***
Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Йыйнаҡ бүлмәң, тыйнаҡ өҫтәлең,
Белмәй нисек ҡәҙер итергә лә,
Шарабыма шарап өҫтәнең.
Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Таңын аттырғанда ул төндөң,
Ни өсөндөр, күҙ йәштәрең менән
Кәрәкһеҙгә ғәфү үтендең...
Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Һулҡып һыҙлай ине йөрәгем.
Аймылышҡас йәшлек таңдарыбыҙ,
Бар инеме бының кәрәге?
Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Булмаһаҡ та башҡа беҙ бергә,
Аҡ ҡар яуған аҡ ҡанатлы төндө
Онотаһым түгел ғүмергә!..
***
Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.
Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –
Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас.
***
Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә.
Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.
Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.
Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе?..
Бер ҡыл
Бер көн килеп элекке бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
— Паганини ҙә бит түгелһең, — ти,
— Уйнайһың, — ти, — әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы бер иҫке бер ҡылды,
— Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл!.. Изге бер ҡыл йәнгә!..
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә
Ни мәғәнә миңә йөҙ ҡылдан?
Мин үрмәксе түгел үҙ илемдә
Мөйөш һайын бер ҡыл һуҙырға.
Йәйғор һымаҡ ҡалҡып күңелемдә
Мең йыл аша һуҙылған бер ҡыл.
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Сәләмгә лә
Изге булған иҫке бер ҡылы.
Әҙернәнән яңы уҡ атырға
Әҙер торған кереш тартылып.
Күктә ҡояш — тик бер иҫке юлдаш,
Тик йылыта мәңге ул беҙҙе.
Һандуғас та ерҙә иҫке бер йыр йырлай,
Ялҡытканы һис тә юҡ әле!
Бер тыуа ла кеше тик бер үлә,
Тәүге һөйөүе лә бер генә,
Бер генә тик иҫке туған телем,
Бер генә тик иҫке ергенәм.
Мәңге яңы ҡартлас был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағымда
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Мин торормон бер ҡыл һағында.
Туҡһан туғыҙ ҡылың менән, дуҫкай,
Тик үҙеңдә ҡалһын аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы,
Булһын әйҙә ысын бер ҡылың!
***
Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,
Көнөм – эштә, эштә – төндәрем.
Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,
Таштан ҡаты, ятһа мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!.. донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям инде: ул көн килеп етер,
Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:
Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң һин эшлә емереп!
Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,
Дошмандың йәне туңғанын.
Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһын,
Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.
***
Халҡым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе әгәр күммәһә...
Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙары
Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына?
Шул ғәмһеҙлек
күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы ҡулына?
***
Һин күрмәҫһең, иркәм,
Бер ҡасан да
Ҡайғырғанда минең йәшемде.
Мин ҡайғымды
Тештәремә ҡыҫып,
Дауам иттерермен эшемде.
Бына шул мәлдә һин
Һүҙһеҙ генә
Аңлап ал да күҙҙән күңелемде,
Наҙлы ҡулың менән
Был ҡайғымды
Күкрәгеңә ҡыҫ һин үҙеңдең.
Башҡа миңә
Бер ни кәрәк түгел,
Ауыр саҡта миңә шул етә.
Һәм, минеңсә,
Тик шул биҙәй һине,
Тик шул ғына ирҙе ир итә.