Бөтә яңылыҡтар
Яҙмышы китап яҙырлыҡ
17 Ғинуар 2019, 14:56

“Их, төҙөк, йылы “Ашығыс ярҙам” машинаһы бирһендәр ине... Башҡа бер нигә лә мохтаж түгелмен”

Был мәҡәлә күптән яҙылһа ла, баҫмаға бирелмәй килде. Һәм сығырға тейеш тә түгел ине. Ни өсөн тигәндә, ғәжәп түҙемле, үҙенән алда башҡаларҙы уйлап йәшәгән Хәмдиә менән Йәүҙәт Мәжитовтар: “Ҡуй, ярай, өндәшмәйек. Бөрйән дауаханаһына яңы “Ашығыс ярҙам” машиналары килә, ти, ошоға бәйле беҙҙең мәсьәлә лә, бәлки, хәл ителер. Район етәкселеге социаль өлкәгә иғтибарлы ул, хәлде аңлайҙар, ярҙам итергә әҙер торалар”, – тип туҡтатты, яңы йылдан барыһы ла яйға һалынырына ихлас ышанды, өмөтләнеп көттө. Ләкин... Бына бөгөн дә, ғинуар уртаһында, уларҙың ҡыҙы, беренсе төркөм инвалиды, 33 йәшлек Фәнүзә үҙенең даими дүрт юлдашы менән бергә Бөрйәндән Белоретҡа гемодиализ үтергә шалтырлап торған иҫке, аҙ булһа ла йылытыу ниәтендә эсе төрлөсә “ямалған”, көпләнгән күркһеҙ техникала юлланырға мәжбүр булды...

Шәкәр диабетының аҙғаны...


...Һөйләшеүҙе ниҙән башларға тип баҙап ҡалғанымды, ниндәй һорау бирһәм дә, илап ебәрер тип борсолғанымды һиҙептер, Фәнүзә сыңғырлатып көлөп ебәрҙе.

– Ҡасан ауырыуға һабышҡанымдан башлайыҡ, апай. Шулай итәләр түгелме һуң?

Өҫтөмдән йөк төшкәндәй булды, үҙемдең күҙҙәремдән йәш тәгәрәне. Шул ҡәҙәр ауырлыҡтарға һынмай йәшәгән кеше ниндәйҙер һорауҙан “һытылып” ултырырмы һуң?!

– Ауыр сиргә һабышҡанымды белгәндә миңә 12 йәш ине, – тип тыныс ҡына хәтер ебен һүтә башланы Фәнүзә. – Шәкәр диабеты... Шул көндән тотош ғаиләбеҙ тыныслығын юғалтҡандыр, тип ҡуям бөгөн. Дауаханалар юлын тапауыбыҙға бына инде 22-се йыл...

Тейешле бар талаптарҙы үтәп, атай-әсәйемдең, яҡындарымдың хәстәрлеге менән ауырыуҙы аҙҙырмай, “ауыҙлыҡлап” килә инем әле. 2009 йылда, 24 йәшемдә, өйҙә аңғармаҫтан аяғымдың йөҙлөгөн төкөттөм. Ныҡ ауыртып, шешә башланы. Атай-әсәйем йәйләүҙә мал ҡарай, уларҙы борсоп тормайынса, үҙем район үҙәк дауаханаһына киттем. “Төкөткәсһең, шешә инде, бөтөр әле”, – тине табип. “Рентген үткәрмәйһегеҙме ни?” – тим илай яҙып. Ярай, һүҙемде йыҡманы. Аяғым һынған булған. “Юҡ, ул хәтлем ҡурҡыныс түгел, гипс һалайыҡ та...” – тип эште йәһәт кенә атҡарып, мине кире ауылға ҡайтарып ебәрҙеләр.

Гипс эй ныҡ өйкәй, ышҡый, бына-бына йәнем өҙөлөрҙәй кеүек. Бер аҙҙан аяғым тағы ла нығыраҡ шешә башланы. Тырнаҡтарым күгәргән һымаҡ... Тағы киттем район үҙәгенә. Был юлы кире бора алманылар: гангрена башланған...

Яҙмышымдағы артабанғы хәлдәрҙе өҙөк-өҙөк кенә хәтерләйем, дөрөҫөрәге, иҫкә төшөргөм килмәй... Бөрйән дауаханаһында тиҙ арала аяғымдың бармаҡтарын ҡырҡтылар. Юҡ, төпкәрәк киткән икән. Өфөгә барырға кәрәк. Тик әле унда урын юҡ. Аҙна самаһы көтөргә тура килә. Баш ҡалаға юлланғанда, кома хәленә еткән инем инде...

Шунда уҡ реанимацияға алып киттеләр. Аяғым тубыҡҡа ҡәҙәр ҡырҡылды. Аҙна тирәһе ваҡыттан һуң – тотошлай...

Бер аяҡһыҙ ҡала шулай Фәнүзә. “Һыңар бөйөрөңдө лә алырға тура килер, киста бар”, – тип белдерә табип. Шулай ҙа әлегә, организмдың ҙур көсөргәнеш кисергәненә бәйле, был операцияны яһамай торорға булалар.

– Күҙем дә боҙолоп бара ине, бер ай эсендә өс тапҡыр наркоз үткәргәс, тағы ла насарыраҡ күрә башланы, – тип хәтирәләрен дауам итте Фәнүзә. Унан ҡапыл йөҙөндә бәхетле йылмайыу балҡыны. – Ә 2010 йылдың июнендә апайымдарға барғанда Рөстәм менән таныштым. Аяғым ҡырҡылған, әҙерәк кенә күрәм... Ғашиҡ булдым... Августа никах уҡыттыҡ, киләһе йылдың сентябрендә туй үткәрҙек.

Йәштәр Фәнүзәнең ата-әсәһе менән бергә йәшәп алып китә. Тәүҙә таяҡҡа таянып ҡуҙғалһа ла, бер аҙҙан күреү һәләтен бөтөнләй юғалтҡас, хәрәкәттән яҙа йәш ҡатын. Ярай әле янында күтәреп йөрөтөрлөк ире, ата-әсәһе, яҡындары бар...

Өҫтәүенә 2016 йылда бөйөрө эшләүҙән туҡтап, ҡатынды аҙнаһына өс тапҡыр Белорет ҡалаһына гемодиализ үтергә йөрөтә башлайҙар...

– Техниканы үҙегеҙ йүнләргә тейешһегеҙ, тигәстәр, бер йыл буйы шулай йөрөнөк, – ти Фәнүзә. – Ағайым, еҙнәм алып бара, улар бушамаһа, башҡа кемделер яллайбыҙ. Шулай байтаҡ йөрөгәс, Әбйәлилдән өлкән йәштәге инәйҙе гемодиализ үтергә урындағы дауахананан махсус машинала килтергәндәрен белеп ҡалдыҡ. “Ошо турала закон сыҡты бит, һеҙ ҙә һорағыҙ. Техника бирергә тейештәр, хатта медицина белгесе лә бергә йөрөргә бурыслы”, – тине Белореттағы дауалаусы табибым.

Бөрйәнгә ҡайтып, дауаханала ошо хаҡта әйткәйнек, законда ни яҙалар инде, тине лә ҡуйҙылар. Кеше хәленә ҡарата шундай битарафлыҡтан, яуапһыҙлыҡтан (хатта тупаҫлыҡ, мәрхәмәтһеҙлек тип тә әйтергә мөмкиндер) йәнебеҙ әрнене. Өндәшмәй түҙһәк тә, үҙәгебеҙгә үткәйне бит инде ошолай өҙгөләнеп йөрөү. Гемодиализға барҙың да ҡайттың түгел дәһә, күпме ыҙа кисертә ул... Йәнә үҙебеҙҙең дауаханала әйтелгән шул һүҙҙәр йөрәккә уҡтай ҡаҙалып ҡанһыратты: “Бөрйәндән күсеп китегеҙ һуң. Гемодиализды ҡайҙа эшләйҙәр, шунда барып йәшәгеҙ!..”

Сараһыҙҙың көнөнән район үҙәк дауаханаһын судҡа бирергә мәжбүр булдыҡ. Килеп тикшерҙеләр. Баҡһаң, беҙгә махсус техника ғына түгел, бушлай бирелергә тейешле дарыуҙарҙы, глюкометрҙы ла бирмәй йөрөгәндәр икән. Барыһын да түләп ала инек. Судтан һуң рецепт менән бушлай бирә башланылар. Шулай уҡ тиҙ арала Белоретҡа йөрөтөргә техника ла табылды. 6 декабрҙә беренсе тапҡыр гемодиализ үтергә махсус машинала юлландыҡ. Ә суд 20 декабрҙә булды...


“Туңып, икенсе аяҡһыҙ ҡалайыммы ни?!”


Ошолай үҙ хоҡуғын яҡлауға өлгәшә ҡатын, ләкин...

– Эй ул юлдағы хәлдәрҙе һөйләй башлаһаң, апай... – тип көрһөнөп ҡуйҙы Фәнүзә. – Дауахананың бер йүнле “Ашығыс ярҙам” машинаһы юҡ, барыһы ла тиерлек иҫке, “эсе ҡойолоп тора”, күбеһенең ҡулланылыу ваҡыты үткән. Район етәкселеге ярҙам итеү теләгендә өтөлөп-ҡырылып йөрөй ҙә ул, үҙҙәре генә ни ҡыла алһын инде?

Бөрйәндән Белоретҡа гемодиализ үтергә биш ҡатын йөрөйбөҙ. Һәммәбеҙҙе бергә ултыртып сығарып ебәрәләр. Беҙҙең Яңы Усман бөтөнләй икенсе яҡта, Баймаҡ менән сиктәш ятҡанлыҡтан, шофер таңғы алтынан иң беренсе мине алырға килә. “Ашығыс ярҙам”да түгел, ә үҙенең шәхси автомобилендә. Ни өсөн тиһеңме? Беҙҙең ауылға юл шул тиклем насар – дауахананың саҡ йөрөгән меҫкен машинаһының ҡойолоп төшөүе ихтимал. Яҙғыһын айырыуса ҡурҡыныс - батҡаҡҡа әйләнә. Ошо мәсьәлә буйынса халыҡ та, ауыл Советы ла юғарыға күпме мөрәжәғәт итте, әммә барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Юлда берәй хәлгә осрағанда шылтыратам тиһәң, телефон бәйләнеше лә юҡ. Ә ауыл менән район үҙәге араһы – 42 саҡрым...

Водитель беҙҙе (минең менән һәр саҡ ирем, йә әсәйем, йә берәй туғаным була) килеп алып, дауаханаға илтеп, “Ашығыс ярҙам”ға күсереп ултыртҡас, артабан юлланабыҙ. Оло юлда иң беренсе Иҫке Мөсәттән минең йылғы ҡатынды ултыртып алабыҙ; унан Исламбай боролошонда ҡырҡ йәшлек Гөлкәй исемле апай (уны ире алып сыға, аҙаҡ кире килеп ала), артабан Иҫке Монасиптан 37 йәшлек Әзизә ҡушыла; иң аҙаҡ, район сигендә, Мәһәҙейҙән хеҙмәт ветераны, ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән, Рәсәйҙең маҡтау грамотаһына лайыҡ булған Һәҙиә инәй инеп ултыра. Беҙҙән тыш, мине оҙатып барыусы, йәнә медицина хеҙмәткәре һәм водитель – барыбыҙ һигеҙ кеше.

Ошондай саф менән аҙна һайын өс тапҡыр “алыш”ҡа сығабыҙ кеүек. Эйе, беренсенән, йәшәү өсөн көрәшәбеҙ бит инде, икенсенән, уңайһыҙ шарттарға баш бирмәҫкә тырышабыҙ: һыуыҡта иҫке автомобилдең ел өргән тишектәрен ҡаплайбыҙ, үҙебеҙ юрған менән бөркәнәбеҙ, көләбеҙ, йырлайбыҙ... Үҙе айырым тормош һымаҡ беҙҙең сәфәрҙәр. Ни генә күрмәнек уларҙа! Техника боҙолоп, юлда өшөүҙән ҡалтыранып торған саҡтар ҙа; тәгәрмәстәре йәйге булғанлыҡтан, “Ашығыс ярҙам”да ҡышҡыһын ҡот осоп барған мәлдәр ҙә; боҙолған машинаны йүнәтә алмаһалар, юлдан үткән башҡаларға ултырып ҡайтыуҙар ҙа; ауыртыныуҙан техниканың иҙәненә төшөп ятыуҙар ҙа (автомобилдәр иҫке булғас, күбеһендә ултырғыстар ҡаты, ятыр урын юҡ)...

Гемодиализ үтергә йөрөй башлаған саҡта айырыуса ҡыйын ул. Мин дә тәүҙә ныҡ ыҙаланым. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла ятам, ашай алмайым, ҡан баҫымым күтәрелә... Әле күптән түгел беҙҙең менән йөрөй башлаған Һәҙиә инәй шулай ыҙалай хәҙер. Өҫтәүенә, ҡан сайылып сыҡҡас, өшөйбөҙ. Ә машинала – һыуыҡ, тишектәренән ел үтә һуғып тора...

Үткән декабрҙә “Ашығыс ярҙам”да ныҡ өшөгәс, ҡыҙҙар бер көн градусник алып сығып үлсәп ҡараған икән, эстә ете градус һыуыҡ күрһәткән (быны фотоға ла төшөргәндәр). Ҡат-ҡат кейенеп, юрғанға төрөнөп йөрөнөк. Шофер эргәһендәге урында йылыраҡ булғас, мин шунда ултырырға тырыштым. “Эләктергес ҡайышы юҡ бит һуң, юлда тикшерһәләр, ни тиербеҙ?” – тип борсолһа ла водитель, төшмәнем: “Туңып, икенсе аяҡһыҙ ҡалайыммы ни?!”

Юҡ, шоферҙарға, Венер һәм Мөҙәрис ағайҙарға, бер ниндәй үпкәм юҡ, шул ҡәҙәр яҡшы күңелле улар. Юл буйы мәрәкәләп, көлдөрөп, кәйефебеҙҙе күтәрергә тырышып баралар. Хәлебеҙ насарайып китһә, борола һалып туҡтап, ярҙам итергә ашығалар. Мине күтәреп кенә йөрөтәләр. Табип кеүек булып бөткәндәр инде. “Их, яңы машина бирһәләр, рәхәтләндереп алып йөрөр инем үҙегеҙҙе!” – тип әллә ҡасандан хыялланалар ҙа ул...

Белоретҡа гемодиализ үтергә Әбйәлил районынан сирлеләрҙе төҙөк, йылы машинала, Межгорьенан хатта бөтөн уңайлыҡтарға эйә, ялтырап торған өр-яңы автомобилдә килтерәләр икән. Ә беҙҙе?.. Ярай, башҡаларыбыҙ йәш, түҙербеҙ, исмаһам, өлкән йәштәге хеҙмәт ветераны Һәҙиә инәйҙе уйлаһалар ни була? Ғүмер буйы ауыр эш башҡарған кеше шундай ҡартлыҡҡа лайыҡмы һуң?!

Әйткәнемсә, ауылдан район үҙәгенә – 42, Иҫке Собханғолдан Белорет ҡалаһына тиклем 140 саҡрым самаһы. “Һинең хәлең башҡаларҙыҡына ҡарағанда ауырыраҡ, бөтөнөгөҙҙө бергә Сибай дауаханаһына йөрөтәйекме әллә, үҙеңә яҡыныраҡ булыр”, – тип тәҡдим иттеләр бер мәл. Ризалашманым, юлдаштарымды уйланым...

Күптән түгел Бөрйән районы үҙәк дауаханаһына яңы “Ашығыс ярҙам” машиналары тапшырылды. Шуның береһе һеҙгә булыр тип өмөтләндергәйнеләр ҙә, килеп сыҡманы: беҙ, һигеҙ кеше, унда һыймайбыҙ икән. Иҫке автомобилдәрҙең береһен ремонтлап бөтөп, тағы шунда ултырттылар. Их, булһын ине беҙгә барыбыҙ ҙа һыймалы йылы машина! Башҡа бер ни ҙә һорамаҫ инек...


Йәшәү көсөн кемдән алырға?


Өҫтәүенә ире Рөстәмдең проблемалары... Бөрйәндә тыуып, аҙаҡ өләсәһе тәрбиәһендә Үзбәкстанда үҫкән егет нисә йыл инде Рәсәй паспорты ала алмай интегә. Бының өсөн әллә күпме аҡса түккәндәр, ҡайны-ҡәйнәһе бер нисә мәртәбә кредит алған, адвокат яллағандар...

– Барыбер эштең осона сығып киләбеҙ, – ти бирешмәҫ рухлы Фәнүзә. – Паспорт алһа, Алла бирһә, Рөстәмде мине ҡараусы итеп рәсмиләштергә мөмкин буласаҡ, һөҙөмтәлә эш стажы ла барасаҡ. Ысынында күберәк ул ҡарай бит инде мине. Атайым менән әсәйем хәҙер өлкән йәштә, алтмышты үттеләр. Улар мине нисек күтәреп йөрөтһөн?

Ирем ауылыбыҙҙағы шәхси пилорамдарҙа эшләй. Шул ҡәҙәр оҫта ҡуллы ул. Төрлө ҡорамалдар алып, үҙ кәсебен йәйелдерергә әллә ҡасандан бирле хыяллана ла, әлегә мөмкинлек кенә юҡ. Барыһы ла булыр, тип дәртләндереп торам үҙен. Әйткәндәй, ауылдан беҙгә айырым ер бирҙеләр. Ана шунда, Алла бирһә, өй күтәрһәк, уның эсен-тышын күңеле булғансы рәхәтләнеп биҙәр. Яңы йортҡа атайым менән әсәйемде лә күсереп алырбыҙ...

Фәнүзәнең буш ваҡыты бөтөнләй тиерлек юҡ. Янынан кеше өҙөлмәй уның. Берәүҙәр хәл белешергә инһә, икенселәр, киреһенсә, үҙ проблемаларын һөйләргә, кәңәш һорарға керә. “Фәнүзәнән йәшәүгә көс алабыҙ”, – ти ауылдаштары. Һис ҡасан бойоғоуҙы белмәгән, ихлас сыңғырлатып көлөүе менән күңелдәрҙә ҡояш балҡытҡан, моңло тауышлы, шул ҡәҙәр хыялға бай ҡатын янында бөтөн донъяуи мәшәҡәттәр, хәл итеп булмаҫтай кеүек тойолған мәсьәләләр онотола, йәшәүгә көс арта, тормошҡа ҡарата һөйөү тойғоһо көсәйә.

– Сираттағы бәйләмемде тамамлап торам әле, – тип ҡыуанысын белдерҙе әле лә Фәнүзә. – Бар туғандарымды ойоҡ-бейәләйле, тәпешкәле итеп бөттөм. Иремдең тыуған көнөнә жилет бәйләп биргәйнем, эй яратып кейә! Шулай шөғөлөмдө төрләндерергә тырышам, бер урында тапанып тороп булмай бит инде. Алла бирһә, үҙемә күлдәк бәйләп ҡарайым әле тим. Пенсия килгәс, еп алдыртам да. Күлдәгем матур килеп сыҡһа, оҫтарып китһәм, әсәйемә лә бәйләрмен. Унан – атайыма берәй йылы кейем...

Былтыр яҡындары Фәнүзәнең тыуған көнөнә тауышлы сенсорлы телефон алып биргән. Уға ла тынғы юҡ: тик ултыра белмәҫ ҡатын “Ютуб”тан эҙләп төрлө кинолар тыңлай, башҡорт йырҙарына ҡушылып китә, яҡындары ярҙамында “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яңылыҡтар менән даими танышып бара, ғөмүмән, барыһын да белеп, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй.

– Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп кенә торам, – ти ул. – Раббыбыҙ нимә ҡушҡан, шуны күрәбеҙ инде. Аллаға шөкөр, атай-әсәйем, яҡындарым иҫән, һәйбәт йәшәйҙәр. Киләсәктә лә шулай була күрһен. Бер генә нәмә үҙәгемде өҙә – әлеге лә баяғы “Ашығыс ярҙам” машинаһы. Ҡасан ғына ышаныслы, йылы техникала йөрөү бәхетен татырбыҙ икән? Һуңғы тапҡыр барғанда Әзизә апай һыуыҡ иҙәндә ятып ҡайтты. Биле ауыртыуҙан ҡаты ултырғыста ултыра алмағас, ә ятырға урын булмағас...


И. ЙӘРМИЕВА.


Бөрйән районы.
Читайте нас: