Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Февраль , 14:24

Рәшит Назаров Мин һалдатмын

Мин һалдатмын. Мин һаҡтамын. Һаҡта! Минең менән - Халҡым, Илем, Ер. Кемдер үтер минең посым аша – Миңәме ни һуң был барыбер?! Һаҡлайыммы ни Мәңгелекте, Киләсәктең ғорур ишеген?! Посым аша - бәхет, ал таң үтһен, Кешелеге үтһен кешенең. Оло йөрәк, керһеҙ һөйөү үтһен, Нәфрәт үтһен, нәфрәт ваҡлыҡҡа. Сәскә тотҡан сабый! Үт, һөйөклөм! Һинең өнөң һәр саҡ - шатлыҡҡа! Ярыш үтһен, күкрәп - шаулап уҙһын, Мәңгелеккә бөркөп сафлығын. Хеҙмәт уҙһын, мәңге хужа булһын! Аҡ күгәрсен осһон талпынып...  

Рәшит Назаров Мин һалдатмын
Рәшит Назаров Мин һалдатмын

ҺАЛДАТ

Илем сиге.Һалдат посҡа баҫҡан...

Бурыс оло — ҡаҡмай керпек тә.

Ҡайһы саҡта оҙон төндәр буйы

Күҙ серем дә алмай бөртөк тә.

Ҡорал ҡулда.

Телгә килһен өсөн

Бер хәрәкәт етә кескенә, —

Һәм ут булып данһыҙ үлем ауыр

Баш ҡалҡытҡан дошман өҫтөнә.

Һалдат һиҙгер.

Алда ят ер ята,

Сит йолалар унда, сит сәскә...

Кәрәк икән — ил сафлығын һаҡлап

Һалдат сығыр данлы көрәшкә.

Һалдат әҙер.

Артта иле тора,

Яҡты тормош тора нур сәсеп.

Үлем ялсылары уға ҡарай

Көсһөҙ көсөк кеүек үсләшеп.

Һалдат ғорур.

Уға ныҡ ышанып

Өлкән бурыс бирҙе Ватаны,

Тыныс тормош уны һөйөү менән:

«Минең улым», — тиеп атаны.

Ҡулға ҡыҫып ғәҙел ҡоралын

Һаҡлап тора һалдат Ер шарын.

8.04.1962

 

БИЛДӘҺЕҘ ҺАЛДАТ

Муйыл ботағында каска... каска...

Ҡан аралаш туты – боронғо.

Ҡайҙа һуң һеҙ – Днепр батырҙары?

Кем онотор утлы йырыңды?!

Муйыл, муйыл... Ҡоштар моңо һеңгән

Ошо ерҙән, - беләм, мин беләм, -

Шаулап уҙҙы тарих ут эсенән,.

Үлем менән йәшәү өҫтөнән.

Бында ҡәбер. Билдәһеҙ ир йоҡлай.

Ҡан һеңешкән утлы ул йылды –

Атакаға ҡалҡҡас унынсы ҡат,

Еңеү килгәс, егет йығылды,

Ҡосағына алып муйылды.

Билдәһеҙ ир йоҡлай. Исемһеҙ ир...

Исемеме уның юҡ ине!

Ул да беҙҙең кеүек уйсан ине,

Ул да хиссән, ул да ут ине...

Кемдәр бында? Кемдәр унда – алыҫ?

Ҡайҙа улар – өлкән дуҫтарым!?

Атакала кеүек улар һаман,

Ташламаған кеүек постарын.

Быны – бына ҡайтып килерҙәр ҙә,

Шау – шыу ҡалҡыр төҫлө тирәлә.

...Көтөп арыған төҫлө, моңһоу – моңһоу

Ел яйына каска тирбәлә...

Тып – тын, тып – тын, тып – тын тирәлә...

 

Сәскә ата муйыл һәр яҙ һайын,

Кем өсөн һуң, әйтсе, кем өсөн?

Сәскә ата муйыл... йылдар еле

Килтерерме көткән кешеһен?

 

Һәр яҙ һайын муйыл сәскә ата,

Көтә, көтә... Тик көҙ ҡалҡа ла,

Ҡайғыһынан ҡара янған емеш

Тып – тып... тып – тып ҡойола каскаға...

Исемһеҙ ир йоҡлай... Кем исемһеҙ?!

Һуң һүҙ әле кемдәр хаҡында?!

Улар исемеме ни яңғырамай

Ватан исемен әйткән сағында!

Минең исем, һинең исемең, эшең,

Тыуыу, йәшәү – улар исеме...

Кем, исемһеҙ, тиер, үлгәндә лә,

Үлгәндә лә тере кешене!

 

...Днепр яры. Ҡоштар моңо. Һуҡмаҡ.

Күктә йәйғор – алтын баҫмала.

Япраҡ аша, тормош үҙе һымаҡ,

Муйыл күҙле ҡараҡаш баға...

Тып – тып... тып – тып... шул күҙҙәрҙәй ҡара

Емеш ҡойола, ҡойола каскаға...

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: