Бөтә яңылыҡтар
Яҙмышы китап яҙырлыҡ
8 Декабрь 2017, 17:47

Байымдың “процентһыҙ банк”ы

Рәйсә Зарипованы Байымда “Процентһыҙ банк” тип йөрөтәләр. Аңлашылалыр: кемгәлер үтескә аҡса биреп торғаны өсөн ул өҫтәмә түләү, йәғни процент алмай. Тап мосолмандарса, ғәҙел был ғәмәл. Үтескә биреп тороусының күңеле тыныс, алып тороусының мөлкәте теүәл. Мохтажлыҡ кисермәйенсә йәшәгән кем бар икән был донъяла? Айырма хаҡта ғыналыр. Байҙарға – миллиондар, урта хәллеләргә – меңдәр, фәҡирҙәргә һумдар кәрәк...

Алағарҙа – алырлығың, ҡырпағайҙа бирерлегең булһын, тиҙәр. Мохтажлыҡ кисергәндә күҙ төбәп барырлыҡ ышаныслы кешең бар икән, ифрат яҡшы бит ул. Ни генә тимәйек, ауыл халҡы хәҙерге заманда күп осраҡта аҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Был хәл аңлашыла ла. Элек колхоз-совхоздар гөрләп эшләгән саҡта аҡса проблемаһы ауылда ул тиклем киҫкен торманы. Аҙы ла етте, күбе лә бөттө, тигәндәй. Ул саҡта “дефицит тауар” төшөнсәһе бар ине. Хәҙер иһә аҡсаң ғына булһын – йәнең теләгәнде табырға мөмкин.
Ә Рәйсә Зарипованы Байымда “Процентһыҙ банк” тип йөрөтәләр. Аңлашылалыр: кемгәлер үтескә аҡса биреп торғаны өсөн ул өҫтәмә түләү, йәғни процент алмай. Тап мосолмандарса, ғәҙел был ғәмәл. Үтескә биреп тороусының күңеле тыныс, алып тороусының мөлкәте теүәл. Мохтажлыҡ кисермәйенсә йәшәгән кем бар икән был донъяла? Айырма хаҡта ғыналыр. Байҙарға – миллиондар, урта хәллеләргә – меңдәр, фәҡирҙәргә һумдар кәрәк...



Уңғанлығы – ата-әсәһенән
Алма ағасынан алыҫ төшмәй. Рәйсә апай ҡара тырышлыҡты, егәрлелекте, бөтмөрлөктө әсәһе Һылыубикә менән атаһы Әбелхәйер Әмировтарҙан мираҫ итеп ала. Улар әле Рәйсә апай йәшәгән Байым ауылына күрше генә ятҡан Икенсе Этҡолда көн күреп, икеһе лә колхозда хеҙмәт итә. Өс ҡыҙға, бер уланға ғүмер бирәләр. Һылыубикәнең тәүге иренән тыуған ҡыҙы Сабира әле иҫән, 85 йәштә, Муллаҡайҙа йәшәй.
Атаһы менән әсәһе көнө-төнө колхоз эшендә булғас, Рәйсәгә үҙенән бәләкәй Рәйлә һәм Роза һеңлеләрен ҡарап үҫтерергә тура килә. Йәшләй вафат булған ағаһы Рәйесте этҡолдар шәп бейеүсе итеп хәтерендә һаҡлай. Уның оҫталығын хатта баш ҡаланан махсус комиссия килеп баһалап, Рәшиҙә Туйсина, Әнүәр Ишбирҙин менән бергә уҡырға алып китергә йөрөй. Әммә ата-әсәһе: “Берҙән-бер улыбыҙ ата йортон ташларға тейеш түгел. Ҡартайған көнөбөҙҙә таянысыбыҙ булырһың, бармайһың”, – тип балаһын Өфөгә ебәрмәй. Рәйес Әмиров тигән оҫта бейеүсе тап шуның өсөн дә оло донъяға танылмай ҡала.
Уны тиҫтерҙәре кеше йәнле, ихлас, үтә ярҙамсыл итеп хәтерендә һаҡлай. Бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй ул, һәр ваҡыт йор һүҙе, мәрәкәләре менән ауылдаштарын дәртләндереп йәшәй. Был йәһәттән Рәйсә апай ағаһына оҡшаған. Бер ваҡыт Икенсе Этҡол егеттәре кемгәлер трактор менән утынға бара. Ҡайтышлай башҡалар кабинаға ултыра, Рәйес иһә йөк башына ҡунаҡлай. Байым менән Икенсе Этҡол араһындағы ямаҡай соҡорло юлды үткәндә утын тейәлгән йөк түңкәрелеп китмәһенме! Егет ергә барып төшкән ыңғайы эргәләге һаҙға йүгереп инеп йәшеренә. Кабиналағылар уны күрмәй ҙә ҡала. Улар йәһәт кенә төшөп, Рәйесте йөк аҫтында ҡалған тип уйлап, утынды аҡтара, икенсе урынға күсерә башлай. Бәхеттәренә күрә, егет унда булмай сыға. Шулай ҙа барыбер юҡ бит... Кабиналағылар ни уйларға ла белмәй. Бер аҙҙан һаҙ яғынан Рәйес йылмайып килеп сыға. Тап ошо урында Ғамил Афзалдың шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Үлеп ятам, үҙем көлөп ятам,
Кеше бәхетенә шатланып...
Был саҡта егеттәрҙең ниндәй тойғолар кисергәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Рәйестең һеңлеһе Рәйсәнең холҡон ҡылыҡһырлар өсөн бәйән иттем был ваҡиғаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һеңлеһе Роза менән берҙән-бер ағаһының ғүмерҙәре иртә өҙөлә.
Аталары Әбелхәйер һуғыш ваҡытында фашистар тотҡонлоғонда булып, мең бәлә-ыҙалыҡ аша тыуған яғына ҡайтыуға өлгәшә. Ул алтын ҡуллы балта оҫтаһы, колхозда төрлө эштә йөрөй, етәкселәр ни ҡушһа, шуны намыҫ менән үтәй. Рәйсә апай атаһын бик талапсан кеше итеп хәтерләй. Һәр эште үҙе белгән тәртиптә башҡарып, шәхси хужалығында ҙур уңыштарға өлгәшә ул. Миҫалға картуф һәм сөгөлдөр үҫтереүен генә алайыҡ. Әбелхәйер ерҙе икегә бүлеп, тәүге йылда был майҙандың бер өлөшөнә – картуф, икенсеһенә сөгөлдөр сәсә. Икенсе йылында иһә тамыраҙыҡтарҙың урындарын алмаштыра. Һөҙөмтәлә, йылдың нисек кенә килеүенә ҡарамаҫтан, шәхси баҫыуында картуф та, сөгөлдөр ҙә емерелеп уңа.
Әбелхәйерҙең тынғыһыҙлығы, ҡара тырышлығы хаҡында Икенсе Этҡолда төрлө легендалар йөрөй. Үтә ныҡ ҡартайып, күҙе күрмәй башлағас, эшһеҙ тора алмаған ҡарт өйөлгән утынды икенсе урынға күсереп, шунан һуң кире элекке еренә шылдыра икән. “Ниңә улайтаһың ул, Әбелхәйер апа?” – тип һорағандарға ул: “Эй, уландар, миңә бит эш кәрәк, хәрәкәтһеҙ торһам, билем һыҙлай башлай”, – тигән, ти.
Атаһы ҡыҙы Рәйсәне һәр ваҡыт үҙе менән бергә йөрөтә. Дүртенсене тамамлағас, урманға утын ҡырҡырға алып сыға. Шул саҡта ике тотҡалы ҡул бысҡыһы менән ҡайын ауҙарғандары айырыуса ныҡ иҫендә ҡала ҡыҙҙың. Ни өсөн икәне аңлашыла торғандыр. Ғөмүмән, бала саҡта булһынмы, башҡа ваҡыттамы, кешенең хәтеренә иң бәхетле, йә булмаһа иң ауыр мәлдәр уйыла торғандыр. Ә утынға барғанды Рәйсә апай бысҡыға көсө етмәй ыҙаланғаны өсөн иҫендә ҡалдырған. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ ҡыҙҙың был саҡтағы кисерештәрен: уның атаһына шул тиклем ярҙам иткеһе, ҡайынды тиҙерәк ауҙарышҡыһы килә, әммә көс кенәһе етмәй. Бала ғына тәнендә юҡ ундай ҡарыу, етмәһә, ағас ҡырҡылһын өсөн бысҡының ике яҡтан да тигеҙ тартылыуы шарт. Талапсан атаһының йөҙөнә ара-тирә күҙ төшөрөп ала ла, унан әрләнеүҙән, ҡырын ҡарауынан ҡурҡҡан һымаҡ, эй, өтәләнә ҡыҙ бала. Уның хәлен күреп, атаһы бер үҙе лә бысып ауҙарыр ине, был мөмкин түгел...
Ошо юлдарҙы яҙған саҡта ҡулыңа бензобысҡы алып, уларға ярҙам итке, ҡайынды тиҙ генә бысып ауҙарғы, ҡыҙҙы көсһөҙлөгөнә бәйле уңайһыҙланыу тойғоһонан ҡотҡарғы килә. Ә бит Рәйсә апайҙы бала сағындағы тап ошо эпизод ваҡыты-ваҡыты менән һиҫкәндерә килә. Инде олоғайып, пенсияға сыҡҡас, үткенсе сиғандарҙан бензобысҡы һатып ала ул. Улынан уны тоҡандырыу серҙәрен өйрәнеп, урманға китә һәм ундағы ҡороған байтаҡ ағасты бысып ауҙара. Йәғни, ошо рәүешле бала сағындағы көсһөҙлөгөнән үсен ала, утындан ҡонон ҡайтара.
Әсәһе Һылыубикәне бик уңған, бөтмөр кеше итеп иҫләй ауылдаштары. Ул хатта 70 йәше тулғас та колхоз эшендә ярҙамлашырға сыға һәм, бер көндә 55 һарыҡтың йөнөн ҡырҡып, рекорд ҡуя. Йәштәр бының яртыһын да үтәй алмай.
Ғүмер буйы ауыр эштә йөрөһәләр ҙә, тотош ил кисергән ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәрһәләр ҙә, Һылыубикә инәй – 81, ире Әбелхәйер 86 йәшендә донъя ҡуя. Атаһы менән әсәһенең оҙон ғүмерле булыуын Рәйсә апай шулай аңлата: “Эштән кеше үлмәй ул...”


Ашаған түгел, тураған белә
Рәйсә апайҙың бала саҡ хәтирәләренән тағы ла күңеленә ныҡлы уйылып ҡалғаны бесән мәленә бәйле. Улар башҡалар кеүек был саҡта урманға күсеп барып, ҡыуышта йәшәп, колхоз эшен башҡара. Ауылдың ололары Әбелхәйерҙең салғыны үҙенсә ашлағанын иҫендә ҡалдырған. Башҡалар бының өсөн муйылды һайлаһа, ул – ерек ағасын. Этҡолдар тәүҙә әлеге хәлгә көлөп кенә ҡарай. Йәнәһе, ерек тә булдымы ағас: ул бит серек, салғы һабы хәҙер ысҡынып йә һынып сығасаҡ. Әммә ҡыҙыу эш башланғас, тегеләрҙең көлкөһө яңыра. Баҡтиһәң, ерек ағасы кипкәндә тартылып, салғының һабы ҡуҙғатып булмаҫлыҡ рәүештә шыҡырайып ҡата икән. Һөҙөмтәлә башҡа бесәнселәр берәм-берәм Әбелхәйерҙең янына килеп, оҫтанан хеҙмәт ҡоралын яңынан ашлатып алыр булған.
Колхозсылар көнөнә 12 – 15 кәбән ҡойоп өлгөрә. Ирле-ҡатынлы Әмировтар һәр ваҡыт ҡыҙыу эштең иң уртаһында йөрөй. Сабыу тамамланғас, Әбелхәйер кәбән ҡойоуға тотонһа, ҡатыны Һылыубикә ғүмер буйы был бесән өйөмөнөң башында тора. Унда йөрөүҙең ауырлығын ошо эште үҙе башҡарған кеше генә беләлер. Төрлө яҡтан бер туҡтауһыҙ ташланған бесәнде уңлы-һуллы ҡағып ала белергә, өйөмдө һыу үтмәҫлек итеп күкрәкләргә, уртаһын ныҡ итеп тапарға, матур итеп ослап ҡуйырға кәрәк. Шуға ла кәбәнде һалған кешеһенә түгел, ә башында торғанына ҡарап баһалайҙар. Әгәр ҙә дөрөҫ итеп күкрәкләнмәһә, уртаһы ныҡ итеп тапалмаһа, осланмаһа, бесән өйөмө көҙ етмәҫ элек үк яна, төтәй башлай. Был саҡта “кәбән тәмәке тарта” тиҙәр һәм уны һалғанда башта торған кешенең исемен телгә алалар. Тормошта ла шулай бит: ашаған түгел, тураған белә. Ошоларҙың барыһына шаһит булған Рәйсә апай бөгөн килеп бесән мәлен иҫкә төшөрөп һөйләп ултыра икән, ата-әсәһенән алған тормош һабаҡтарының ниндәй кимәлдә икәнлеге ныҡлы аңлашыла.
Әйткәндәй, кеше ғүмере лә шул уҡ кәбән һалған кеүек бит. Иң тәүҙә күбәләрҙе бер урынға тарттырып, тормошоңдоң төбөн һуҡтыраһың, нигеҙ һалаһың, артабан уның өҫтөнә хеҙмәт ҡаҙаныштарыңды өйәһең, күкрәкләйһең һәм матур итеп ослап ҡуяһың. Тик үҙең иҫән саҡта уҡ “кәбән”ең төтәп ултыра икән, был – дөрөҫ йәшәй белмәүеңә ишара.
Рәйсә апай Зарипова иһә тормошоноң күп өлөшөн хеҙмәттә, халыҡ теле менән әйткәндә, “ҡара эш”тә үткәрә. Ә “ҡара эш” кешенән ҡара тырышлыҡ талап итә. Икенсе Этҡол мәктәбендә ете класты тамамлағас, 16 йәшендә колхозға һауынсы булып сыға ҡыҙ. Шул көндән пенсияға киткәнсе эш урынын алмаштырмай. Ул һауынсы саҡта Байым фермаһы Баймаҡ районында бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Коллектив берҙәм, бөтөн ерҙә тәртип булғас, мал яҡшы ҡаралып, көндәлек ризығын ваҡытында ашап торғас, һөт тә өҙөлмәй. Йәйен-ҡышын өс тапҡыр һауыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Элекке етәкселәр шундай фекерҙә: әгәр колхоз тарҡалмаһа, Байым фермаһы әле лә гөрләп эшләп торор ине. Ә ул ваҡытта хеҙмәтсәндәр хужалыҡты үҫтереүгә бөтөн көсөн түгә. Фәтхетдин, Мөрит, Әхмәр, Әбүзәр атлы мал ҡараусылар уғата тырышлыҡ күрһәтә. Һауынсыларҙың береһе ауырып китһә лә, һауылмаған төркөм ҡалмай, һыйырҙар һис ҡасан асығып баҡырып тормай. Етәкселәр әле булһын фермала тир түккән колхозсыларҙы “һапһыҙ ҡара балта” тип атай. Шулай тимәй һуң, унда мөдир булып данлыҡлы көрәшсе, билдәле ҡурайсы Шакирйән Ғәлин эшләгәс. Шәхесте ауыл халҡы ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Шакирйән 60 йәшендә колхоз һабантуйына Хәйбулла районынан килгән атаҡлы көрәшсегә ҡаршы сығып алыша. Тегене һелтәп тә ебәрә. Еңелгәне: “Юҡ, яңылыш булды, тағы көрәшәйек”, – тип ризаһыҙлыҡ белдергәс, улар икенсегә бил һынаша – Шакирйән ағай тағы ла тегене быраҡтыра.
Рәйсә апай әле хаҡлы ялда булыуына, 75 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, алты һыйыр һауа. Уға тиклем ике тапҡыр күберәк тә тота. Әле хужалығында утыҙлаған һарығы, бер аты бар. Һыйырҙарының һөтөн эшкәртеп, ағын аш итеп, ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, сыр һата. Баймаҡ баҙарына бер барғанында ул йортона уртаса 6 – 8 мең һум аҡса эшләп алып ҡайта. Унда аҙнаһына ике тапҡыр йөрөгәнен иҫәпләгәндә, хужабикәнең айлыҡ табышы 30 – 50 мең һум тәшкил итә. Рәйсә апайҙың һөт ризыҡтары Беренсе каналда Леонид Якубович алып барған “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуына ла барып етә. Тауарын Силәбенән дә килеп алыусылар бар, төрлө кимәлдәге республика етәкселәре лә ул әҙерләгән аҙыҡ төрҙәренең тәмен белә. Һуңғы ваҡытта урыҫтар ҡоротто күпләп ала башлаған. Рәйсә апай әйтеүенсә, берәүһе: “Донъяла ҡороттан тәмлерәк ризыҡ юҡ”, – ти икән.
Ошо юл менән аҡса эшләп, йүнсел ҡатын улына “Т-150”, “Т-40” тракторҙары алып бирә. Юныс иһә, был “ҡорос ат”тарға атланып, әсәһенең йорттағы “бәләкәй ферма”һын техник яҡтан хеҙмәтләндерә, бесән эшләй, утын ташый. Ҡышҡы бурандарҙа ул Икенсе Этҡол, Байым ауылы кешеләренең төп терәгенә әүерелә: “Т-150” тракторы менән урамдарҙы ҡарҙан таҙарта, халыҡтың ҡырҙағы бесәнен һөйрәп алып ҡайтыша, утын килтерә. Бының өсөн Юнысҡа ғына түгел, уның әсәһенә лә рәхмәт яуҙыралар. Ошолар бит барыһы ла – Рәйсә Зарипованың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, ҡара тырышлығы һөҙөмтәһе. Һыйырҙың ағын әлегеләй изге эштәргә йүнәлтеү өсөн дә ни ҡәҙәр ныҡышмалылыҡ талап ителгәнен бар тулылығында аңлаймы икән был ауылдарҙың халҡы? Аңлайҙыр, тим. Рәйсә апайҙы улар юҡҡа ғына “процентһыҙ банк” тип атамай бит.


Баланы “йәшереп” таба
1962 йылда Рәйсә апай Байым ауылы егете Хәбибрахман Зариповҡа кейәүгә сыға. Ғүмеренең был мәлен шулай хәтерләй: “Әллә инде, уның менән осрашып-күрешеп, хат яҙышып та йөрөмәнек. Эш ҡалдырып, улайтып йөрөргә ваҡыт та булманы. Алам, тип килгәйне, барҙым да ҡуйҙым инде. Ҡалайтаһың. Бармайым, тимәйһең инде... Ризалыҡ биргәс, яратҡанмындыр. Иртән тор ҙа эшкә кит, беҙҙең заманда ир һөйөү тигән нәмә булманы бит ул. Ҡайтты ниһәң, малың тора, балаларҙы ашатырға, өҫ-башын ҡарарға кәрәк. Килен булып төшкәндең өсөнсө көнөндә бесәнгә сығып киткәс, ниндәй яратыу булһын...”
Эйе, өйләнешеп, бергә ике көн дә тормаҫтан, колхоздың миҙгел эштәренә егелә йәштәр. Ире комбайнда ла, тракторҙа ла йөрөй. Хатта һыйыр ҙа һауа. Ирле-ҡатынлы Зариповтар был эште ярышып та, бер-береһенә ярҙам итешеп тә башҡара. Туғыҙ балаға ғүмер бирә улар. Исемдәре: Шамил, Йосоп, Юныс, Гөлсөм, Юлай, Гөлсирә, Гөлсинә, Урал, Филизә. Бәлә-ҡазаларҙан да азат түгел әҙәм балаһы. Ғаилә башлығы Хәбибрахмандың баҡыйлыҡҡа күсеүенә – 20 йыл, өлкән улдары 15 йыл элек вафат булып ҡалған.
Шуныһы аптырата: ҡатын бер ваҡытта ла декрет ялына китмәй, бала тапҡас та эшләүенән туҡтамай. Был хәлгә аптырап та, ғәжәпләнеп тә, сәйерһенеп тә, һоҡланып та ҡарарлыҡ. Хәҙерге йәштәргә ошо хаҡта һөйләһәң, ышанмаясаҡтар. Ышанған хәлдә лә, Рәйсә апайҙың был ғәмәлен эшен юғалтмау, башҡа кешегә бирмәү өсөн яһаған аҙымы тип кенә ҡарауҙары бар. Хеҙмәт урындарына ҡытлыҡ кисергән хәҙерге заман күҙлегенән ҡарағанда, был, ысынлап та, шулай кеүек. Әммә ул ваҡытта, киреһенсә, эш һәр ваҡыт булды, кешене генә еткерә алмай торғайнылар. Тимәк, Рәйсә апайҙың ҡаратырышлығына, әрһеҙлегенә башҡа юҫыҡтан ҡарау дөрөҫтөр.
Беренсенән, бала тапҡандан һуң бер-ике көн үтеүгә кире эшкә сыға алғас, уның һаулығы ныҡ булған. Тарихтан билдәле: яуға сыҡҡан ирҙәре артынан эйәреп йөрөгән ҡатындар, бәпәй тыуҙырыр мөҙҙәте еткәс, иренән арттараҡ тороп ҡалып, бала табып, уны йылғала йыуып, кендеген ҡырҡҡас, йүргәккә ураған да, атҡа атланып, ирен ҡыуып еткән. Сөбханаллаһ, Рәйсә апай әле лә шап-шаҡтай, һап-һау. “Дауаханаға барһам, ҡан баҫымың нормала, ауырымайһың, тип баҫтырып сығарып ебәрәләр. Аллаға шөкөр”, – ти.
Икенсенән, бала тапҡан әсәне эшкә ебәрерлек шарт тыуҙырылғас, Рәйсә апайҙың ғаилә тылы ла ныҡлы булған. Ире Хәбибрахмандың һауынсы һөнәрен үҙләштереүе лә ошо сәбәпкә бәйлелер тигән фараз да барлыҡҡа килә. Әйтәйек, ир менән ҡатындың сабый ҡарау һәм фермаға барып һыйыр һауыуҙы алмашлап башҡарыуы мөмкин.
Өсөнсөнән, Рәйсә апай менән ошо хаҡта һөйләшкән саҡта шуны аңланым: уның өсөн бала табыу ҡәҙимге ғәмәл булып иҫәпләнгән. Йәғни, был хәлде ул эште ташларлыҡ сәбәпкә һанамай. Ошо урында Әнғәм Атнабайҙың “Ҡара икмәк” шиғырын иҫкә төшөрөү ҙә етәлер:
Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,
Имеҙлеккә һалып биргән дә
Үҙе киткән ураҡ урырға.
Илағанмын, ләкин сыҙағанмын, –
Икмәк менән була торорға...
Ул саҡта колхозда баш зоотехник булып эшләгән Рәфҡәт Ишбулатовтан Рәйсә Зарипованың “йәшереп” бала табыуына ҡарата фекерҙәрен белергә теләнек. “Ауырлы йөрөгәнен күрәм бит инде, – тип бәйән итте ул. – Ферма мөдире Фәнил: “Рәйсә апайҙың көнө еткән, әйҙә, ял иттерәйек”, – ти. Мин ризалашам. Унан һауынсыға: “Һиңә ял итергә кәрәк, әйҙә, урыныңа кеше табайыҡ”, – тим. Ә ул: “Беҙ өлгөрөрбөҙ ул, бар һин хәл ал”, – тип мине алдаштырып ҡайтарып ебәрә. Өс-дүрт көн үткәс, тағы осрашабыҙ. “Рәфҡәт, беҙ арттыҡ”, – ти ҙә Рәйсә, бер ни булмағандай, эшен дауам итә. Бәпәйләгән сағында бер-ике көндән артыҡ ял итмәй торғайны. Бер ваҡытта ла декретҡа сыҡманы, һис ҡасан балаларым ауырый тип больничный алманы, дауаханаға, дарыуханаға йөрөмәне. Балалары ҡыш та иртәнсәк фермаға яланаяҡ йүгереп килә торғайны. Аяҡтары күгәрсендең тәпәйе һымаҡ ҡып-ҡыҙыл булыр ине. Киләләр ҙә, атлыҡса буйлап йүгереп йөрөп, кире өйҙәренә йүгереп ҡайталар. Балалары сынығып, үҙҙәре һымаҡ хеҙмәтте яратып үҫте...”
“Йәштәр әҙерәк эшләп, күберәк аҡса алырға ынтыла, ситкә сығып китә. Шуларға нимә тип әйтер инегеҙ?” – тигән һорауыма Рәйсә апай шулай яуапланы: “Әҙерәк эшләгән өсөн күберәк аҡса түләһәләр, мин дә унда барыр инем. Әммә бала саҡтан шулай өйрәнгәс, ошо юлды дауам итермен инде. Ҡайҙа барайым һуң? Сибайҙа бер көн йоҡлаһам да, ауылға ҡайтҡы килә, һағындыра башлай. Байымда төпләнеүемә 56 йыл булып китте. Элек, атай-әсәйем иҫән саҡта, тыуған ауылым Икенсе Этҡолға һағынып бара торғайным. Хәҙер һыуындым кеүек, шулай ҙа тегеләй-былай үткән саҡта атайымдың йорт нигеҙен ҡарап үтәм...”
Әйткәндәй...
Мәҡәләне баҫырға әҙерләгәндә Рәйсә апайҙың “ҡорос ат”тарын менеп йөрөгән улы Юныстың вафаты хаҡында ишеттек. Ҡараңғы гүре яҡты, ятҡан ере йомшаҡ булһын мәрхүмдең. Байым, Икенсе Этҡол халҡы уны бигерәк тә ҡыштың буранлы көндәрендә юҡһыныр. Рәйсә апайға оло сабырлыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ.
Читайте нас: