Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
16 Июнь , 11:23

Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар!

Салауат ЮЛАЕВ. 

Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар!
Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар!

Уҡ

Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.
Һауаға атҡан уҡҡайым
Тау, урмандар аша уҙһасы.
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.

 

Егеткә

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға!

 

Һандуғас

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта
Һандуғас моңо.
Күктеме, ерҙеме данлай?
Кем белә уны.
Йырлаймы күктә балҡыған
Ҡояштың нурын?
Әллә айға арнағанмы
Һандуғас йырын?
Әллә арналғанмы ул йыр
Яҡты йондоҙға?
Йәйрәп ятҡан яландарға,
Хәтфә болонға? —
Мин белмәйем.

 

Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...

Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып,
Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.
Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем,
Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың.
Таңдарымда миңә ҡояш баҡты,
Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә.
Көнөн-төнөн еләм тынғы белмәй, —
Иҫән-һауҙар микән илдәрҙә?
Әминәкәй көтөп ҡаршы алыр,
Рамазаным булыр ҡулында.
— Һаумы, улым, һаумы, Рамазаным,
Йәндәр аттым һин тип юлымда.

 

Зөләйха


Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.

Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.

Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе

Мин бахыр һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм,
Әйтә алмайынса һүҙҙәремде, баш эйәм.

Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.

Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.

 

Тыуған илем


Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, -
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.

Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым.

Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә,
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән, -

Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә.

 

Тирмәмдә


Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.

 

Мин үлмәнем, башҡорттарым! 

Һин алыҫта минән Ватаным,
Тыуған төйәк бигерәк аяулы.
Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,
Аяҡтарым минең бығаулы.

Ҡарҙар күмә минең юлымды,
Тындарымды ҡыҫа таш йорттар.
Әммә яҙын ирер ул ҡарҙар.
Минме? Юҡ,үлмәнем, башҡорттар!

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: