауылынан механизатор, слесарь Мөхәррәм Бүләкбаев менән дүрт балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары Гөлдәр – журналист, Өфөлә "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Үтәгән ауылынан водитель һөнәрле Таһир Мәһәҙиевтә тормошта, Дилбәр исемле ҡыҙ, Батыр исемле ул үҫтерә. Бүләкбаевтарҙың өлкән улдары Илдар 17 генә йәшендә фажиғәле рәүештә һәләк була. Илгиз иһә тыуған Амангилде ауылында пилорамала эшләй. Күп балалы атай яңғыҙы студент Нәркәс, мәктәп уҡыусылары Гөлфинә һәм Айгизә исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Төпсөк улдары Илмир иһә Асҡар ауылындағы 1-се мәктәптә физкультуранан уҡыта, физкультура-һауыҡтырыу комплексында, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер вазифаһын да йөкмәй. Республикалағы "Ауыл тренеры" программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Яңы ғына өйләнде, кәләше Зөлфиә – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре.
Рәшиҙә Әбүталип ҡыҙының бишенсе ҡыҙы Ғәйниә 1953 йылғы. Йәш медицина белгесен райондың Байым ауылына эшкә ебәрәләр, шунда механизатор Фәтих Толонғужинға кейәүгә сыға. Өс ҡыҙ үҫтерәләр. Гөлназ – медицина хеҙмәткәре, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә фельдшер. Бикҡол ауылында йәшәй. Ире Рәмил Баязитов – һаҡ хеҙмәтендә, уларҙың да өс ҡыҙы бар. Эльвина Магнитогорск ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөһә, Гөлиә Сибайҙа педагогия колледжында уҡый, Рәмилә – мәктәп уҡыусыһы. Ғәйниә Фауариз ҡыҙының икенсе ҡыҙы Лилиә райондың Первомайский ауылында ире Ришат Әхмәтйәнов менән ҙур шәхси хужалыҡ, магазин тоталар. Өс улға ғүмер бирәләр. Илнур медицина училищеһын тамамлап, әлеге көндә армияла, бына-бына ҡайтып төшөргә тейеш. Илһам менән Тимур мәктәптә уҡый. Толонғужиндарҙың өсөнсө ҡыҙҙары Флүзә Вәлитова кесе улы менән фажиғәле рәүештә һәләк була, өлкән улы Вадим –туғыҙынсы класты, ҡыҙы Оксана быйыл мәктәпте тамамланы.
Йәнбирҙиндәр ғаиләһендә биш ҡыҙҙан һуң тыуған тәүге ир бала Вәкил 1954 йылғы. Техникум тамамлап, армиянан һуң Магнитогорск ҡалаһында металлургия комбинатында эшләй, 40 йәшен дә тултырмай мәрхүм була. Төҙөлөш тресы эшсеһе булған ҡатыны Мәүҙиға менән ике улдары, бер ҡыҙҙары бар. Наил металлургия комбинатында эшләй, ике ул үҫтерә: Артур мәктәптә уҡый, Тимурға өс йәш. Вәкилдең икенсе улы Рамил – автомобилдәр салонында колорист, ҡыҙы Гөлнара – фармацевт.
Етенсе бала Сания 1956 йылғы. Мәктәпте тамамлағас та кейәүгә сыға. Токарь ҙа, һауынсы ла, бригадир ҙа була. Механизатор ире Әҡсән Хаҡыев менән Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы Ҡарабулаҡ ауылында малсылыҡта тир түгеп, хаҡлы ялға сығалар, әле лә фермерлыҡ эше менән шөғөлләнәләр. Ғаиләлә ике ҡыҙ, бер малай буй еткерә. Рәйсә – шәфҡәт туташы, Асҡар ауылында йәшәй. Аэропорт хеҙмәткәре булған ире Вәли Зәйнуллин менән өс улды аяҡҡа баҫтырып киләләр. Радик улдары – Магнитогорск ҡалаһында иретеп йәбештереүсе, Руслан шул уҡ ҡалала хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй, кинйә Азамат мәктәптә уҡый. Хаҡыевтарҙың улы Ринат – Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында слесарь, ҡатыны Айгөл – мәктәп ашханаһы мөдире. Улар Зарина, Алмаз тигән уҡыусы балалар тәрбиәләй. Төпсөк ҡыҙ Римма Магнитогорск ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Аэропортта техник булып эшләгән ире Айнур Рыҫкилдин менән бер ул – Әмирҙе үҫтерә. Йәнбирҙиндәрҙең һигеҙенсе балаһы Васил 1957 йылғы. Октябрьский электр-механика техникумында уҡып, электрик һөнәрен ала. Бик эшсән, көслө кеше булып таныла. Иртә вафат була, балалары юҡ.
Туғыҙынсылары Мәүлиҙә 1959 йылғы. Асҡарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ауыл хужалығы белгесе, инженер Ишбулды Сабитов менән ике ҡыҙға – Миләүшә менән Гөлфиәгә, бер улға – Ишморатҡа ғүмер бирәләр. Миләүшә – Сибай ҡалаһында уҡытыусы, Самат Хәмитов менән ғаилә ҡорған. Гөлфиә лә педагог, ире Илгизәр Нурыев менән Татарстанда йәшәй. Ишморат Санкт-Петербург ҡалаһында кадастр инженеры булып эшләй.
Унынсы бала – 1961 йылғы Мәүлиха – ғүмер буйы Сибай поликлиникаһында участка шәфҡәт туташы, өлкән шәфҡәт туташы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһы ваҡытында үҙен дә, ире электр монтеры Иремит Яҡшембәтовты ла ҡәһәрле вирус һәләк итә. Ике ҡыҙҙары ҡала. Нәсимә – Өфөлә "Ростелеком"да проекттар етәксеһе, Эльвира – флорист, Өфөлә лә, Сибайҙа ла йәшәй. Нәсимә менән мәрхүм Александр Елизарьевтың улы Арсений мәктәптә уҡый.
Төпсөк ул Вәли 1965 йылғы. Механизатор була. Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы Ҡарабулаҡ ауылында, аҙаҡ тыуған ере Үтәгәндә эшләй. Ҡатыны Фәйрүзә менән Илнур исемле ул, Юлиә тигән ҡыҙ үҫтергәндәр. Илнур институт тамамлай, сауҙа өлкәһендә эшләй.
Әбүталип олатайҙың икенсе балаһы – Ғәйнан. Ул 1929 йылғы була. Ғүмер буйы ауыл хакимиәте, колхоз рәйесе, бухгалтер, әҙерләүҙәр контораһы етәксеһе вазифаларында эшләй. Заманының алдынғы ҡарашлы кешеһе һәр кемгә төплө кәңәшсе була. Хатта йәшерәк сағында шиғырҙар ҙа ижад итә, ҡатыны Яңылбикә менән бергәләп матур итеп йырлап та ебәрер ине, тиҙәр. Әхмәтҡужиндар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә, тағы икәүһе бала саҡта мәрхүм булып ҡала.
Таштуй ауылында йәшәгән өлкән ҡыҙ Тәнзилә һәм ире Камил Атауллин – пенсионерҙар. Өс бала тәрбиәләгәндәр: Ҡазандағы Илсиә лә, Асҡарҙағы Люциә лә – иҡтисадсылар, Илмир мәрхүм. Алты ейән-ейәнсәрҙәре бар: Марсель, Заһир, Илнар, Радмир, Камилла, Зәбир.
Ветеринар булып хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәле ветеран-уҡытыусы, ҡатыны Фәрүәз менән Йәнгел ауылында көн итә, ике балаға ғүмер биргәндәр. Улдары Өфөлә йәшәй. Денис – программист, психолог Ирина менән Булат исемле малай үҫтерәләр. Ә Ленин районы хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе Илгиз менән метролог Лилиә – өс балаға атай-әсәй. Сыңғыҙ, Гөлиә мәктәп йәшендәләр, ә Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғәйнан Әхмәтҡужиндың өсөнсө балаһы Вәкил йәшләй вафат була. Асҡар ауылында йәшәп, уҡытыусы Нәсимә менән Динә һәм Зиләгә ғүмер бирәләр. Руслан кейәүҙәре – юл төҙөүсе, Салауат кейәүҙәре – санитар-эпидемиология станцияһының баш табибы. Ейәндәре Вадим, ейәнсәрҙәре Сабина үҫеп килә.
Дүртенсе бала Фәйрүзә шәфҡәт туташы һөнәрен һайлай. Көйөргәҙе районының Яңы Таймаҫ ауылынан водитель Факил Ҡобағошовҡа кейәүгә сығып, өс бала үҫтерә. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гөлфиә – уҡытыусы, Фидан – ауылда фермер, Өфөләге Фәнилә – иҡтисадсы. Кейәүҙәре Руслан Һөйәрембәтов – эшҡыуар, Айрат Мөхтәруллин кейәүҙәре – нефтсе. Ҡобағошовтарҙың Алһыу, Таһир, Айбикә, Морат, Әҙилә тигән ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Бишенсе бала – Таштуйҙағы Рәзифә лә хәҙер хаҡлы ялда. Нур улы – иретеп йәбештереүсе, уның Нәғим исемле улы бар.
Алтынсы бала Васил Әхмәтҡужин иһә тыуған Әбйәлил районының Йәнгел ауылында йәшәй. Оҫта ҡуллы балта оҫтаһы, йорт йыһаздары яһай. Ҡатыны Дания менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр. Луиза уҡытыусы булһа, ире Артур Хөсәйенов – энергетик. Динар ҙа энергетик, ҡатыны Диана – фельдшер. Радмир, Радик, Анелия исемле ейән-ейәнсәрҙәр үҫә.
Етенсе бала булған Рәзилә Амангилде ауылында, атай йортонда йәшәй. Рамай Дәүләтшин менән Регина исемле ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ул Өфөлә йәшәй, юрист, ә ире Фабио – инженер. Ҡыҙҙары Алессияға өс йәш.
Ғәйнан Әхмәтҡужиндың төпсөк балаһы Вафир ҙа тыуған ауылында төпләнгән. Совхозда хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер була, хәрби пенсионер. Ҡатыны Гөлшат менән өс бала үҫтерәләр. Рәлиәләре уҡытыусы һөнәрен һайлаған, уның ире Венер – металлургия комбинатында оператор. Динирҙары кәләше Нурзилә менән – эшҡыуарҙар. Әминәләре – шәфҡәт туташы. Ейән-ейәнсәрҙәре дүртәү – Ангелина, Динислам, Гөлнур, Гөлназ.
Әбүталип Әхмәтҡужиндың өсөнсө балаһы – 1933 йылғы Әсләм үтә кеселекле, туған йәнле, һәр саҡ йомшаҡ, ипле һүҙле була. Ветеринария буйынса урта махсус белем ала. Ул совет заманында ла диндән баш тартмай, аяттарҙы матур итеп көйләп уҡый. Һығылып ауырығас, 1964 йылда уға өсөнсө төркөм инвалидлыҡ тәғәйенләйҙәр. Колхозда быҙау ҡараған ҡатыны Клара менән дүрт бала үҫтерәләр.
Баш балалары – математика уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Флүрә, ире – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йыр уҡытыусыһы, ауыл хужалығы белгесе, ҡурайсы, һәүәҫкәр йырсы, диндар Камил Илембәтов менән Хәйбулла районында Оло Әбеш ауылында йәшәйҙәр, хаҡлы ялдалар. Ҡыҙҙары Айгөл Сорғот ҡалаһында мәктәптә уҡыта, полиция хеҙмәткәре Илмир Йәтимов менән ике малай тәрбиәләйҙәр – уҡыусы Ниязды һәм балалар баҡсаһына йөрөгән Айгизде. Илембәтовтарҙың икенсе балалары Салауат – умартасы, атай нигеҙендә ҡалған. Өсөнсөләре Азамат – белеме буйынса музыкант, муниципаль хеҙмәткәр, юрист, Өфөлә суд приставы хеҙмәтендә эшләй, ҡатыны Зәлиә – табип. Дүртенсе бала Зәйтүнгөл шәхси медицина предприятиеһында эшләй, ире Рифат Мортазин – таксист, Сорғотта йәшәйҙәр.
Әсләм Әхмәтҡужиндың Вәсилә ҡыҙы ғүмер буйы Асҡар ауылында район дауаханаһында акушер булып эшләй. Водитель Ринат Зарипов менән өс бала үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән – тыуған ауылында бухгалтер. Иҡтисадсы Рәсилә лә Асҡарҙа йәшәй, хәрби пенсионер, шәхси йөк ташыу эше менән булышҡан Әлфир Ғәбитовта кейәүҙә, икәүләп өс бала тәрбиәләйҙәр: Илсур, Рәсүл мәктәптә уҡый, Карина сабый әле. Зариповтарҙың Рөстәм улы – Магнитогорскиҙа монтажлаусы-иретеп йәбештереүсе, ҡатыны Юлиә – Асҡарҙа заправкалау станцияһында оператор. Ике ҡыҙ үҫтерәләр: Элиза быйыл мәктәпкә уҡырға бара, Азиза бәләкәйерәк.
Әбүталип олатайҙың өсөнсө ейәнсәре – хаҡлы ялда булһа ла, Амангилде ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рауҙа республика Башлығының Почет грамотаһына эйә, тыуған яғында төпләнә. Газ ойошмаһы хеҙмәткәре, слесарь Тайып Йәһүҙин менән дүрт ул үҫтерә: Нур – белеме буйынса таусы, Магнитогорскиҙа слесарь булып эшләй. Ҡатыны Нурия – иҡтисадсы. Ике улдары бар: Данил – уҡыусы, Рамил балалар баҡсаһына йөрөй. Фәнүр улдары – Өфөлә лицей-интернатта директор урынбаҫары, йәмғиәт, хоҡуҡ фәндәре уҡытыусыһы. "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында еңеү яулаған. Таһир улдары – һөнәре буйынса электрик, ләкин төҙөлөш буйынса шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Зәкир – Өфө дәүләт нефть техник универститеты студенты.
Әсләм Әхмәтҡужиндың улы – шәхси эшҡыуар Яхъя, балалар баҡсаһында тәрбиәсе, "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән ҡатыны Рәмзилә менән биш балаға ғүмер бирә. Илнур – йәшелсәселек менән шөғөлләнә, атаһы менән бергә эшләй. Икенсе улдары Тимур төҙөлөш өлкәһендә үҙ эше менән булыша. Рүзилә – Өфөлә дауахананың балалар бүлексәһендә шәфҡәт туташы. Дизайнер буласаҡ Гөлгизәр физкультура уҡытыусыһы Мораҙым Тәхәүетдиновҡа кейәүгә сығып, Ҡаҙмаш ауылында йәшәйҙәр, улдары Илназар балалар баҡсаһына йөрөй. Кинйә Батырша – мәктәп уҡыусыһы. Бөгөн Әсләм Әхмәтҡужиндың йәмғеһе 16 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре бар.
Әбүталип олатайҙың дүртенсе балаһы Әкрәм 1936 йылғы. Ауылда беренсе булып юғары белем ала. Ауыл хужалығы институтын, партия мәктәбен тамамлай. Күп хужалыҡтарҙа оҫта ветеринария белгесе булып таныла, партия вазифаларында ла эшләй. Уны башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы, ярҙамсыл кеше булараҡ беләләр.
Тәүге никахынан Гөлсәсәк, Гүзәл ҡыҙҙары бар. Ә кәләше Шәүрә менән Йәмил, Наил, Айгөлгә ғүмер бирәләр. Улдары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй вафат була. Айгөл Белорет ҡалаһында колледжда башҡорт теленән уҡыта, төнгө тәрбиәсе лә булып эшләй. Әкрәмдең өс ейәне, ике бүләһе бар.
Ғүмер буйы район үҙәгендә йәшәп, бөтә туғандарға өй йылыһын, йән йылыһын бүлгән, уларҙы үҙ янында туплап тотҡан 1939 йылғы Мөршиҙә Әбүталип ҡыҙы тегеүсе, почтальон була, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы элемтә үҙәгендә эшләй. Ауыл Советы депутаты, район, республика кимәлендә билдәле “Әхирәттәр” клубы ағзаһы, йолаларҙы һаҡлаусы, маһир таҡмаҡсы, төбәктең Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты ла ул. Ире Ҡадир Минһажев менән ете балаға ғүмер бүләк итәләр, әммә ике улдары сабый сағында, ҡыҙҙары йәшлегендә вафат була.
Дауыт ауылында төпләнгән Рәшит улдары ҡатыны Рәүиә менән өс ҡыҙ үҫтерә: Раушаниялары Ирнат Ҡәниповҡа кейәүгә сығып, Коми Республикаһында йәшәй, оҙаҡ йылдар статистика хеҙмәтендә эшләгәндән һуң, хәҙер – дауаханала лабораторияла оператор. Айҙар, Зарина һәм Марсель исемле балалары бар. Нурания ҡыҙҙары Раян Мөхәмәтйәнов менән үҙҙәре өс ҡыҙ – Сөмбөл, Сулпан, Самира – үҫтерә, Асҡар ауылында йәшәйҙәр. Розалия иһә Өфө районының Йоматау ауылында Фәнүр Хоҙайғоловта кейәүҙә, ҡыҙҙары – Ҡәҙриә, улдары – Камил. Нурания ла, Розалия ла әле сабыйҙары менән өйҙә ултыра.
Минһажевтарҙың улы Ришат иртә вафат була. Ҡатыны Луиза менән Сәриә һәм Илнурға ғүмер бирәләр. Бөтәһе лә тыуған ауылдары Асҡарҙа йәшәй. Балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булған Сәриә менән Илшат Кәримовтарҙың Данил, Аида исемле балалары бар. Магнитогорскиҙа металлургия комбинаты эшсеһе Илнур менән Айгөл иһә игеҙәк улдар Илназ һәм Айназды тәрбиәләй.
Рәүф менән уның ҡатыны Гөлнараның ике ҡыҙы була – Гүзәл һәм Рүзилә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәйҙәре иртә вафат була, улар өләсәйҙәрендә үҫә. Гүзәл Феликс Усманов менән никахлашып, Өфөлә Арсен тигән малай тәрбиәләйҙәр. Рүзилә лә баш ҡалала, Илфаҡ Сираевҡа кейәүгә сығып, Әмир һәм Элинаны үҫтерәләр. Бер туған ҡыҙҙар әле икеһе лә бала тәрбиәләү буйынса декрет ялында.
Минһажевтарҙың төпсөк улы Рәйес тыуған йортта төпләнә, Магнитогорск ҡалаһындағы металлургия комбинатында водитель булып эшләй, ҡатыны Ғәлиә – балалар баҡсаһында музыка етәксеһе. Улдары Тимур – Өфөлә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында техник ярҙам буйынса өлкән белгес.
Әбүталиптың алтынсы балаһы, 1941 йылғы Мөбинә лә, күп бала үҫтереп, уларҙың игелеген күреп ҡыуана. Атаһы был ҡыҙын да махсус курс тамамлатыуға өлгәшә. Һәм уны шул саҡта ныҡ таралған күҙ сире трахоманан дауаларға тип райондың Аһылай ауылына ебәрәләр. Шәфҡәт туташы булып килһә лә, тиҙҙән фельдшер-акушер вазифаһын атҡара башлай. 36 балаға кендек инәһе була. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, ошо ауыл егете Сибәғәт Ғәйнуллинды осрата һәм кейәүгә сыға. Улар ете ҡыҙ үҫтерә.
Иң өлкәндәре Гөлгөнә – табип-нарколог, ҡыҙы Ынйы менән Испанияның Барселона ҡалаһында йәшәй. Икенсе ҡыҙҙары Гөлсинә шәфҡәт туташы булып эшләп, әле хаҡлы ялда, Өфөлә йәшәй. Радик Ғәҙелшин менән Резеда һәм Рида тигән ҡыҙҙар үҫтереп, улар үҙ аллы тормош көткәндә, ҡурҡыныс вирус Риданы йәшләй генә гүргә алып китә. Ике ейәнгә һәм бер ейәнсәргә өләсәй Гөлсинә.
Мөбинәнең Гөлнара ҡыҙы ла медицина юлын һайлай, әле лә эшләп йөрөй. Әбйәлил районының Хәлил ауылынан Сәғәҙи Хисмәтуллин менән ике ҡыҙ балаға ғүмер биргәндәр. Нурзилә аграр университет тамамлаған, ире Илнур менән өс бала тәрбиәләйҙәр – Камила, Тимур һәм Илдар. Рүзилә иһә нефть университетында уҡығандан һуң эшләп йөрөй.
Ғәйнуллиндарҙың Таңсулпан ҡыҙҙары агроном һөнәре ала. Ауылда төп йортта Рушан кейәүҙәре менән тормош көтә. Тағы бер ҡыҙҙары Сәлиә педагогия училищеһында уҡый. Әле социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Бәхетле өләсәй ул – ҡыҙы Вәлимә кейәүе Михаил менән Артем исемле ул үҫтерә.
Алтынсы ҡыҙ Разия – филолог, Өфө ҡалаһында мәктәптә китапханасы. Шулай уҡ филолог, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыһы Зәки Әлибаев менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Сәғит улдары өйләнгән, Резида килендәре менән Айҙар исемле ул үҫтерә. Әҙилә ҡыҙҙары – студент, Арыҫлан улдары мәктәптә уҡый.
Ғәйнуллиндарҙың иң кинйәләре Гөлниса педагогия университетын тамамлай, әле клининг компанияһы асып, эшләп йөрөй. Лиә тигән уҡыусы ҡыҙы бар. Сибәғәт менән Мөбинәнең ун ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре шатландырып үҫеп килә.
Әбүталиптың етенсе балаһы 1942 йылғы Әсхәлде бөтә Башҡортостан белә. Уҡытыусы ҡатыны Лүзә менән Азамат исемле улдары бар, ул Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. "Уралым" гәзитенең һәм телевидениеһының штаттан тыш хәбәрсеһе, медицина өлкәһендә шәхси эшҡыуар, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, инвалид балалар өсөн социаль-реабилитация үҙәгенең попечителлек советы ағзаһы. Ҡатыны Люциә менән Арыҫланға ғүмер бирәләр, ул Мәскәүҙә йәшәй, "Солар Хэвэл" компанияһында әйҙәүсе белгес. Медицина страховкаһы компанияһында администратор булып эшләгән ҡатыны Гөлжана менән көҙгә беренсе класҡа барасаҡ Әмир исемле ул тәрбиәләйҙәр.
Әсхәл Әхмәт-Хужа псевдонимы аҫтында ижад иткән күренекле шағир – Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, республиканың Һәҙиә Дәүләтшина, Ғәлимов Сәләм, райондың Ким Әхмәтйәнов, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемендәге премиялары лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, 35 китап авторы, тәржемәсе.
Әсхәл Әбүталип улы ауылда урта мәктәпте тамамлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965—1985 йылдарҙа "Ағиҙел" журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курс тамамлап ҡайта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1996 йылдан Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе була. Һуңғы йылдарҙа Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәне. 2018 йылда 76 йәшендә вафат булды.
Әсхәл Әхмәт-Хужа 1960 йылдар башында әүҙем яҙыша башлай. 1958 йылда тәүге "Шатлыҡ көнө" шиғырын яҙа. Йәш шағирҙың тәүге "Һыбай сыҡтым" шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда нәшер ителә. "Бәйге" (1973), "Оран" (1980), "Майҙан" (1992) китаптарын сығара.
Шота Руставелиҙың, Рәсүл Ғамзатовтың, Давид Кугультиновтың ("Ынйылар" йыйынтығы, 1982) әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
Әсхәл Әхмәт-Хужа балалар өсөн дә күп яҙа, ул – "Һарыҡ бәрәсе", "Азамат һәм ҡуян балаһы", "Балалар баҡсаһы", "Гөл баҡсаһы" китаптары, бөтәһе 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтыҡ һәм тәржемә авторы.
Әбүталиптың 1944 йылғы Фәриҙә ҡыҙы иһә ғүмер буйы Хәлил ауылында йәшәй һәм эшләй. Әсәһе үлгәс, биш йәшендә атаһы уны өлкән улы Ғәйнандың ғаиләһенә тәрбиәгә бирә. Ул юғары белем ала, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусылары араһында абруй ҡаҙана, үҙ фәнен тәрән белә. Тормош һабаҡтары фәненән дә дәрестәр бирә, тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәген етәкләй. Эҙләнеү эштәре алып барып, ауылға нигеҙ һалған Хәлил ҡарттың ҡәберен табалар. Бер аҙ ауыл хакимиәте рәйесе вазифаһын да йөкмәй. Ишбулды ауылынан колхозда электрик булған Мөхәррәм Бейешевкә кейәүгә сыға. Ул аҙаҡ юл төҙөлөшөндә эшләй, хаҡлы ялда имам-мөхтәсиб булып китә.
Игеҙәк улдары Салауат менән Мораҙым авиация техниктары белгеслегенә уҡый. Әле Салауат Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй, сауҙа өлкәһендә эшләй. Психолог Зиниә менән мәктәптә уҡыған Сынбулат һәм Азамат улдарын тәрбиәләйҙәр. Игеҙәге Мораҙым Асҡар ауылында йәшәй. Өйҙән интернетта эшләй. Биолог-лаборант ҡатыны Гөлдәр менән Шайморат, Фәниә, Зөлхизә, Әминәне үҫтерәләр.
Әбүталип Әхмәтҡужиндың 1945 йылғы кесе улы, тәрән белемле, киң эрудициялы табип Әғләм – Амангилде ауылынан сыҡҡан беренсе фән кандидаты. Үпкә туберкулезы ауырыуынан күп кешене ҡотҡара. Медицина хеҙмәткәре булған ҡатыны Рәсимә менән өс балаға ғүмер бирәләр. Азат та улар юлынан китә – терапевт, ортопед, микрохирург белгеслектәренә эйә, әле Әбйәлил районының Красная Башкирия ҡасабаһында баш табип. Авиация техникумында белем алып, нефть сәнәғәте тармағында эшләгән Айбулат һәм бәлиғ булмаған Асҡар исемле улдары бар. Азаттың Зөлфиә һеңлеһе Төркиәлә йәшәй. Белеме буйынса филолог, Төркиәнең Юстиция министрлығы ҡарамағында эксперт-тәржемәсе. Ире Фәрхәт Сёнмез менән Йәсмин һәм Али исемле уҡыусы балалар үҫтерәләр. Кинйә ҡустылары Айрат та медицина юлын һайлай, белеме буйынса психиатр-нарколог, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә эшләй, йәшләй вафат була.
Әбүталиптың икенсе ҡатынынан тыуған өс ҡыҙы – Фәриха, Маһира, Нәсиә лә матур тормош ҡороп, бәхетле өләсәйҙәр булып көн күрә. Тәүҙә төрлө ерҙә йәшәһәләр ҙә, хаҡлы ялға сыҡҡас, бер урында – Асҡар ауылында төпләнәләр.
1952 йылғы, ғүмер буйы мәктәптә кесе хеҙмәткәр булған Фәриханың ике улы, ике ҡыҙы бар: баш балаһы Илфат Ялмырҙин – водитель, Дәүләт ауылында йәшәй, Әлиә, Илдус исемле балалары өлкәндәр инде, әле уҡытыусы Гөлшат менән Илгиз һәм Гөлнәзирәне үҫтерәләр. Амангилделәге балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Әлиәнең ҡыҙы Айдилә – мәктәп уҡыусыһы, Магнитогорск ҡалаһында монтажлаусы булып эшләгән Илдус менән Гөлйөҙөмдөң улы Бәхтийәр сабый әле. Фәриха менән Нәжип Солтановтар өс балаға ғүмер бирәләр: Асҡар ауылында йәшәгән Нурия – кесе тәрбиәсе, механик Иршат Хәлитов менән Юлдаш, Нуршат, Наҙгөлдө тәрбиәләйҙәр; Асҡар ауылындағы Рәфис слесарь-ремонтлаусы, шәфҡәт туташы Гөлниса менән дүрт баһадир үҫтерәләр, Иҙел сәнғәт колледжын тамамлап, ҡурайсы, Зөлфәр менән Данияр – мәктәп уҡыусылары, Ильяс балалар баҡсаһына йөрөй; Рауил ауылындағы уҡытыусы Фаризаның һәм электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Ильяс Мәхмүтовтың Илназ, Алтынай, Искәндәр тигән балалары бар.
Әбүталиптың 1955 йылғы ҡыҙы Маhира – ветеран-уҡытыусы, ире Илдар Буранҡаев та – педагог. Улар оҙаҡ йылдар Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумында педагог булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Маһира Әбүталип ҡыҙы техникумда Башҡорт мәҙәниәте музейы асып, шунда мөдир ҙә булып эшләй, студенттары төрлө йылдарҙа республика күләмендәге олимпиадаларҙа еңеүсе була. Әүҙем һәм тырыш хеҙмәте юғар баһалана, Рәсәйһең һөнәри белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ була. Тормош иптәше Илдар Сәлмән улы иһә – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ғаиләлә өс бала: Өфөләге Илнур – эшҡыуар, ҡатыны – журналист, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова; Сибайҙа йәшәгән Тимур – юрист, Ләйсән дә Өфөлә, ул да юрист. Ейән-ейәнсәрҙәр: Гөлнәзирә, Сулпан – студенттар, Алтынай, Сөләймән, Азамат – бәләкәйҙәр әле.
Әбүталип Әхмәтҡужиндың иң кинйә балаһы – 1959 йылғы Нәсиә Васил Фәйезов менән Асҡарҙа ғүмер итте һәм ике бала үҫтерҙеләр. Балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булып эшләй ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ул да, улы Альберт та мәрхүм, Альберттың ҡыҙы Дилбәр – гимназист, республиканың төрлө шиғыр һөйләү һәм нәфис һүҙ бәйгеләре еңеүсеһе. Ветеринария медицинаһы белгеслегенә уҡыған Альбина – ауыл хужалығы продукцияһы технологы, әле сабый тәрбиәләй. Шахтер Дим Билалов менән Красноярск крайының Норильск ҡалаһында йәшәйҙәр. Ғаиләлә Айгүзәл, Динислам, Асия исемле ул-ҡыҙҙар үҫә.
...Әбүталип Әхмәтҡужин 1966 йылдың көҙөндә ҡаты ауырыуҙан һуң 71 йәшендә гүр эйәһе була. Балалары, ейәндәре генә түгел, бер тапҡыр ҙа күреп өлгөрмәгән бүләләре, тыуалары ла уны онотмай даими иҫкә алып тора. Тәүге шәжәрә байрамы уның 100 йыллығында үткәйне. Быуындар күсәгилешлеге менән көслө бит халҡыбыҙ!
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.