Бөтә яңылыҡтар
Яҙмышы китап яҙырлыҡ
15 Ғинуар 2018, 19:11

Башҡорт үҙ батырын белергә тейеш

Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар! Башҡорт үҙ батырын белергә тейеш Советтар Союзы геройы исеме 11 меңләп батырға бирелә. Ә “Ҡыҙыл Йондоҙ” орденына 144 офицер һалдат лайыҡ була. 1944 йылдың ҡышы. Будапешт янында ҡаты һуғыш бара. 16-сы мехбригада Гудериандың танк корпусына ҡаршы тора, бригаданың ҙур өлөшө юҡ ителә. Фашистар ҡапыл һөжүм итеп бригаданың штабын ҡыйрата. Комбат яралана, штаб начальнигы һәләк була. Бына-бына ауыр танкылар ҡуҙғалып китеп аҡтыҡ көстәрҙе тапап-иҙеп үтергә тейеш. Шул саҡта артиллерия взводы командиры булып хеҙмәт итеүсе башҡорт егете плащ-бөркәнсеген ябынып, үҙен “хәрби совет ағзаһы” тип таныта һәм бригада менән командалыҡ итеүҙе үҙ ҡулына ала.

Иштуған Ҡотлоғәлләмов
Иштуған Ҡотлоғәлләмов
Башҡорт үҙ батырын белергә тейеш
Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуып үҫеүсе батыр яҡташыбыҙ дүрт тапҡыр «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены кавалеры, арҙаҡлы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, тыңғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, атаҡлы хужалыҡ етәксеһе Иштуған Ишбулат улы Ҡотлоғәлләмовҡа арналған “Иштуған батыр” повесын журналдың февраль һанында уҡырһығыҙ. Авторы – Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Читайте нас: