* * *
Ни ғәләмәт, туҙыҡалар һуғыша,
Аҡыш ҡоҙа араларын боҙоша,
Ә яугирға биргән анты ҡәҙерле,
Иле әйтһә, әҙерме, тип – әҙермен,
Әҙермен мин һаҡларға үҙ тирмәмде,
Үлһәм үләм, тик тирмәмде бирмәмдер,
Хәрби булып уттан ҡасып йөр(ө)мәмдер,
Шаңҡып тороп ғәр еләген тирмәмдер.
Ата-бабам яу юлында сыныҡҡан,
Быуат-быуат гарнизонда һыныҡҡан,
Һайҙаҡ4 ҡына егеттәрем эргәмдә,
Тирем тамһын, ҡаным тамһын – тирмәмдә!
* * *
Ҡарсығалар һөжүм итеп уҡтала,
Яуап биргәс, бер аҙ шаңҡып туҡтала,
Туғыҙ тапҡыр ҡаҡлыҡтырҙыҡ уттарын,
Кире бәрҙек әйләндереп туптарын.
“Тәмер туп”ты5, эй, уйнаныҡ, маз булып,
Дошман күп тә, беҙ үҙебеҙ аҙ булып,
Дошман күп тә, беҙ байтаҡҡа аҙ булып.
Тик уйнаныҡ, туҡтамайса уйнаныҡ,
Хеҙмәттәштәр тураһында уйланыҡ,
Беҙ үлһәк тә, улар иҫән ҡалһын тип,
Беҙ үлһәк тә, улар үлмәй ҡалһын тип.
Туғыҙ тапҡыр йылмайҙы ла фортуна,
Әллә ниңә әйләнде бит артына,
Ҡотолдоҡ тип инде генә торғанда,
Мамыҡ осто беҙ ҡапланған “юрған”дан.
Тупраҡ осто шартлағанда “хаймерс”тар,
Осмот ҡына ҡалғандыр тик ҡоймостан6.
* * *
Ҡарап торҙом асмандарҙан аптырап,
Илем күге – асыҡ йөҙлө сағараҡ,
Ә тирмәлә кирәгәнең уҡтары
Сағараҡтан сығып тора уҡталып!
Тағараҡҡа ҡанығышҡан йыртҡыстар
Кирәгәгә ҡаҙалалар йыртыштай.
Ҡаҙалалар тырпайышҡан башаҡҡа...
Ҡаҙалалар тырпайышҡан ашыҡҡа...
Ҡарап торҙом һушым китеп бер талай
Дошман ҡошо ярылғанын урталай.
Ҡапыл ғына килеп һуҡты башыма:
Кирәгәләр тырпайышҡан ҡаршымда –
Бергә утты-һыуҙы кискән яугирҙар,
Йә Хоҙайым, рәхмәт кенә яуғырҙар!
Ут яуһа ла, боҙ яуһа ла торалар,
Ялмауыҙҙың ауыҙҙарын йыралар!
Яугирҙар бит – былар минең туғандар,
Намыҫ һаҡлап үлер өсөн тыуғандар,
Башаҡтарын төбәгәндәр күктәргә,
Бындай үлем тәтемәй ул күптәргә,
Кирәгәләй кирелгәндәр асманға,
Амур булып төбәлгәндәр дошманға,
Амур бит ул һөйөү ҙәһә, тимәгеҙ,
Һеҙ был хаҡта нимә генә белә(һе)геҙ?
* * *
Ҡоро беләк көсө түгел батырлыҡ,
Нәфрәт менән дә ул һуғарылмай,
Ҡара суйын түгел бизмәндәре,
Аҡса алдында ул туғарылмай.
Ҡоро беләк көсө түгел батырлыҡ,
Өйташ түгел күккә атырлыҡ,
Вәхшәт түгел донъя ватырлыҡ,
Дәһшәт түгел күңел ҡатырлыҡ.
Ҡоро беләк көсө түгел батырлыҡ,
Дан да түгел тәмен татырлыҡ,
Йөрәк көсө бит ул, йөрәк хисе –
Таш терелеп сәскә атырлыҡ.
Илһөйәрҙәр генә кисерерлек,
Телһөйәрҙәр генә кисерерлек
Илең, ерең өсөн ҡалҡан булыу –
Теләк көсө бит ул батырлыҡ.
Ҡоро беләк көсө түгел батырлыҡ,
Үҙеңдекен бирмәү түпәләргә,
Ул ынтылыу ниндәй упҡында ла
Рухың менән үргә, түбәләргә.
Ҡоро беләк көсө түгел батырлыҡ,
Тыуа алмай бер ҙә бер тынала,
Ҡылыс ҡыны кеүек балҡыр элек
Мең яныла ла ул, мең һынала
Еңеллектә, башкөллө һиллектә,
Зәһәр үткән саҡта елеккә,
Көс төшөрә алдан тик намыҫҡа,
Көс төшөрмәй әле беләккә.
Ҡоро беләк көсө түгел батырлыҡ,
Ул выжданды сарлай торған татырлыҡ,
Ғәм кешелек сифаттарын йыша торған,
Сүкей торған һандаллы бер сатырлыҡ.
Ҡоро беләк көсө түгел батырлыҡ,
Яуызлыҡты елкәһенән матҡырлыҡ,
Тик шулай ҙа уның көсө ҡөҙрәтле,
Һәр йоҙроғо, һәр бармағы йөрәкле.
Йөрәк көсө, йөрәк хисе – мөхәббәт,
Батырлыҡ – ул тәү сиратта мәрхәмәт,
Мәрхәмәтлек әпсәңә лә, атаңа,
Мәрхәмәтлек тыуған ергә, Ватанға,
Мәрхәмәтлек шунда тыуыр сабыйға,
Батырлыҡ – ул ҡатмарлы ла, ябай ҙа...
Батырлыҡ – ул бәреп тормай күҙҙәргә,
Батырлыҡ һис ҡалтыратмай теҙҙәрҙе.
Батырлыҡ – ул ғәҙеллекте ҡурсалау,
Батырлыҡ – ул изгелекте ҡурсалау,
Батырлыҡ – ул выжданыңды һаҡлауың,
Батырлыҡ – ул мохтаждарҙы яҡлауың.
Батырлыҡ – ул тоғролоғоң дуҫлыҡҡа,
Батырлыҡ – ул ҡаршы тороу хаслыҡҡа,
Батырлыҡ – ул яҡты яғы күңелдең,
Баш тарттыңмы тик бер генә – аңшайыш,
Бүтән көстәр, бүтән хистәр – намайыш!7
* * *
Күҙ йәштәрең йәнемде сылата.
Иламале, әсәй, илама!
Мин дә, һиндәй булып,
Яугир исеме ҡушыр инем,
Шаңдағынан ҡурҡмай, балама.
Ярты донъяны яулаған Аҡһаҡ Тимер.
Мин аҙашы уның – Тамерлан.
Ҡурҡманым йәндә бүрткән яугирлыҡтан,
Тәүәккәл әйттем: йә һуң, тамырлан!
Улымдың башында урайы икәү тиеп,
Башлыҡ булыр, тиеп юраның.
Юшҡа сыҡты инде, командир булып
Утлы нөктәләрҙе ураным.
Урайы икәү, өрәйе8 берәгәй, тиеп
Ҡеүәтемә мине ышандырҙың.
Хыялым юллап барған офоҡтарҙа
Маяҡ итеп усаҡ тоҡандырҙың.
Үҙең ҡапҡа астың оло юлға,
Хафаландың шунан, көттөң гелән.
Олоғаям, уйла, һин баш бала,
Һағарғың9 көтә, тинең, ҡайтып төплән!
Һинең борсолоуҙы баҫалмағас,
Шаярыуға борҙом, эй, әсәм.
Яҙмыш йомарт, берсә һағыныу менән,
Берсә юғалтыу менән бүлешә.
* * *
Әсегән ҡымыҙҙың эрпеһен10
Яҙып алып буламы?
Әжәл менән шыбаға тотоп,
Уны алдап буламы?
Ун ике йәштә өй янғанда
Олатайҙы алып сыҡтым,
Тырма һөйрәгән әжәлде
Төтөнгә сәсәтеп йыҡтым.
Шунан был уйында “Мин байтус!” тип,
Байтаҡ йөрөлдө, байтаҡ, отоп мәрәй.
Ләкин мәрәй гелән түңәрәк булмай икән,
Шаҡмаҡ тура килһә, тәгәрәмәй.
22 июнь11 – тыуған көнөм,
Шомло ипкене бар был көндөң.
Шул ипкенде әллә йомшартмаҡтан
Әсәм ҡосағына килеп индем.
Левитандың көр тауышы был көн
Иғлан иткән оло ғәрәсәтте.
Мин дә уны ҡабатлап маташтым,
Тамаҡ ҡырҙы шунан, эй сәсәтте.
Әкиәт һымаҡ ине һуғыш заңы,
Беҙҙең быуында ла ҡабатланды.
Илһөйәрлек тигән атты йүгәнләп,
Һыртҡайына уның беҙ атландыҡ.
Хыял аттарында, выждан аттарында,
Өмөт аттарында, булды, саптыҡ!
Еңеү аттарын да эйәрләнек,
Хәсрәт аттарын да ос(о)раттыҡ.
Олатайҙар ҡылған батырлыҡты
Беҙ ат итеп алдыҡ ҡайһы мәлдә.
Аттар бында диңгеҙ. Беҙҙең аттар.
Гел һырт бирмәй улар ғәмәлдә.
Донбасс, Макеевка, шул уҡ Бахмут,
Бында беҙҙең аттар меңәрләгән,
Быуат булып килә, һәм бына беҙ
Олатайҙар йөрөгән юлда йәнә,
Йәнә килеп аттар эйәрләгән.
Аттарыбыҙ ҡалған был яҡтарҙа,
Бабаларҙың ҡалған баштары,
Ышанаһығыҙмы, тура килде хатта
Эйәрләргә... хәтер таштарын.
* * *
Кейеҙ тирмә йылы тота бит ул,
Асыҡ торһа ни ҙә төтөнлөк.
Тағы бер атҡа эйәр һалғым килә,
Исемен һораһаң, әйтәм, бөтөнлөк.
Сағараҡҡа, тим, сәңгелдәк элһәк...
Ел һуҡмаҫмы икән бәпәйгә.
Тышауҙар күп. Йола тотоп ҡырҡһаҡ,
Атлай алмай ултырған тыныслыҡ,
Байман, дарман
Китмәҫ тимә әле тәпәйләп.
Сәңгелдәктең эргәһендә
Атам ултырыр һамаҡлап:
“Эйй... Ҡыҙҙар күберәк тыуһын ине,
Малай-шалайҙы һаҡлап.
...Малайҙарҙың маһирҙары
Һыналып үҫә иләүҙә.
Йөрәгендә бет бар, тиҙәр,
Тамъян менән Тиләүҙә.
Ҡыпсаҡ ҡоро ғына әйтә:
Булыр бала биләүҙән.
Ҡанаты нығыр алғыш һүҙҙән,
Матур теләк теләүҙән.
Ҡалҡыр булыр, батыр булыр
Батыр менән тиңләүҙән.
Йөрәгенә түлен йыйыр
Тарих төбөн иләүҙән”.
* * *
Асманды әйтәм, ул да оло көмбәҙ –
Нимәһе менән ҡалыш тирмәнән?
Бында аҡбуҙаттар. Үкенес юҡ.
Бында ла уҡтай тора кирәгә.
Мәңге тынлыҡ – ул ҡәберлек кенә,
Сәйер тимә, тыныслыҡ яуһыҙ булмай.
Әллә ҡасан һүнгән йондоҙ нурынан алҡынып
Йыһан көрһөнә, йыһан тәрән һулай.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
(Поэма 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 5-се һанында баҫылып сыҡты).