Башҡортостан
Башҡортостан!
Һиндә йыр һәм илһам,
Һиндә иман, һиндә ҙур аҡыл!
Тик бер үҙең шулай ихласһың һин,
Тик бер үҙең шундай ҡунаҡсыл!
Башҡортостан!
Бары һиндә генә,
Әлмисаҡтан килгән саялыҡ,
Нисә быуат Рәсәй һынлы Рәсәй
Иңдәреңә тора таянып.
Башҡортостан!
Һине данлап туймаҫ
Уралымда үҫкән ҡыу ҡурай.
Исемең бит һәр бер башҡорт өсөн
Изге доға булып яңғырай!
Башҡортостан!
Йәнгә шундай ғәзиз,
Туған телдең һәр бер хәрефе!
Нисек ғорур яңғырай: “Баш-ҡорт-ос-тан!”,
Ниндәй ҡеүәт бирә һүҙ: “Өфө!”
Башҡортостан!
Һин бит әсәм кеүек,
Сәңгелдәгем һиндә бәүелгән,
Һин бит – сәләм миңә киләсәктән,
Һин – аманат үткән дәүерҙән!
Башҡортостан!
Минең изге ерем,
Ата-бабам яҡҡан – тәүусаҡ,
Һин үткәнем минең, һин – бөгөнгөм,
Киләсәгем – балҡып тыуасаҡ!
2016-2017 й.
Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға?
Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға:
Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ:
Һеҙ үҙ-ара мөлкәт бүлешкәндә
Бер-берегеҙҙе, зинһар, ҡаҡмағыҙ!
Ни үкенес әгәр ҡыҙыҡһағыҙ
Мал-мөлкәткә, затлы әйберҙәргә,
Өйрәнегеҙ йәндәй туған күреп
Бер-берегеҙҙе тәүҙә ҡәҙерләргә.
Һаулығыҙ булһын, аҡсаға ни
Һатып алып була йөҙ юрған,
Тик булмаһын һөмһөҙ әҙәмдәр, тип,
Һеҙҙең тарафтарҙан йөҙ борған!
Иманығыҙ булһын. Иманһыҙлыҡ –
Ул ҡыуаныс түгел, ҙур ғәрлек!
Изге эштәр күберәк башҡарығыҙ,
Бәндәселек менән ҡайсаҡ ҡылған
Бар гөнаһтар өсөн түләрлек.
Балаларым! Китеп барһам әгәр
Кәфендәргә мине төрөгөҙ,
Риза булһын һеҙҙән Хаҡ Тәғәлә,
Тыуып ҡына үҫкән ерегеҙ.
Риза булһын халҡым! Ейәндәрем
Туған телдең бәҫен һаҡлаһын!
…Бер көн килеп әгәр Әжәл ҡаҡһа
Мин йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын,
Илашмағыҙ. Үкенерлек булмаҫ,
Әйткәнемде теүәл тотһағыҙ!
Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға?
Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ…
Таш-ҡатын
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ишеге алдында урынлаштырылған таш менгерҙе күргәс...
Күҙҙәремә ҡапыл салындың да
Тыныслыҡты минең ҡаҡшаттың,
Сырайҙарың үтә таныш һымаҡ,
Кемдең һыны һиндә, Таш-ҡатын?!
Һәйкәл итеп тергеҙерлек булғас,
Ябай булмағандыр асылың,
Йөрәгемә ҡеүәт өҫтәй кеүек
Саҡма таштан ғына хасил һын.
Тәрән мөхәббәтен белгерттеме
Һәйкәлеңде уйған уҙаман,
Килер быуындарҙы уйға һалып
Торғаныңа инде ни заман?!
Һине Аллаһ күреп бер осорҙа
Табындымы әллә мәжүси?
Ҡайғыларҙан ташҡа әйләндеңме,
Йөрәгеңде өттө кем үсе?
Тораташҡа әйләнерлек итеп
Рәнйетте һуң һине, әйт кемдәр?
Хәйер, күпме генә ялынһам да
Өндәшмәҫһең, беләм, таш менгер.
Мин кем инде һинең алдарыңда,
Ә шулай ҙа һының бик яҡын,
Сал быуаттар аша икебеҙҙе
Ниҙер бәйләй кеүек, Таш-ҡатын!
Тик бер генә ымың етер миңә,
Таш булһаң да эшлә ишара!
Күңелем бит һинең менгән бергә
Яуға сапҡанына ышана.
Сырайҙарың таныш... Йәндә һағыш...
Күтәрергә уны көс етмәй,
Эй ҡатын-ҡыҙ, ҡайһы быуаттарҙа
Йәшәгәнең булды интекмәй?!
Һинең һынды оло сабырлыҡтың
Һәйкәленә хатта оҡшаттым,
Ни булһа ла йәнгә ғәзизһең һин,
Ҡәҙерлеһең миңә, Таш-ҡатын!
Аллаһу– Раббүл ғәләмин*.
Күктә серле тамғалар бар,
Күктә– сихри буяуҙар,
Күрә уны бары ла тик
Ҡәлептәре уяуҙар.
Күктәр– затлы,
Ҡатлы-ҡатлы!
Ҡабатлайым шуға мин:
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Аллаһу– Раббүл ғәләмин.
Күктә матур яҙыуҙар бар,
Күктә– көслө доғалар.
Тик һиҙгерҙәр уҡый уны,
Ғәмһеҙҙәргә– юҡ улар!
Күктә– серҙәр!
Изге һүҙҙәр
Ҡабатлайым шуға мин:
Әлхәмдүлилләһ!
Әлхәмдүлилләһ!
Аллаһу– Раббүл ғәләмин.
Күктә оло ғилемдәр бар:
Аҡыл етмәҫ сикһеҙ аң!
Күктән яуа бәрәкәттәр
Аң булһаң, уяу булһаң!
Күктә – бәхет,
Көрси-тәхет!
Ҡабатлайым шуға мин:
Аллаһу әкбәр!
Аллаһу әкбәр!
Аллаһу– Раббүл ғәләмин.
Раббул ғәләмин* (ғәр.) – Ғәләмдәр хужаһы
***
Их, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар,
Бар ирҙәрен илдең аҙҙырып,
Бар ирҙәрен илдең меҫкен итеп,
Һуңғы иманынан яҙҙырып.
Ә бит ниндәй ирҙәр булған элек
(Мин ишетеп беләм йырҙарҙан)!
Ил терәге улдар тыуыр микән
Ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙҙарҙан?!
Илдә мәшхәр хәҙер, шул мәшхәрҙең
Булыр микән берәй туҡтары?!
Яулыҡ ябынмаған ҡатындарҙың
Ҡарашында – иблес уҡтары.
Яулыҡ ябынмаған ҡыҙ-ҡырҡынды
Аяр микән ирҙең аҙғыны?!
Шулмы инде илдең күрәсәге,
Шулмы хәҙер беҙгә яҙғаны…
Яулыҡ ябынмаған ҡатын-ҡыҙҙар –
Мәсекәйме ул беҙ, убырмы…
Яулыҡ ябынмаған инәйҙәрҙең
Доғалары ҡабул булырмы?
Ә бит бар ғәмебеҙ һыйған уға,
Ябай әйбер түгел ул яулыҡ,
Уның көсө, уның хәсиәте
Йәһәннәмдән ҡалҡан булырлыҡ!
Аҡ яулыҡлы инәй доға ҡылһа,
Фәрештәләр баҫыр күс һырып…
Ҡуй, яулыҡһыҙ йөрөмәйек, ҡыҙҙар,
Илдең бәрәкәтен осороп!..
Яр өҫтөндә тал ине
Ун һигеҙҙә булдым микән,
Күңелем – иләҫ-миләҫ.
Әй буйҙарына килгәйнек,
Торналар ҡайтҡан, тигәс.
Бөгөнгөләй хәтеремдә:
Яр өҫтөндә тал ине.
Кемдер берәү: “Китмә!” – тигәс,
Һүҙһеҙ генә ҡал ине...
Тик бит минең йүләр сағым:
Бер илайым, бер көләм.
“Ҡал!” – тиһә лә, китеп барҙым
Торналар тубы менән.
Их, торналар, ниңә шул саҡ
Яһанығыҙ өсмөйөш?!
Сит яҡтарҙа әйтте бер ҡыҙ:
“Һинең йәр миңә тейеш!”
Шау яра булды күңелем,
Үкенескә ҡалмаһын:
“Торайыҡ, торайыҡ!” – тиһәләр ҙә
Йүнләп тора алманым,
Хәсрәт йөкмәп ҡайттым кире –
Ҡайҙа ағас тал тигән?
Бер кем дә юҡ: “Һөйәм!” – тигән,
Бер кем дә юҡ: “Ҡал!” – тигән ...
Барыһы һине хәтерләтә
Барыһы һине хәтерләтә:
Шау-шыулы Өфө,
Исемеңдең тәү хәрефен
Йөрөткән кафе.
Барыһы һине хәтерләтә:
Ярым-ярты ай,
Рельстарынан сыға алмай
Һуңлаған трамвай.
Планетарий. Ял баҡсаһы.
Пар аҡҡошло күл.
Баштарҙы зыр әйләндергән
Ғәмһеҙ карусель.
Урамдағы дымлы асфальт,
Күктәге болот –
Барыһы һине хәтерләтә,
Тик әйтә:”Онот!”
…Йөрәгеңдә инде миңә
Юҡтыр шул урын,
Юғалайым юлдарыбыҙ
Киҫешмәҫ борон!
Һиңә мине хәтерләтһен
Бушаған перрон…
***
Инәйемде төштә күрҙем:
Сәскәйҙәре – аҡ ҡылған.
Тағы бер аҙ ҡайтмай торһам,
Яҙыр төҫлө аҡылдан.
Ҡасан ғына инәйебеҙ
Йәш ине, матур ине.
Ҡара таң менән торор ҙа
Һуң ғына ятыр ине.
Ул бер ваҡыт ултырманы
Ҡул ҡаушырып, эш тапмай.
Өйҙә үлем түшәгенә
Йығылған ине атай.
Етем итмәҫ өсөн беҙҙе,
Ул бит иртә ҡартайҙы.
Үҙ һаулығын юйҙы, әммә
Һаҡлап ҡалды атайҙы.
Ҡарайтырға сал сәстәрен
Ниҙәр генә бирәйем?!
Маҙартауҙа үлән йолҡоп,
Илағайны инәйем.
Ҡайындарға систе серен,
Кешегә һөйләмәне.
Мин дә ҡыйын саҡтарымда
Урманға киләм әле.
Бала саҡтан хәтеремә
Һеңдерҙем был йоланы:
Инәй өйҙә иламаны,
Тауға китеп иланы.
Был тиклем дә холоҡ-фиғелем
Үҙенә оҡшар икән,
Мин дә тауға сығып китһәм,
Күңелем бушар микән?!
Күңелем бушар микән…
Рауилә еңгәм иҫтәлегенә
Олотауҙың итәгендә
Еләк ҡотороп уңған.
Йыр һуҙа еңгә эргәлә,
Күнәге күптән тулған.
Мин – хыялый хәбәр тирәм,
Күҙ ҡыҙмай артығына.
Еңгәләрҙең аҡылы күп,
Минеке ярты ғына.
Мин – хыялый шаян ҡыҙсыҡ
Аңланым тик һуңынан:
Иң шаталаҡ еңгәйемдең
Эсе тулы ут булған.
Яман сир йыҡты еңгәне,
Дауаһын табалманы.
Киткән саҡта ауыҙына
Еләк тә ҡабалманы.
Олотауҙа еләк уңған,
Яңғыҙ нисек тирәйем?!
Мәҙәк һөйләп көлдөрөргә
Юҡ шул инде еңгәйем.
Шау еләкле тау битләүе
Еңгәмдән ҡалған бүләк.
Күнәгем дә тулы хәҙер,
Аҡылым да түңәрәк.
Инде үҙем еңгә булып,
Ауылдан киттем йыраҡ,
Сит яҡтарҙа әллә ниңә
Йәйҙәр ҙә ҡырыҫыраҡ.
Тау битендә еләк тирәм
(Күнәгем күптән тулған!)
Буҫығып илар урында,
Ҡысҡырып көлгән булам…
Атай йорто
Тыуған йортто һатып ебәрҙеләр,
Түләп алыр хаҡтар тапманым.
Ҡыйып үтә алмай торам бөгөн
Ауылымдың баҫыу ҡапҡаһын.
Хыял ҡорам үҙем: байырмын да
Мин булырмын бер мәл аҡсалы.
Атай һалған йортто ҡайтарырмын,
Инәкәйем баҡҡан баҡсаны.
Ҡайтарырмын бер мәл. Ҡасан да бер
(Оло минең шуға өмөтөм)!
Ошо йортһоҙ, гүйә, донъям китек,
Ошо йортһоҙ, гүйә, мин йәтим.
Ул йорт миңә атай һымаҡ ине,
Ул йорт ине минең инәйем.
Ауылдаштар, ҡайһығыҙға ғына
Ҡайттым, тиеп, шаҡып инәйем?!
Тыуған йорт – ул кемгә һатылһа ла
Йөрәгемдә минең ҡаласаҡ,
“Китмә!” – тиеп баҫыу ҡапҡаһында
Үкһеп илап ҡалды бала саҡ.
“Китмә!”– тине алсаҡ ауылдаштар,
Һүҙҙе йыҡмай алға атланым.
Тәҙрәләргә баҡтым, ләкин унда
Инәйемдең күҙен тапманым…
Ауылымдың иҫке генә өйө
Минең өсөн ул бит ҡот ине,
Атайымдан ҡалған йорт ине ул,
Инәйемдән ҡалған йорт ине…
декабрь 2016 й.
***
Күптән һинең менән һөйләшкән юҡ,
Ултыр әле, ултыр ҡаршыма.
Һуңғы араларҙа йәнем өшөй,
Төрлө уйҙар килә башыма.
Бергә-бергә күпме юлдар үттек,
Улдар бүләк иттем, ҡыҙ таптым.
Ғәфү итә-итә арып бөткән
Яраларҙы бөгөн ҡуҙғаттың.
Бер-беребеҙгә терәк булдыҡ микән
Икәүләшеп донъя көткәндә?!
Бәхетле лә бәхетһеҙ ҙә мәлдәр
Барыһы ла ҡалыр үткәндә…
Хәл итергә һиңә. Мин бит бисә!
Башың эймә! Әйт һин ир һүҙен!
Өндәшмәйһең… Эстән уйлайһыңдыр:
“Һин һәр ваҡыт түҙҙең! Түҙерһең!”
Мин һәр ваҡыт түҙҙем. Инде хәҙер
Бисә һүҙен тыңла, булмаһа:
Ғәфү ит һин мине наҙ күрмәһәң,
Ғәфү ит һин ашым һуңлаһа…
Ғәфү ит һин сабырлығым менән
Бәхетеңә әгәр ҡуйһам бик.
Кисермәһәм, бәлки китер инең,
Кисергәнем өсөн ғәфү ит!..
Гармунсы Ринат ағайға
Эй, һағындым, гармуныңда
Уйна әле, ағайым,
Йыр йырларға оҫталыҡ юҡ,
Бер ултырып илайым.
Хистәреңде гармун һөйләй,
Әйтмәһәң дә һүҙ итеп,
Ҡунаҡ булып ҡайтһаҡ та беҙ
Ҡаршылайһың үҙ итеп.
Йөрәгең бәлки илайҙыр,
Күҙҙәрең көлөп тора.
Һинең кеүектәр янына
Ҡайтаһы килеп тора.
Гармунлы булды йәшлегем,
Гармунлы бала сағым,
Гармуныңды һағынһам да
Юҡ бында ҡаласағым.
Үҙһенмәүҙән түгел инде,
Төйәк иткәс ҡалаһын,
Тағы китәм.
Гармун тартып,
Һин оҙатып ҡалаһың…
Уйна ағай,
Уйна ағай,
Беҙҙең ауыл көйҙәрен,
Үҙәктәрҙе өҙһөн әле
Минең үкенеүҙәрем.
Иҫтәремә төшөрәйем
Ауылым иртәләрен.
Гармун моңо
Китә торған
Юлымды кәртәләһен.
Ҡайтам тип ниәт ҡылайым
Әй буйын урар өсөн,
Тыуған нигеҙҙе ҡосаҡлап,
Түгелеп илар өсөн…
Ҡайтам тип ниәт ҡылайым,
Китергә иртә әле!
Рәхмәт һиңә!
Гармун моңо
Йәнемде иркәләне…
Онлайн
(шаярыу ҡатыш)
Ул иртән дә онлайн,
Ул кисен дә онлайн.
Телефондан уны ҡарап,
Эшемә гел һуңлайым.
Көндөҙ ҙә ул онлайн,
Төндә лә ул онлайн.
Их, өҙөлөп һөйәм уны,
Тик әйтергә ҡыймайым.
Ҡабатлана көн һайын
Бер уңмағас уңмай(һ)ың.
Кем менәндер онлайн -
Бәхетлелер моғайын...
Кем менәндер, белмәйем,
Ҡолаҡҡа ла элмәйем.
Ул яратмай, аңлайым,
Тик артынан ҡалмайым.
Хыялдарҙы ялғайым -
Булһын бары онлайн.
Мин бит ерҙә бер минут та
Унһыҙ тора алмайым.
Онлайн!!!