Бөгөн сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтың тыуыуына – 240 йыл (1781-1878). Ғалимдар фаразлауынса, “Саңлы үҙәк”, “Һары ла сәс”, “Әйүкә”, "Малбай", “Бүзекәй кантон”, “Юлтый ҡараҡ” кеүек йырҙар Ишмөхәмәт сәсәндеке булырға тейеш.
САҢЛЫ ҮҘӘК
Саңлы үҙәккәй, һинең йәмең булды
Малым менән күсеп мин килгәс.
Саңды үҙәккәй, һиңә йыр сығарам,
Дәртле ирҙәр йырлар, мин үлгәс.
Саңлы үҙәктә бесән сапҡанымда
Сәңгел сыға салғым тауышы.
Сәңгел сыға салғым, ай, тауышы,
Тәнем менән йәнем һау өсөн.
Саңды үҙәккәйҙәргә йүгереп төштөм,
Ҡыҙарыпҡай бешкән еләккә.
Бер бөртөгөн өҙөп мин ашаным
Ял булмаҫмы янған йөрәккә.
Саңлы үҙәккәй, һиндә бесән саптым,
Сапҡан ерем күбә булһын тип.
Саңлы үҙәккәй, һиндә йыр йырланым,
Дуҫ-ишемдең күңеле булһын тип.
Саңлы үҙәккәй, һинең, ай, буйыңда
Ҡыҙарып-ҡыҙарып бешә еләгең.
Саңлы үҙәккәй, һиндә күп йәйләнем,
Ғүмерем булһа, тағы килермен.
Саңлы үҙәккәйҙәрҙә бесән саптым,
Саң-саң итә салғым тауышы.
Салғым тауышына мин йырлайым –
Янған йөрәгемдең һағышы.
Саңлы үҙәгем, һинең йәмең булыр,
Малдарымды әйҙәп мин килһәм.
Саңлы үҙәккәй, тиеп йыр сығарам,
Дәртле ирҙәр йырлар, мин үлһәм.