Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
26 Ноябрь , 18:01

ҺЫУҺАНЫМ, ҺЫУҘАР БИРЕГЕҘ! (поэма)

Рауил БИКБАЕВ

ҺЫУҺАНЫМ, ҺЫУҘАР БИРЕГЕҘ! (поэма)
ҺЫУҺАНЫМ, ҺЫУҘАР БИРЕГЕҘ! (поэма)
Был төйәктә һәр бер тау ҡуйыны
Ил һуғарыр изге ер мәллә?
Бар яҡтарға һуҙылып һыуҙар аға,
Ҡайҙа ҡараһам да, Ирәмәл!
 
Ирәмәлгә үрләгәндә ирҙә
Тарихтарҙы байҡар уй ташыр.
Бында Йүрүҙәндең, Әйҙең башы,
Бында Яйыҡ, Миәс, Уй башы.
 
Ерҙең йыры бит ул бар йылғалар,
Таштар ҡуйынынан йыр аға.
Күкрәгенән һөҙөп сығара тау,
Әйтерһең дә һүҙен һайлап һөйләр,
Көйөн һайлап һуҙыр ир-аға.
 
Уралҡайым! Үҙәнеңә төшәм,
Яңы һырттарыңа ашығам.
Иртәгәгә бағам Ирәмәлдән,
Ил байҡайым Иҙел башынан.
 
Бар киңлеген барыбер иңләй алмам,
Күпме юл гиҙһәм дә илемдә.
Һәр шишмәнән һыуҙар уртлай алмам,
Ҡойона алмам барлыҡ күлеңдә.
 
Поэманың дауамын Башҡортостан Милли китапханаһының электрон фондында һаҡланған Рауил Бикбаевтың "Ай күргәндәй, ҡояш алғандай" китабынан ошонда уҡырға мөмкин: https://ebook.bashnl.ru/dsweb/Get/Resource-12506/%D0%B1%D0%B8%D0%BA%D0%B1%D0%B0%D0%B5%D0%B2.pdf 
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: