Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
15 Ноябрь , 10:25

БЕШКӘК (поэма)

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА

БЕШКӘК (поэма)
БЕШКӘК (поэма)

* * *

 

Арыным. Айырмаҫ булдым

Ысын менән ялғанды.

Донъям ташлап сығып киттем

Ҡыҙырырға яланды.

 

Арманһыҙ булғансы атлап,

Юлыҡтым бер үҙәнгә,

Аллаһыухаҡ, ни мөғжизә,

Түш тигәнме – түҙгәнгә...

 

Офоҡҡа баҡһаң – үҙәндең

Тарлау еренең төбө –

Әйтерһең, ҡымыҙ күпергән,

Ҡырмау тиреле көбө.

 

* * *

 

Күпереп ҡалҡҡан болоттар

Әллә башыма сыҡты,

Әллә ни, иҫте аҡтарып,

Дәүер һығылып сыҡты.

 

Инде генә лә иркенләп

Маз киләм тигән саҡта,

Бешкәк төштө лә түбәмә,

Мин торам, тине, һаҡта.

 

Иланым, илаһиәткә

Еттем генә тигәндә,

Һуҡһындар әле башыңа,

Иркенләйем, тигәнгә...

 

* * *

 

“Бешкәкһеҙ бейә һөтөнән

Нисек бешәһең ҡымыҙ!

Туҡмалдым тип мыжыма ла,

Күҙ йәштәреңде тымыҙ!”

 

Һәйбәт ҡыҙ булаһым килеп

Күҙ йәшемде йотам да,

Әйткәнде генә үтәйем

Тайпылмай бер тотам да.

 

Ярайым, яҡшы килендәй,

Үҙ ғәмемде кәметеп.

Көбө төбөнә йәшенгән

Йөрәгем генә дөп-дөп!

 

* * *

 

         Бешкәктән дә бешеләбеҙ,

         Йә бешкәктәй – үҙебеҙ.

         Үҙебеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ,

         Үҙгәргәндә һүҙебеҙ.

 

         Бейеп тора бейә һөтө

         Етеҙ бешкәк бешкәндә.

         Ихласмын мин үҙем менән,

         Үҙем иҫкә төшкәндә.

 

         Балаҫ өйҙән ағас өйгә

         Күсеп сыҡҡандай булам,

         Таш келәттәге ҡымыҙҙы

         Һоҫоп эскәндәй булам.

 

         Күҙ алдынан үтеп китә

         Яҙғы йорт – йәйләүҙәрем,

         Юғалған шул ғәм артынан –

         Хәтерҙе йәлләүҙәрем.

        

* * *

 

...Һәр йән теләйҙер донъяла

Иш ҡалыуын алмашҡа.

Көбө буйлыҡ ҡына ҡыҙҙар

Ҡымыҙ көргөй лапаҫта.

 

Сөкөр-сөкөр, сырҡылдашып,

Сер алмашып быт та, быт,

Һаумал тулҡын ҡаҡлыҡтырып

Йүкә "яр"ға тып та тып...

 

Һәр йән теләйҙер донъяла

Дауам ҡалыуын йәрҙән.

Бүре йәнле йәш егеттәр

Турһыҡ бәйләй эйәргә.

 

Һыбай егет — һынсыл егет

Һынап ҡарай һәр ҡыҙҙы,

Аттар, бейеп баҫҡан һайын,

Бешеп бара ҡымыҙҙы...

 

Һәр йән теләйҙер донъяла —

Танһыҡ ҡанһын йәшәүгә,

Үҙенән ҡалған тоҡомдар

Әйләнмәһен мәшәүгә.

 

Һыуһын ҡымыҙ, сөсө ҡымыҙ,

Әсе, буҙҙау, аҫау ҙа...

Ғүмер ҙә ҡымыҙ миҙгелле,

Үтә, ҡалмай аҙауға.

 

Һәр йән теләйҙер донъяла

Йәшәргә оҙаҡ-оҙаҡ,

Тик сикле уның мөҙҙәте,

Сик — үтә ажар тоҙаҡ,

 

Ҡымыҙ ваҡыты ла шулай.

Әсетке һаҡлай көбө,

Яҙҙарҙа бейә ағынан

Яңыра "оя төбө",

 

Башкүнәктә күперә лә,

Һабала ята күпсеп.

Атай нигеҙен ҡоротмай

Йылҡы үрсетә төпсөк...

 

Кешнәй-кешнәй аттар саба,

Тиреләре йылҡылдап.

Көбө буйлыҡ ҡына ҡыҙҙар

Ҡымыҙ бешә сырҡылдап.

 

Бейә ҡороҡлай малайҙар

Әсәһенә ярҙамға.

Ҡарттар көрәгә күтәрә

Шөкөр итеп яҙғанға.

 

Киске һалҡында күгәүен

Баҫылған саҡта — һауын.

Күперә килен һауған һөт,

Әйтерһең, бәхет тауы.

 

Хужа ҡайтып килә ята,

Һунары уңғандыр, шай...

Йорто гөж килеп тороуҙан

Күңеле разый, оҡшай...

 

* * *

 

Һәр йән теләйҙер донъяла

Йәшәргә сиктән ашмай,

Донъялыр был, артап китһә

Ҡымыҙ ҙа тормай ташмай...

 

...Һил буламы һуң инде гел...

Ҡалҡа йәнә һуғыштар.

Эйәрҙәргә артмаҡлана

Ҡымыҙ тулы турһыҡтар.

 

Даръялай таша күңелдәр,

Буҙҙау ҡымыҙ буҙлата,

Тәнгә дауа ла ул ҡымыҙ,

Имшей хәтер — һыҙлата.

 

Һәр йән теләйҙер донъяла

Балаһына — именлек!

Ҡымыҙ мәле үтһә, ҡышын —

Ҡар аҫтында — тибенлек.

 

Ҡар аҫтында тибенлек тә,

Тибенлектә тибендек,

Тамаҡ аҫырау хаҡына

Сәселдек тә, һибелдек...

 

* * *

 

Һәр йән теләйҙер донъяла

Ағарырға ахырҙа,

Һуңғаса эйәрҙә ҡалып,

Әйләнмәҫкә бахырға.

 

Аттар һырты — аҡ күбектә,

Тетрәй ер, күкрәй һауа,

Ир яҙмышы — ил өҫтөндә,

Батырҙар яуҙа ауа.

 

Һәр йән теләйҙер донъяла

Гөл ҡалҡыуын, ҡан тамғас.

Биленләп китәләр аттар

Ҡамсы менән ялтанғас,

 

Алда — офоҡ, алда — шәфәҡ,

Алда — ап-аҡ диңгеҙҙәр,

Диңгеҙҙәргә инеп китә

Ирекһөйәр тиңһеҙҙәр.

 

Ә диңгеҙ, тулҡын күпертһә, —

Көрәгә, ҡымыҙ тулы.

Һәр йән теләйҙер донъяла —

Йолаһын тотһон улы,

 

Бәхет тауын үрләгәндә,

Йөҙмә-йөҙ килһә үлем,

Ҡымыҙҙай бешекһен улы,

Ҡоймаһын бер ҙә һүлен!

 

* * *

 

Һәр йән теләйҙер донъяла

Бәхеттән иҫерергә,

Аҫау ҡымыҙҙай ҡөҙрәткә

Тулғансы иҫкерергә.

 

Тик, аҫауҙар яңғыҙ була,

Ғәйрәттең тиңе — һирәк.

Илай тимәгеҙ, төтәгән

Туҙмы шул, әллә сөрөк...

 

Һәр кем теләйҙер донъяла

Иптән төшөп ҡалмаҫҡа,

Яҙлығыуын, ҡаҡлығыуын

Ҡабат иҫкә алмаҫҡа.

 

...Көбө буйлыҡ ҡына ҡыҙҙар

Ҡымыҙ көргөй көлөшөп.

Һәр кем эсәлер туҫтаҡтан

Яҙмыш яҙған өлөшөн.

 

* * *

 

Уйылып килә уйҙарым

Еленгә эйгән һөттәй,

Өммәтемдең һынауҙары

Быҫҡаҡ ямғырҙай, бөтмәй.

 

Кәртәгә инә бейәләр,

Кемдер төтәнәк һала.

Ҡабат эйҙереп һаумағыҙ,

Ҡолон өлөшөн талап...

 

Әҙәм балаһы ла ергә

Тыуа үҙ хаҡы менән,

Башҡорт балаһы ҡанатлы

Һыбайҙа, аты менән.

 

Башҡорт аты — сал Уралдың

Битендә көмөш бетеү,

Йәнебеҙҙә рух уятып

Юртһындар көтөү-көтөү.

 

Асылым иҫкә төшөрөп

Кешнәһен әйҙә атым,

Ҡымыҙҙай аҡ ҡына көндәр

Юрайым һиңә, халҡым.

 

Башкүнәктең төбө тулһа —

Һаңғырау һөт ямғыры,

Аһ, тамсылар, аҡ тамсылар,

Тик ҡот булып тамғыры!

 

* * *

 

Арыным. Усаҡты ташлап

Сыҡтым да киттем ҡырға,

Баш һуҡҡан яҡҡа ла түгел,

Эйәрҙем бары йырға.

 

Яландарҙы, тарлауыҡты,

Уйпат ерҙе лә гиҙҙем,

Юғалтҡанды күккә сөйөп

Йәлләү хисенән биҙҙем.

 

Барып сыҡтым шихандарға

Ҡымыҙҙай күперешкән,

Ҡымыҙҙай ғына күпереп

Теҙелешкән бер иштән.

 

Ихтыярың – нисек атау,

Бер иш икән сын, ялған.

Усаҡ ташлап киткәс күрҙем

Тағы күпме роль ҡалған.

 

Ҡарап торҙом тау башынан:

Тамашамы – тамаша,

Ҡымыҙҙай бызмырлап уйҙар

Болоттай күккә аша.

 

Утлауға сыға бейәләр,

Айғыр тирәләй ҡорон,

Бешкәк тартып өлгөрөгөҙ

Көнө байымаҫ борон,

Шаршау тартылмаҫ борон.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: