Дамир менән танышыуым ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Ул саҡта мин яңы ғына әрменән ҡайтып, “Ағиҙел” журналында эшләп йөрөйөм. Баш мөхәррирҙең ҡушыуы буйынса подписка ойоштороу маҡсатында Белорет ҡалаһына һәм районына командировкаға юлланырға тейешмен. Кемгәлер күҙ төбәп барырға кәрәк бит инде. Ошо маҡсатта районда башҡорт телендә яңы сыға башлаған “Урал” гәзите редакцияһына шылтыраттым. Трубканы алып, яуап биреүсенең иң тәүҙә ҡыҙҙарҙыҡына тартым үҙенсәлекле яғымлы тауышы диҡҡәтемде үҙенә тартты. Бер тыңлағанда уҡ иҫтә ҡалырлыҡ, башҡа берәүҙеке менән дә бутамаҫлыҡ тауыш. Эйе, нәҡ үҙе – бөтә илгә таныш булған шахмат буйынса чемпион Анатолий Карпов үҙе бит. Һуңынан тағы ла бер нисә кеше уның тауышын Карповтыҡы менән бутауы хаҡында әйтте. Туҡта, ул бит башҡортса һөйләшә түгелме? Етмәһә, “анта-мынта”һын да ҡыҫтырып ебәрә. Был факт тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндерҙе. Уғата аптыратҡаны шул: “Карпов”, ниңәлер, үҙен Дамир Шәрәфетдинов тип таныштыра бит әле.
Ярар, таныштыҡ. Киттем Белоретҡа. Редакцияға барҙым. Хәҙер инде Дамир менән күрешеп һөйләштем. Ул ауыл хужалығы институтының зоотехния бүлеген тамамлаған. Дүрт йыл Орел өлкәһендә алған һөнәре буйынса эшләп ҡайтҡан. Унда институттан йүнәлтмә буйынса барған. Ҡайтҡас та, уны яңы сыға башлаған башҡортса район гәзитенең баш мөхәррире, күренекле шағирә Гүзәл Ситдыҡова эшкә саҡырған. Улар ең һыҙғанып яңы баҫманы ижад итә башлай, уны уҡымлыраҡ итеү йәһәтенән район ауылдарында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрә, гәзиттең тиражы ла байтаҡ булып киткән. Дамир үҙенең һөнәре, эш тәжрибәһе, донъяға ҡарашы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына, тәбиғәткә, шиғриәткә мөхәббәтле мөнәсәбәте менән баҫмаға ниндәй интеллектуаль көс булып өҫтәлгәнен күҙ алдына килтереп була. Район гәзитендәге ижади башланғыстарын Дамир һуңынан “Йәшлек” гәзитендә, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Тамаша”, “Ағиҙел” журналдарында киңерәк планда дауам итә, белешмә, һүҙлек сифатында айырым китаптар ҙа баҫтыра.
Кискеһен редакцияға күрше генә йорттағы фатирға барҙыҡ. Дамир шунда йәшәп ята икән. “Урал” гәзитенең хеҙмәткәре, яҙыусы Фәриха Вәлиуллина уға ошонда торорға рөхсәт итеп, үҙе башҡа фатирға күскән. Бик ихлас әңгәмәсе булып сыҡты яңы дуҫым. Һөйләшеп һүҙ бөтмәне, бер-беребеҙгә шиғырҙар уҡыштыҡ.
Миңә уның яҙғандарының шул тиклем тәбиғи хисле, ихлас, ябай, шул уҡ ваҡытта кинәйәле, халыҡсан булыуы үҙенә тартты. Үҙе уҡыуында шиғырҙары үҙәккә үтерлек яңғырай. Ни тиһәң дә, үҙе кисергән тойғолар, хистәр шауҡымы бит инде. Бигерәк тә тәбиғәт тураһындағы шиғырҙары, мөхәббәт лирикаһы ҡабатланмаҫ яңғырашта. Автор уларҙа уҡыусыны шаҡ ҡатырырға ла, оригиналь булып күренергә лә тырышмай, һәүетемсә генә үҙенең йөрәген уҡыусыға асып һала. Әйткәндәй, һуңынан да тәбиғилек һәм һәүетемсәлек уның шиғриәтенең төп үҙенсәлеге булып йөрөйәсәк әле. Шағир шаҡҡатыризмдар, ҡатмарлы образдар менән мауыҡмай, үҙе тойған, белгән донъя, төшөнсәләр хаҡында тигеҙ, әкрен тауышы менән бәйән итә. Уның шиғырҙары ҡолаҡтарҙы ярмай, тыныс ҡына күңелгә килеп инә лә, һуңынан ғына дөһөрләүе ишетелә. Халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғариповтың “Йәшен йәшнәй тәүҙә, ә күкрәүе ишетелә бары һуңынан...” тигән шиғыр юлдары нәҡ Дамирҙың шиғри асылы хаҡында ла әйтелгән һымаҡ. Хәйер, шиғри асылы ғынамы икән? Әле килеп, шағир баҡый донъяға күскәс тә, йәшендәй йәшнәп үткән ғүмеренең тәүге күкрәүҙәре ишетелгән саҡта ғына арабыҙҙа кемдең юҡлығын нығыраҡ аңлай барабыҙ.
...Үгеҙҙе мөгөҙөнән шаҡара тоттоҡ. Тәүге осрашыуҙа уҡ шиғри ҡульяҙмаһын Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына тәҡдим итергә тигән фекергә килдек. Дамир тиҙ арала шиғырҙарын китап итеп туплап, машинкала баҫтырып миңә бирә лә, мин артабан уны хәрәкәткә килтерергә, секцияға тәҡдим итергә бурыслымын.
Барыһы ла башта беҙ ҡорған план буйынса барҙы. Дамир ҡулъяҙмаһын ҡосаҡлап елдереп Өфөгә килеп тә етте. Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы етәкселеге менән берлектә ултырыш көнөн дә билдәләнек. Миңә лә, секция ағзаһы булмаһам да, ултырышта Дамирҙың яҡлаусы оппоненты булараҡ сығыш яһарға рөхсәт иттеләр.
Көнө-сәғәте еткәс, Яҙыусылар союзы бинаһында йыйылып, Белорет тарафтарына төбәлеп ултырҙыҡ. Бер сәғәт үтте, ике, Дамир килмәне лә ҡуйҙы. Аптырағас, Белоретҡа, редакцияға шылтыраттыҡ. “Дамир ней Өфөгә, шиғриәт секцияһында ҡулъяҙмаһын тикшертә китте”, тип яуап бирҙеләр.
Иртәгәһен тағы ла шылтыратып ҡараным. Эшендә юҡ. Берәй хәл булдымы икән, тип уғата борсолдоҡ. Редакцияла ла уны дыу килтереп эҙләйҙәр. Шул борсолоу менән тағы бер көн үтте. Юғалыуының өсөнсө көнөндә генә Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдыҡова уны тыуған ауылы Көнбәлә, ата-әсәһенең өйөндә барып тапты.
Ул ваҡытта беҙҙең быуын ағай-энеләре араһында “Сибайҙа йөрөү” төшөнсәһе бар ине. Кемдер берәү күңел асыу юлында йөрөһә, уны мәрәкәле кинәйә менән “Сибайҙа йөрөй” тип әйтә инек. Юҡ, Дамир был юғалғанында Сибайҙа йөрөмәгән. Һуңынан белештем. Секцияға тип Өфөгә табан электричкаға ултырған ул. Тик вагонда яҡын туғаны вафат булған танышын осратҡан да, уның хәлен еңеләйтеү өсөн тегенең тыуған ауылына барып, йыназала ҡатнашып, ярҙамлашып йөрөгән.
Үкенескә күрәме, әллә киреһенсәме, Дамирҙың асылын, улай ғына ла түгел, киләсәген, яҙмышын билдәләгән хәл-ваҡиға тап ошонда сағыла ла инде.
Беҙ нәфсе төшөнсәһен тик бер сифатта ғына күреп өйрәнгәнбеҙ. Әммә дини тәғлимәттә уның кеше үҫеше өсөн булышлыҡ итеүсе яҡтары хаҡында ла әйтелә. Нәфсенән бөтөнләй азат әҙәм балаһын күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр. Философтар: “Үҙ-үҙен яратмаған кешене башҡалар ҙа яратмай”, – ти. Күрәһең, Дамир был төшөнсәнең ана шул яҡтарын баһалап бөтмәгәндер. Был йәһәттән уны Буранбай Исҡужиндың шиғырындағы “команда”ға индереп булалыр, моғайын:
Тирә-йүндә таяныс та тапмай,
Хаҡлыҡ эҙләп китеп барғандар;
Кеше һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып,
Кисеү күрмәй итек һалғандар;
Һөйгәненең нурлы йөҙҙәренән
Дөмә һуҡыр булған мәжнүндәр;
Ҡарт-ҡороға ярҙам итеп йөрөп,
Поезынан ҡалған "мәймүндәр";
Урлай, уйнай белмәгәндәр,
Йырлай белмәгәндәр сит көйгә;
Ала белмәгәндәр, һата белмәгәндәр,
Ҡайта белмәгәндәр сит өйгә –
Йыйналышығыҙ бөгөн минең янға,
Ултырайыҡ бер аҙ серләшеп,
Күңелдәрҙә ҡалған йән йылыһын
Һүнеп барғандарға өләшеп.
Айыҡ аҡыллылар, донъясылдар
Беҙһеҙ бер көн йәшәп ҡалһындар,
Беҙгә һала торған яраларҙы
Бер-беренә бүлеп һалһындар.
Дауамы "Ағиҙел" журналының 5-се һанында.