Бөтә яңылыҡтар

ҺАНДУҒАСЫҢ БУЛҺЫН ЭРГӘЛӘ...

Сәнғәтебеҙ яланында “Умырзая”һы менән ҡалҡып сығып, “Һөйәм тиеп бер һүҙ яҙ әле”, “Йәле, иркәм”, “Өмөтөмдө өҙмә” тип йөрәктәрҙе яндырған, ғашиҡ иттергән моң эйәһе Хәсән бер мәл үҙенең сағыу “Гөлөм-сөмбөлөм”өн тапты, пар һандуғастар “Йөрәктәр”, “Һөйөү йыры”, “Бәпәй ҡайтты”, “Бер алманың ике яртыһы беҙ”, “Һыналған мөхәббәт”, “Алда юлдар ята” кеүек күңел ауаздары менән бүлешеп, моң-донъябыҙҙы биҙәп алға бара. Шулай һәр аҙымдары – халҡыбыҙҙың күҙ алдында. “Шаршау артында” ла мөхәббәтле, моң-хисле, ижади тормош ҡайнай Хәсән менән Зилә Усмановтарҙың.

ҺАНДУҒАСЫҢ БУЛҺЫН ЭРГӘЛӘ...
ҺАНДУҒАСЫҢ БУЛҺЫН ЭРГӘЛӘ...

“Тормошҡа юл атай бесәнлегенән башлана”


“...Мәңге йәшәр кеүек инең, атай,

Йырлай-йырлай бесән сапҡанда.

Сабырлығым устарыма йомам,

Ҡолонсаҡтар менән ейәндәрең

Бесәнлегең буйлап сапҡанда...”

“Атай бесәнлеге”. Бала саҡ, ул мәлдәге яҡты уй-хыялдар һәм бөгөнгө моңһоу кисерештәр, бер нисә быуын яҙмышы – барыһы ла һыйған ошо йыр һүҙҙәренә. Ә моңон йөрәктәргә тик Хәсән Усманов ҡына бер тамсыһын да сайпылдырмай, тулы килеш еткерә ала кеүек.
– Беҙ, үткән быуаттағы ауыл балалары, барыбыҙ ҙа атай бесәнлегенән сыҡҡанбыҙ. Күптәребеҙҙең тормош юлы шулай башланған: сабый ғына килеш сабынлыҡҡа бергә алып барып, сәңгелдәккә һалып ағас ботағына элеп ҡуйғандар. Артабан ҡулға тырма, һәнәк, унан салғы тотҡанбыҙ, атта күбә тарттырғанбыҙ, атайҙарыбыҙ кәбән һалырға өйрәткән... – тип үтә ҡәҙерле лә, һағышлы ла хәтирәләр менән башланы һүҙҙе Хәсән Хажиәхмәт улы. – Йылдың иң матур ваҡыты беҙҙең өсөн шул бесән мәле булды бит инде – көн дә иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр эшләргә тура килһә лә, уны һағынып көтөп ала торғайныҡ. Бер-берең менән иң ихлас һөйләшеүҙәр, атай-әсәйҙең йәш саҡтарындағы серҙәрен асыуы, үҙебеҙҙең хыялдарҙы әйтеү, тау-йылғаларҙа ғына түгел, бәләкәй генә һәр үлән-сәскәлә тыуған еребеҙ тәбиғәтенең бөйөклөгөн тойоу – һәммәһе лә бесәнлектә булған...

Күңелдәге ошо ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе урғылтып сығарған йырҙы моң һөйөүселәребеҙ бик йылы ҡабул итте. Уның авторы – Нәфисә апай Тулыбаева. Атаһы күптән мәрхүм, шиғыр ҙа элек үк яҙылған. Әммә тыуаһы йыр булғандыр: йылдар үткәс, ошо күңел хазинаһына Яр Саллыла йәшәгән билдәле композитор Илгиз ағай Закиров йөрәк яраларын һулҡылдатырлыҡ көй яҙған. Унан миңә шылтыратты. “Был йырҙы һинең тауышта ғына ишетәм”, ти. Тап атайымды юғалтып, күңелгә бер нисек тә тыныслыҡ таба алмай йөрөгән сағым ине. Йырҙы тыңлай башлау менән тәнем зымбырлап китте, атылып сыҡҡан күҙ йәштәремде туҡтатырлыҡ түгел. Атай менән бесән сапҡан мәлдәр... Әйтелгән һәр һүҙ, көй минең күңел ауазылай...

Бала сағым атай-әсәй хәстәрлеген тойоп, олатай өләсәйҙәр ҡосағында үтте минең. Йыр-моң мөхитендә үҫтем. Ике яҡтан да өләсәйҙәрем матур йырлай
торғайны. Атайым иһә ҡурайсы булды. Көрәшсе. Гармунсы. Әсәйем уға ҡушылып ғәжәп моңло йырлар ине. Бигерәк тә ҡунаҡтар килһә, өҫтәл аҫтында йәшенеп ултырып, әҫәрләнеп тыңлай торғайныҡ. Унан бейергә төшөп китерҙәр ине. Хәҙерге кеүек табын төрлө ашамлыҡтан һығылып та тормай. Бер ҡаҙан аш һалалар ҙа, өй тултырып ҡунаҡ йыялар. Әлеге ҡайһы бер осраҡтар кеүек, баһалыларҙы һайлап саҡырыу ҙа юҡ – барыһы ла бер тигеҙ, ябай, ихлас... Ниндәй генә һөнәрҙе һайлаһаң да, юлыңда моң йәнәшә барһын тигән хәҡиҡәткә төшөндөргәндер ошондай мәжлестәр. Шуға ла, йырға һәләтем булһа ла, Асҡар урта мәктәбенән һуң Сибай политехник колледжына
уҡырға инеүемде атай-әсәйем ризалыҡ менән ҡабул итте. Артабан “Ирәндек моңдары” конкурсында күренгәс, арҙаҡлы милләттәшебеҙ Камил Вәлиевтең саҡырыуы буйынса Өфө сәнғәт училищеһына юлланыуыма ла яҡындарым ҡаршы килмәне.

– Ә минең атай-әсәйем сәнғәт юлынан китеүемде бөтөнләй көтмәгәйне, уны яңыраҡ ҡына ҡабул итә башланылар кеүек, – тип әңгәмәгә ихлас ҡушылды Зилә Рәхимйән ҡыҙы. – Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендәге, мәҙәниәт йортондағы сараларҙың береһе лә тиерлек минһеҙ үтмәһә лә, тотош тормошон йырға бағышлар тип уйламағандарҙыр инде. Үҙҙәре ергә ереккән кешеләр бит:
әсәйем ғүмер буйы иҡтисадсы булды, атайым тракторсы, ҡаҙанлыҡ операторы һөнәрҙәрен башҡарҙы. Мин 10-11-се кластарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыным. Унда йыйылыштарға килгәндә әсәйем уҡытыусыларҙан гел генә минең ниндәй йүнәлештәргә яҡынлығым тойолоуы тураһында ҡыҙыҡһынып һорай торғайны. Ә тәрбиәсебеҙ – күп гимназистарға икенсе әсәй булған данлыҡлы Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙы Ҡолшәрипованың һүҙе бер ине: “Ҡыҙҙарығыҙға бәхет теләгеҙ! Уларҙың тормошо иренең ниндәй булыуына бәйле: яҡшының ҡулына эләкһә – сәскә атыр. Шул уҡ ваҡытта әллә ниндәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаған хәлдә лә, яман иргә осраһа – яҡты яҙмышының селпәрәмә килеүе бар...”

Эйе, теүәл фәндәрҙе һайлап, атай-әсәйемдең күңел төпкөлөндәге хыялына тап килә алманым. Был турала уйлағанда һәр саҡ үҙебеҙҙең яҡтың ҡыҙы, хисле, талантлы шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың ошо шиғыр юлдарын күңелемдән ҡабатлап ҡуям:

“Кисер, әсәй, әгәр хыялыңдан

Ҡайтышыраҡ булһа был ҡыҙың!

Мин тыуғанда күңел күктәреңдә

Ҡабынғандыр сағыу йондоҙоң...”

Сәнғәт кешеләре башҡаларҙан күпкә айырыла бит. Беҙ хыял донъяһында гиҙеүсәнбеҙ, ышаныусанбыҙ, барыһын да йөрәккә яҡын алабыҙ. Ә тормошта ундайҙарға ҡыйын – атай-әсәйем шуны ла уйлап, мине йәлләгәндер тим. Юҡ, ауыр түгел, киреһенсә, кинәнес кенә килтерә һайлаған юлым. Янымда мине яратҡан, аңлаған, ҡурсалап торған ирем бар – икеләтә бәхетлемен, шөкөр. “Яҡшының ҡулына эләкһә – сәскә атыр” тип шул ҡәҙәр дөрөҫ әйткән тәрбиәсем: Хәсәндең ҡулында сәскә атып ҡына йәшәйем мин!

 Һүҙ баһаһын белеү – әҙәбиәтте яратыуыбыҙҙан

Өфө дәүләт сәнғәт институтында осрашып ҡауышҡан Зилә менән Хәсән Усмановтарҙың хәҙер ижад һандығында ниндәй генә рухи байлыҡ юҡ: башҡорт халыҡ йырҙары ла, дуэттар ҙа, яңғыҙ башҡарғандары ла тамашасылар тарафынан ғәйәт йылы ҡабул ителә. Ижадтары нигеҙен шулай халыҡ йырҙарынан ҡорғас, эштәре уң, бәрәкәтле.

– Беҙ һәр нәмәгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ. Йырҙың иң тәүҙә һүҙҙәренә, мәғәнәһенә иғтибар итәбеҙ, халыҡтың күңелен уйлайбыҙ. Төрлө райондарҙан күптәр социаль селтәрҙәр аша беҙгә шиғырҙарын, көйҙәрен ебәрә – уларҙы һәр яҡлап “иләктән үткәреп”, ныҡлы һайлап алабыҙ, – ти Усмановтар. – Үҙешмәкәр оҫталар араһынан Күгәрсен районынан шундай матур ижад иткән Муса ағай Смаҡовтың йырҙарын яратып башҡарабыҙ. Баймаҡта музыка уҡытыусыһы булып эшләгән Хәлил ағай Биктимеровтың моңо шунда уҡ күңелгә ятты. Ғөмүмән, республикабыҙҙа киң майҙанға сыҡмайынса, үҙҙәре, ауылдаштары өсөн генә яҙып, күңелен бушатып йәшәгән таланттар күп, уларҙың ижадын киңерәк күрһәтеп, дәрт, илһам өҫтәп ебәрә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.

Дуэттар эшләүгә бигерәк тә күп көс, ваҡыт талап ителә. Бындай саҡтарҙа бәхәстәр ҙә, үпкәләүҙәр ҙә, күҙ йәштәре лә була... Тауыштарыбыҙҙың тоны тура килеңкерәмәй, шуға уртаҡ ижад емеше килеп сыҡһын өсөн бер-береңә төрлөсә яраҡлашырға тырышыр кәрәк. Һәм ошондай ҡатмарлы хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәһе лә татлыраҡ, кинәнеслерәк: халыҡ дуэттарҙы нығыраҡ яратып ҡабул итә, социаль селтәрҙәрҙә лә улар шунда уҡ киң таралып китә. Ғөмүмән, дуэт эшләүҙе беҙ ғаилә тормошон ҡороу менән сағыштырабыҙ. Ни тиклем тырышһаң, бер-береңә ҡолаҡ һалырға өйрәнһәң, нигеҙең дә шул ҡәҙәр ныҡлыраҡ, ҡотлораҡ була бит. Уртаҡ ижадта ла тап шулай.

– Ә йырҙарҙың һүҙенә, мәғәнә сифатына талапсан ҡарауыбыҙ, моғайын, икебеҙҙең дә бәләкәйҙән әҙәбиәтте яратыуыбыҙға бәйлелер, – тип дауам итте Хәсән Хажиәхмәт улы. – Минең атай-әсәйем, мәҫәлән, “Ағиҙел” журналын йыл да алдырып, бер ниһен ҡалдырмай уҡып бара торғайны. Уларҙан күреп, беҙ ҙә әҙәби баҫманы көтөп алыр инек. Журналда күләмле әҫәрҙәр баҫыла, шуларға ҡарата атайҙың фекерҙәрен тыңлайбыҙ, уйланабыҙ. Аҙаҡ ошо повесть-романдар айырым китап булып сыҡһа, уларҙы ла ала торғайныҡ. Әҙәбиәткә һуҡмаҡ һалған “Ағиҙел”гә һөйөү минең күңелдә мәңгелек, уның, заман ниндәй генә “бойороҡ” бирергә тырышмаһын, үҙ асылына тоғро ҡалыуын, юғарылығын һаҡлауын күреп һөйөнәм.

Әҙәбиәткә ғашиҡ Зиләнең әле Рәми Ғариповтың “Көндәлектәр”ен уҡып йөрөгән сағы.

– Гимназияла белем алғанда шағирҙың ҡатыны Надежда Васильевна осрашыуҙарға йыш ҡына килә, үткән тормоштары тураһында һағышланып та, ғорурланып та, әсенеп тә һөйләй торғайны. Уны мөкиббән китеп тыңлап ултырыр инем. Әммә ул саҡта бала аҡылы менән күп нәмәне аңлап еткермәгәнмен, тәрән ҡабул итмәгәнмен, – ти Зилә Рәхимйән ҡыҙы. – Хәҙер иһә “Көндәлектәр”ҙе уҡыйым да, ҡайһы бер урындарында түҙмәйенсә илап алам. Мәскәүҙән булған рус ҡатынының башҡорт шағирын шул ҡәҙәр яратып, ул күргән ыҙаларҙы бергә үтеп, сыҙап йәшәгәне мөхәббәт өлгөһө генә түгел, оло ҡаһарманлыҡ бит. Рәми ағай баҡыйлыҡҡа күскәс тә уның исемен мәңгеләштереү, ижадын киң таратыу өсөн күпме хеҙмәт һалған! Туған телебеҙҙе үҫтерешкән бит ул!

“Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,

Килеп инә, табын таралғас..

Тик көтәһең, көтөп арығас та,

Бәхет өсөн генә яралғас”.

“Көндәлектәр”ҙе уҡып, шуға инандым: “бәхет өсөн генә яралған” бөйөк шағирыбыҙҙың бәхете “табын таралғас” та ярты ғына килеш ҡалыр ине, әгәр бар яҙмышын уға арнаған оло йөрәкле ҡатыны, тоғро дуҫтары булмаһа. Ғөмүмән, мин һәр ижадсының янында ныҡлы терәге, ҡеүәтләп, дәртләндереп торған ғүмер юлдашы булырға тейеш тип иҫәпләйем. Хәсән менән икебеҙ бер-беребеҙгә шулай таянысбыҙ тип әйтә алам. Ижадсы тигәндән, барыбыҙ ҙа ошо “ҡор”ға инәбеҙ бит инде: яҙыусылар ҙа, шағирҙар ҙа, сәнғәт кешеләре лә. Эргәбеҙҙә беҙгә ышанып, көс- ҡеүәт өҫтәп тороусы юҡ икән, һүнеүебеҙ ихтимал. Барыбыҙҙың да хеҙмәтебеҙ ысынлап ауыр: йөрәгебеҙ аша үтә. Быға, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡара йөҙҙәр”ҙе ҡарағанда йәнә бер инанып тетрәнгәйнем. Төп ролдәге актриса шул ҡәҙәр бирелеп, барыһын да күңеле аша уҙғарып уйнай. Уйлап ултырам: был бит уның эше генә, ябай хеҙмәт урыны. Әммә башҡа һөнәр кешеләренеке ҡарағанда күпкә ауырыраҡ, сөнки ул көн дә үҙенә кәрәкһеҙ, ят хис-тойғоларҙы бөтөн йөрәге аша үткәрергә мәжбүр. Әлеге актриса хатта спектакль тамамланып, баш эйергә сыҡҡанда ла туҡтай алмай илай ине... Ул хәҙер ошо кисерелгән хис-тойғоһон, кәйефен эштә ҡалдырып, өйөнә, ғаиләһе янына ҡайтырға тейеш бит инде. Шул хәтлем ауыр һөнәр...

Яҙыусыныҡы тағы ла ҡатмарлыраҡтыр тип уйлайым. Геройҙарының хис-
тойғоһон кисермәһә, яҙа алмайҙыр ул. Бәлки ул, сәнғәт кешеһе кеүек сәхнә аша күрһәтмәһә лә, тетрәнеүҙән төндәрен илайҙыр? Көндәр буйы шул геройҙарының кисерештәренән арына алмай йөрөйҙөр? Эйе, беҙҙең һөнәрҙәр бер-береһе менән шул ҡәҙәр яҡын, “игеҙәк”, айырылғыһыҙ. Халыҡ барыбыҙҙан да күңеленә дауа көтә бит. Уға бөгөн нимә кәрәк – шуны тойоп, дөрөҫ шифа табырға тейешбеҙ. Алда әйтелгәнсә, беҙ, мәҫәлән, йырҙарыбыҙҙың һүҙҙәренә, мәғәнәһенә иғтибар итмәй,
тота килеп сығып йырлаһаҡ, тамашасыларыбыҙ күңеленә дауа түгел, ә “ыу” булыуы ихтимал. Шуға ла үҙ-үҙебеҙгә талапсанлыҡты кәметмәҫкә тырышабыҙ.

Һәҙиә Дәүләтшина рухын һүндермәйсә...

Әҙәбиәткә яҡынлыҡ ҡандарына ла һалынған Усмановтарҙың. Хәсәндең тамырҙары Һамар өлкәһенә барып тоташа, ул бөйөк әҙибә Һәҙиә Дәүләтшинаның нәҫеленән.

– Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында Һамар өлкәһенән утыҙлаған ғаилә Баймаҡ-Сибай яҡтарына күсеп килә. Улар араһында минең ҡарт өләсәйем Һылыубикә менән ҡарт олатайым Искәндәр Исхаҡовтар ҙа була. Эш эҙләп килгәндәр, тип һөйләй торғайны әсәйем. Урындағы халыҡ уларҙы килмешәк тип тә кәмһетеп ҡараған. Әммә ауырлыҡтарға бирешмәгән яҡындарым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарт олатайым Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алмай. Уны ҡарт өләсәйем ғүмер буйы көтөп йәшәгән. Яңғыҙы дүрт балаһын (иң олоһо – әсәйемдең әсәһе Йөҙлөбикә) матур итеп ҡарап үҫтергән.

Билдәле булыуынса, уҙған быуаттың 30-сы йылдары башы-урталарында Һәҙиә Дәүләтшина Баймаҡта сыҡҡан гәзиттең әҙәби хеҙмәткәре булған. Өләсәйем уның үҙҙәренә килеп киткәнен хәтерләп һөйләй торғайны. “Миңә шундай матур яулыҡ ябындырҙы”, тип иҫләр ине. Ҡарт өләсәйем Һылыубикә менән Һәҙиә инәй ике туған ғына булған. Күрше ауылдарҙа үҫкәндәр. Өләсәйем Йөҙлөбикә төҫ-ҡиәфәте менән Һәҙиә Дәүләтшинаға оҡшап та тора ине. Һылыу, ҡупшы булды.

Белеүегеҙсә, олуғ яҙыусы Һамар өлкәһенең Хәсән ауылынан. Шуға ла үҙемдең исемемде тамырҙарыбыҙ барып тоташҡан ерҙәр менән рухи бәйләнеш кеүек ҡабул итәм. Был миңә әйтеп аңлатҡыһыҙ оло яуаплылыҡ өҫтәй.

Усмановтарҙың концерттар менән башҡорттар йәшәгән күрше төбәктәргә лә йыш ҡына барып тороуҙары нигеҙендә тамырҙар бәйләнеше ята.

– Ике йылға һуҙылған пандемия мәлендә халыҡты ныҡ һағындыҡ, – ти улар. – Тамашасыларыбыҙ ҙа зарыҡты. Шул иҫәптән күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә социаль селтәрҙәр аша яҙып та, былай шылтыратып та һөйләшеп торҙо, тиҙерәк осрашыу минуттарын көттө. Улар туған йыр-моңон ныҡ ярата, бөтөн күңелен биреп тыңлай. Шуға ла сит төбәктәрҙәге концерттарыбыҙҙы беҙ “зарыҡҡан күңелдәр һөйләшеүе” тип ҡабул итәбеҙ, был осрашыуҙарға гелән тулҡынланып, оло яуаплылыҡ тойоп барабыҙ. Үҙҙәре моңло, йәшәйештәре ауырыраҡ уларҙың. Тормоштары беҙҙең республикалағынан байтаҡҡа айырыла. Был сикте үткән саҡта уҡ күҙгә бәрелә. Ауырыраҡ шарттарҙа йәшәһә лә, һис бирешмәй ситтәге милләттәштәребеҙ – рух, ихтыяр көсө хайран ҡалмалы уларҙа!

Хәҙер гастролдәргә йөрөү географияһын киңәйттек. Быйылға Силәбегә, Екатеринбургка саҡырып та ҡуйҙылар. Гел ихлас ҡаршылаған Ырымбур яғында ла майҙанды киңәйтеү ниәтебеҙ бар. Ундағы башҡорт ауылдарынан тыш, Гай, Орск кеүек бәләкәй ҡалаларҙа, Ырымбурҙың үҙендә концерт ҡуйырға маҡсат алдыҡ. Йәнә – Һамар, Ҡурған... Әйткәндәй, Татарстанға ла гел саҡыралар. Башҡорт тип хөрмәт
итеп торалар. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын яраталар. Аҡтаныш, Минзәлә ерҙәре элек беҙҙеке булған бит инде. Ҡан тартыуы бар, әлбиттә. Мәҫәлән, популяр композитор Илгиз ағай Закиров менән легендар йырсы Ғәзинур Фәруҡшиндың йөҙ-ҡиәфәттәре хас Баймаҡ башҡорттарыныҡы. Ә улар икеһе лә – Аҡтаныштан. “Һеҙ бит – башҡорттар. Көйҙәрҙе шулай тәрән, моңло итеп тик башҡорт ҡына яҙа ала”, – тигәнем дә бар Илгиз ағайға. Ризалаша. Юҡ тимәй.

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарына ла концерт менән йөрөп торабыҙ. “Без – башҡортлар” тип ихлас танышҡан, бигерәк тә халыҡ йырҙарын әҫәрләнеп тыңлаған милләттәштәребеҙ йәшәгән ошондай төбәктәргә бынан ары йышыраҡ барырбыҙ тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ.

– Ғөмүмән, беҙ тамырҙарҙан, рухи ҡиммәттәрҙән ситкә китмәй, уларға “йәбешеп ятып” йәшәү яҡлы. Нисек кенә “тапалған” кеүек яңғырамаһын, был – хәҡиҡәт, – тип дауам итте һүҙҙе Зилә Рәхимйән ҡыҙы.

– Тамырҙарынан айырылып, өлкәнәйә барған һайын нығыраҡ зарығып йәшәгәндәрҙе күреп-белеп торабыҙ. Мәҫәлән, үҙемдең ике туған ағайым менән инәйем дә шундай хәлдә. Йәш саҡтарында Мәскәүгә сығып китеп, шунда ғаилә ҡороп ҡалған улар. Хәҙер иһә үҙҙәрен ике ут араһында кеүек тойоп ғүмер итәләр: тыуған яғына, туғандары араһына ҡайтам тиһәләр ҙә, гел ҡайтығыҙ тип саҡырып торһаҡ та, кирегә юлдары юҡ... Туғандарымдың ошондай йөрәк әрнеүҙәрен белгәнлектән, балаларыбыҙҙы,
тамырҙарынан айырылып ҡуймаһындар тип, ҡурсалап ҡына торабыҙ. Милли мәктәптә – Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыйҙар, һөҙөмтәлә, дуҫтарының ла күбеһе – башҡорттар, ҡыҙыбыҙ Шәүрә бәләкәйҙән беҙгә ҡушылып сәхнәгә сығыр ине, улыбыҙ Урал “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында ныҡлап шөғөлләнә, КВН-да ҡатнаша. Баш ҡалабыҙҙа башҡортса концерттарҙың, спектаклдәрҙең даими күрһәтелеүе, һуңғы йылдарҙа “Бабич”, “Беренсе Республика” кеүек үҙебеҙҙең фильмдар сығыуы, “Самауырлы ритайым” һымаҡ милли күңел асыу сараларының ойошторолоуы ла, һис шикһеҙ, балаларыбыҙҙың рухи үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Улар туған телен нығыраҡ ярата, милләттәштәренә нығыраҡ яҡыная. Быйыл, Алла бирһә, 11-се класты тамамлаясаҡ ҡыҙыбыҙҙың күптән түгел “мин киләсәгемде үҙебеҙҙең башҡорттар араһында
күрәм” тигән һүҙҙәрен ишеткәс, хатта күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты. Шул ҡәҙәр тулҡынландым, шатландым. Ҙур рәхмәт милләтебеҙҙе үҫтереү өсөн бөтөн йәнен-тәнен биреп эшләгән рухлы замандаштарыбыҙға!

Балаларыбыҙ, әлбиттә, башҡа телдәрҙе лә теләп өйрәнә, белә. Шәүрә, мәҫәлән, инглизсә китаптарҙы ла яратып уҡый. Икеһе лә әҙәбиәткә тартыла. Уҡыһындар, белһендәр – барыһы ла үҙҙәре өсөн. Ундайҙар төрлө яҡлап үҫешә, тормошҡа тиҙерәк яраҡлаша, аралашыу даирәләре киң була. Ә был, ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, иң мөһиме. Тел, әҙәбиәт – бар нәмәнең инеше бит: тормош ниндәй генә боролоштар яһамаһын, был хәҡиҡәт үҙгәрмәй.

Тел белеү тигәндән, бер ваҡиғаны һис онота алмайым. Ғаиләбеҙ менән Төркиәгә барып төштөк. Отелдә ресторанда ултырабыҙ, хеҙмәткәр беҙҙән нимәлер һорарға теләй – аңламайбыҙ. Аптырағас, белгән өс һүҙемде әйттем: “Бән сәни сәвийорум”.
Билдәле булыуынса, “һин һине яратам”, тигәнде аңлата ул. Теге төрөк был һүҙҙәрҙе ишетеү менән шат йылмайып ебәрҙе, өҫтәлебеҙгә тәмле-татлы ризыҡтар килтереп
ултырта башланы. Бына ошо өс бөртөк һүҙ ниндәй мөғжизә тыуҙырҙы! Бер-береңдең телен белеү – үҙ-ара ихтирам, хөрмәт инеше шул. Бына М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҡыған ҡаҙаҡ егете Ильяс Сағынбәк бер йырҙы ҡаҙаҡсанан башҡортсаға тәржемә итеп биргәйне. Беҙҙеңсә шул ҡәҙәр таҙа һөйләшә. Уның үҙен нисек ихтирам итмәйһең инде?!

Әҫәрҙәребеҙҙе сәхнәгә күтәрһәк, милләтебеҙҙе күтәрербеҙ

Усмановтар Өфө театрҙарындағы тамашаларҙы ҡалдырмай ҡарап бара.

– Бигерәк тә Зилә йыш йөрөй. Урман техникумында музыка етәксеһе лә булып эшләгәс, студенттарҙы мәҙәни тормош менән таныштыра барыу бурысын ихлас күңелдән үтәй. Үҙенә шул ҡәҙәр оҡшай. Хәҙер театр эксперты ла булып бара инде, – тине йылмайып Хәсән Хажиәхмәт улы. – Тамашаларға барған һайын әҙәбиәтебеҙҙең ни тиклем бай икәненә инанаһың. Бына күптән түгел ҡыҙыбыҙ Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Әсмә” спектакленә барып, ныҡ тәьҫирләнеп ҡайтты. Илап та алдым, ти. Был тамашаға үҙебеҙ ҙә барырға йыйынабыҙ. Ғөмүмән, бөйөк мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиновтың яҙғандарына һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бүленеүе һөйөнөслө. Йәш быуын араһында уның һабаҡтары киң таратыла, социаль селтәрҙәрҙә лә
нәсихәттәре киң ихтыяж менән файҙаланыла. Бөгөнгө заман шарттарында балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүҙә ҙур ярҙам был.

– Беҙ уҡып үҫкән әҫәрҙәрҙең сәхнәгә күтәрелеүенә шул ҡәҙәр шатбыҙ, – тип дауам итте Зилә Рәхимйән ҡыҙы. – Мәҫәлән, мин Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһын – “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарын – бала саҡта ныҡ яратып уҡыным. “Кәмһетелгәндәр”ҙе Милли йәштәр театры ҡуйғас, әҫәрҙең ғүмере тағы ла оҙайғандай булды. Мин, ғөмүмән, ниндәйҙер спектаклгә барыр алдынан шул әҫәрҙе уҡырға тырышам. Ҡағыҙҙағы менән сәхнәләге, әлбиттә, күп осраҡта айырыла – ошо айырманың нигеҙен өйрәнергә, анализларға әүәҫмен. Ҡайһы саҡта иһә китапта яҙылғанды шул тиклем ныҡ үҙгәртәләр, хатта мәғәнәһе лә, әйтелергә тейешле төп идея ла зыян күрә. Шундай ваҡыттарҙа күңел төшөп, кәйеф ҡырылып йөрөй, әлбиттә. Үҙ һүҙеңде генә һүҙ итергә тырышмай,
башҡаларҙыҡына ла ҡолаҡ һалыу мөһимлеген онотмаһаҡ ине, тим.

Спектаклдәргә, Аллаға шөкөр, үҙебеҙ ҙә бәләкәй генә булһа ла өлөш индереп торабыҙ. Мәҫәлән, Илдар Ғиләжев ҡуйған “Искәндәр менән Ләйсән”гә Урал Иҙелбаев махсус яҙған йырҙарҙы Хәсән башҡара. Уларҙы хатта социаль селтәрҙәр аша сит илдәрҙән дә һорап алдылар. Ҙур уңыш менән барған “Һөйәркә” спектаклендә лә Хәсәндең йыры яңғырай. Былай ғына тыңлаһаң, әллә ниһе лә юҡ һымаҡ, ә тамашалағы хәлдәр барышында йөрәкте семетеп-семетеп ала.

Ғөмүмән, мәҙәни сараларға йөрөү шул ҡәҙәр күңелде үҫтерә, дәрт-дарман өҫтәй. Мәҫәлән, яңыраҡ студенттар менән Рәфис Сирусиндың матур тамашаһын ҡарағас, киләсәктә үҙемдең дә концертты ҡуйыу теләге менән янып ҡайттым. Яңы спектаклдәр әҙерләнеүе хаҡында ишетһәк, шуларҙың премьераһын ашҡынып көтөп алабыҙ. Студенттарҙы ла һәммәһенә лә йөрөтөргә тырышам – бар нәмәнең, шул иҫәптән рухи ҡиммәттәребеҙҙең киләсәге улар ҡулында икәнен үҙҙәренә лә әйтеп торам. Тик сәхәнәгә күберәк үҙебеҙҙең әҙиптәрҙең әҫәрҙәре күтәрелһен ине. Шул рәүешле милләтебеҙҙе лә юғарыраҡ күтәрербеҙ.

 

“Иң бәхетле кеше ерҙә һин ул!..”

“...Ал сәскәләрҙән алһыуыраҡ һин,

Бар сәскәләрҙән яғымлыраҡ һин!

Ярата инем, һин, килмә, тинең...

Ғәфү ит мине, Мәрйәмем минең...”

Ошо йырын йырлап килеп сыға Хәсән Усманов Әбйәлил районының Салауат ауылынан Мәрйәм инәйҙең 80 йәшлек юбилейында. Оло инәй шаҡ ҡата. Уның янындағы өлкән йәштәге, сағыу милли кейемдәге әхирәттәре лә хайран ҡала. Артабан һуштарына килеп, моңло йырҙы күҙ йәштәренә мансылып тыңлайҙар... Бына ошондай матур бүләк, сюрприз яһай Мәрйәм инәйҙең балалары уның 80 йәшенә.

– Ғүмер буйы ауылда ауыр эштә йөрөп, тормошонда бындай иғтибарҙы аҙ тойған инәйҙе ҡыуандырып, үҙебеҙ ҙә сикһеҙ кинәнес тойоп ҡайттыҡ, – тип матур хәтирә менән бүлеште Усмановтар.

– Ошондай байрамдарҙы беҙ йыш үткәрәбеҙ, тамада эшен атҡарыуыбыҙға ун йыл тирәһе. Туйҙарға, тыуған көндәргә, корпоративтарға саҡыралар. Һуңғы йылдарҙа иһә “Айыҡ туй” үткәреүселәр ҙә күбәйә бара. Беҙ уларҙа айырыуса теләп ҡатнашабыҙ. Күңеллерәк тә, мулыраҡ та уҙа “Айыҡ туй”. Йәштәрҙең
артабанғы тормошо ла бәрәкәтлерәк була – был хаҡта аҙаҡ ишетеп-белеп торабыҙ, сикһеҙ һөйөнәбеҙ.

Ошондай төрлө байрамдарҙа ауылдағы халыҡтың йәшәйеше менән танышаһың, урындағы тормошто башҡа ерҙәгеләр менән сағыштырып ҡарайһың, уңыштарға ҡыуанаһың. Мәҫәлән, шул ныҡ иҫтә ҡалған: бәләкәй генә төпкөл башҡорт ауылына концерт ҡуйырға килгәйнек, билет алырға һонған аҡсаларының барыһы ла – бер мең дә биш мең һум! Ҡайтарып бирә алмай мәж килдек. Халҡыбыҙ әйткәнсә, “аҡсаны йомарлап тотоп” йәшәгән милләттәштәребеҙгә һоҡланып, ғорурланып, күңел
кинәнесе тойоп ҡайттыҡ.

– Әйткәндәй, байтаҡ ауылда Хәсән исемле егеттәр үҫеп килә, – тип дауам итте Хәсән Хажиәхмәт улы. – “Йырҙарығыҙҙы тыңларға яратҡас, улыма һеҙҙең исемде ҡуштым”, тип ҡыуандырып киткәйне бер апай. “Һеҙҙең йырҙарығыҙҙы тыңлап үҫтек, улар менән бергә ҡартайып та барабыҙ инде” тигәндәр бар. Шундай һүҙҙәрҙе ишетеү беҙҙе тағы ла илһамландырып ебәрә. Исемемә килгәндә иһә, мин уны бәләкәй
сағымда яратмай торғайным. Класташтарым – Руслан, Рөстәм, Роберт... Ә мин – Хәсән... Өләсәйем ҡолағыма ҡысҡырып тороп боронғо исем ҡушҡан. Түбәнһенә, ҡыйынһына инем. Хәҙер иһә тап Хәсән булыуым менән бәхетлемен. Алда әйткәнемсә, Һамар өлкәһендәге ауыл менән туғанлыҡ бәйләнеше кеүек тә ул, йәнә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ейәне лә Хәсән булған бит. Боронғолар
шулай балаға исем ҡушыуға ҙур иғтибар бүлгән шул: өләсәйемә рәхмәт!

Ошо юлға тоғро ҡалып, ҡыҙыма Шәүрә тигән исемде үҙем ҡуштым. Уралға иһә – әсәһе. Халҡыбыҙ йырҙарындай оҙон ғүмерле, бәхетле, иманлы булһындар, яҡтылыҡ сәсеп йәшәһендәр тип кенә теләп торабыҙ.

Иң алда әйткәнемсә, кеше ғүмере тәбиғәттә, шул уҡ бесәнлектә сағылғандай: яҡшы уңыш алыу өсөн яланды таҙартаһың, ямғырҙың ваҡытында яуыуын, ҡояштың үҙ мәлендә ҡыҙҙырыуын теләйһең, үләнде тырышып сабып алаһың, кипмәһә, әйләндерәһең, күбәгә өйәһең, унан кәбән итеп ҡояһың. Һәм кәбәнеңә үткән бер кеше баһа биреп уҙа: ҡыйыш түгелме, төҙ итеп осланғанмы, бесәне нисек... Тормошта ла шулай кәбәнеңде ҡойғанса тырышаһың. Тик, әлеге йырҙа әйтелгәнсә, бесәнлектә
муйыл төбөндәге таған етемһерәп тороп ҡалмаһын – эшең дауамлы булһын. Бының өсөн, әлбиттә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе ҡәҙерләп, уларға таянып, бер-беребеҙҙе күтәреп йәшәйек. Шәхси бәхеткә килгәндә иһә, яратып башҡарған йырҙарымдың береһендәге ошо юлдар һәр кемгә күңел юлдашы булһын ине:

“Иң бәхетле кеше ерҙә һин ул,

Булған бәхетеңде күрә бел!”

Һәм һәр кемдең тормош туғайын моңға, яҡтыға күмер үҙ һандуғасы булһын!

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: