Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Июнь 2023, 16:56

Иң матур бишек йырҙары

«Ағиҙел”ебеҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә "Иң матур бишек йыры" тип аталған бәйге иғлан иткәйнек. Ул шул тиклем дәррәү барҙы. Алтмыштан ашыу автор ҡатнашты.

Халыҡ ижадынан һутланған, әммә һәр береһе үҙенсәлекле булған шул яҙмаларҙы сайтҡа ҡуйырға булдыҡ. Әйткәндәй, уларҙың иң-иңдәренән торған шәлкем журналдың июнь һанында донъя күрәсәк. Әйҙә, йәш әсәй-атайҙар, өләсәйҙәр-олатайҙарға бәпес йоҡлатҡанда бер ярҙам, таяныс булһындар! Сабыйҙарҙы бишек йыры, сәңгелдәк йырҙары йырлап, туған теленең моңон тойҙороп үҫтерәйек!  

* * *

 

Асып асман ишеген,
Элдек бәхет бишеген.
Унда йоҡлай йондоҙсоҡ,
Айҙай һылыу бер ҡыҙсыҡ,
Сут-сут һайраған ҡошсоҡ,
Сафтан-саф көмөш ысыҡ,
Йән иретер нур, наҙсыҡ!
Йырыбыҙҙың былбылы,
Йәнебеҙҙең бер ҡылы.
Көнөбөҙҙө яҡты итер
Киләсәктә йөҙ-ҡулы!
Гөлөбөҙҙөң сөмбөлө,
Күңелебеҙ сөңгөлө!
Сәскә атыр, емеш бирер
Киләсәгебеҙ гөлө!

Ай-ай, ҡыҙым бар,
Татып туймаҫ наҙым бар!
Бәхетле генә булһын,
Һөйөүгә генә тулһын!

Гөр-гөр килгән күгәрсен,
Донъя матур, көлгәсең.
Һинең нурыңа сумған
Яныңдағы өләсең:
“Затлы ғына ташмы ни,
Һөрөм тартҡан ҡашмы ни,
Иң татлы һый, ашмы ни!?
Тәмле генә тат бит ул,
Иң матур бер зат бит ул!
Һөймәлекле һөйәгем,
Ейәнсәрем – йөрәгем!
Минең зат, минең дауам,
Йәнемә балдай дауам!
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙымдыр,
Тирәгемдер, талымдыр.
Мәшәҡәтем онотторор,
Йөрәгемә ялымдыр.
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙарыр,
Йөрәк майым һыҙалыр.
Ҡыҙһыҙ кеше килгән булып
Күҙ нурыма ҡыҙалыр!”

Моңға тула нур бишек,
Атай йырын һин ишет:
“Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,
Ҡайһылай ҙа ҡыҙғанам.
Йондоҙ алып бирермен
Күктәрҙәге һоҙғонан
Ошо алтын тояҡҡа,
Ҡыҙыл ғына буяҡҡа,
Донъямды шатлыҡҡа төргән
Яҡты, нурлы сыраҡҡа!
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,
Ҡыҙыма килер йөҙ кеше,
Йөҙ кешегә бирмәмен,
Алып китер дан кеше!
Ҡара ҡарлуғасмы һин,
Һары һандуғасмы һин.
Беҙҙең бәхеткә яҙған
Аҫыл ғына таж бит һин!
Әүерәткес, һөйҙөргөс,
Йом күҙең, бер, ике, өс!”

Ҡартәсәһе ҡыуана,
Бүләсәргә йыуана.
Үҙ таҡмағын көйләй ул,
Ҡарһүҙҙәрен һөйләй ул:
“Аллаһыу, Аллаһыу,
Кәзәң булһа, тауға ҡыу,
Тауҙан ҡайтһа, ҡырға ҡыу,
Ҡырҙан ҡайтһа, һыуға ҡыу,
Һыуҙан ҡайтһа, сал да ҡуй,
Аллаһыу, Аллаһыу!”

Сәп - сәп - сәп итә,
Ҡулдарын матур сиртә,
Шәп-шәп-шәп кенә,
Үҙе көләсәй, иркә!
Бөтәһен үҙенә ҡарата,
Һәр кем уны ярата,
Орсоҡтай ғына ҡыҙым
Ҡояшы өйөбөҙҙөң!
Йондоҙо – төнөбөҙҙөң,
Сырағы – көнөбөҙҙөң!
Һин – серҙәшем, өммәтем!
Киләсәгем, өмөтөм!
Ә әлегә йом күҙең,
Аҡ ҡына боланҡайым,
Наҙлыҡай, йомшаҡҡайым,
Ап-аҡ бәхеттәр юрап,
Бишек йырын йырлайым!

                                   Айзилә Мортаева, Өфө ҡалаһы.

 

* * *

 

Көнө буйы уйнап-уйнап,
Арып киткән бит, балам.
Ипләп кенә бәүетеп,
Сәңгелдәгеңә һалам.
Бишек йырым йырлайым,
Йоҡла инде, бәпесем.
Ялдар итеп килеп торһаң,
Күп булыр һинең көсөң.
Төнгө күктән йондоҙҙар ҙа,
Шаян ғына күҙ ҡыҫа.
Йоҡла, балам, ял ит, тиеп,
Ай ҡыҙы ла һүҙ ҡуша.
Ҡояш үбеп уятыр,
Төндәр үтеп таң тыуғас.
Йыры менән ҡаршылар,
Һине моңло һандуғас.
Киләсәктә бул һин, балам
Ата-әсәңә терәк.
Шатландырып ҡына беҙҙе,
Үҫеп ет һин, тиҙерәк!      

                        Гөлиә Көмөшбаева, Ишембай районы Маҡар ауылы.

 

* * *

Күк йөҙөндә аҡ йондоҙҙар ем-ем итә,
Тәмле йоҡо теләй-теләй бәпесемә,
Йоҡо татлы аҫылмалы бишегендә,
Аҫылҡошом, сабый ҡыҙым, бәү, бәү итә.

Йөрөп талған кеп-кескенә аяҡтары,
Һөйөп туймаҫ йомшаҡҡайым, йөрәк майым.
Көтөп алған бәхетем һин, ҡолонҡайым,
Әллүкәйем, бәллүкәйем, бәллүкәйем...

Йоҡла, бәпкәм, күҙем нуры, ҡошсоғом һин!
Һайрар ҡоштар йырлай бөгөн һинең өсөн.
Атайыңа, әсәйеңә иң ҡәҙерле,
Әллүки һин, бәллүки һин, бәллүки һин!

Татлы йоҡоң бүленмәһен, аҫылҡошом,
Бишек йырым өҙөлмәһен, сабый ҡыҙым.
Илдәр имен булһын, тигән теләктәмен,
Әллүкәйем, бәллүкәйем, бәллүкәйем...

Йөрәгемдән өҙөлөп төшкән алмаҡайым,
Бишек йырым көйләйем тик һинең өсөн,
Аллаһ биргән олуғ бүләк – аманатым
Әллүкәйем, бәллүкәйем, бәллүкәйем!
                                   Тәскирә Абдуллина, Ҡазан ҡалаһы, Татарстан.

 

 

                        * * *

Әнкәң һыуға барғандыр,
Һыуға күнәк һалғандыр,
Һыу инәһе күнәгенә
Матур бәпес һалғандыр.

 

Ҡушымта:

Әлли - бәлли бәпәйем,
Йоҡла әле тиҙерәк.
Ҙур булып үҫер өсөн
Һиңә йоҡларға кәрәк.


Әсәкәйең ҡыуанған,
Һине ҡулына алған.
Иренеңә күкрәгенән
Аҡ ҡына һөтө тамған.
 
Атаҡайың һөйөнгән,
Түбәһе күккә тейгән.
Матур бишек әҙерләп
Өйҙөң түренә элгән.
 
Олатаңа, өләсәңә
Булдың бәпкәм йыуаныс.
Бәпескәйем, өйөбөҙгә
Алып индең ҡыуаныс.

            Гөлзифа Исрафилова, Баймаҡ ҡалаһы.        

 

Улыма

Улым тыуҙы. эй һөйкөмлө,
Бәләкәй генә үҙе.
Ҡыҙыҡһынып, тирә-яғын
Өйрәнә ике күҙе.

Атаһы йөрөй ҡыуанып,
Балта төштө тип ҡулдан.
Улға икәү тейеш икән –
Салырға кәрәк ҡорбан.

Сәңгелдәген дә йәтешләп
Әҙерләгән олатай.
Нуҡтаһын да үреп ҡуйған,
Инселәгән улға тай.

Оләсәй ҙә ейәненә
Бигерәк ҙурҙан ҡупҡан.
Һарыҡ йөнөнән күпертеп
Һырыған ҡупшы юрған.

Өйөбөҙгә ҡот-йәм биреп,
Нур һибелә бишектән.
Тубырсыҡтай малай булып
Бәхет инде ишектән!

                        Гөлзифа Исрафилова, Баймаҡ ҡалаһы.

 

* * *

Йомшаҡ мендәрҙәрен тотоп
Йоҡо килгән улыма,
Әүен баҙарына китер
Башын һалып ҡулына.
Ҡош та балаһын йоҡлата
Моңло көйҙәрен һайрап,
Мин йырлайым бишек йырын,
Иң матурҙарын һайлап.
Ел япраҡтарҙы бәүелтә
Иркәләп, талғын ғына.
Тормош күрһәтһен һиңә гел
Тик яҡшы яғын ғына.
Төшөңдә килер аҡбуҙат,
Көмөш ялтыр эйәрле,
Тыуыр көнөң балаҡайым,
Булһын һәр саҡ хәйерле.
Илгә кәрәк кеше булып
Үҫерһең, улым, беләм,
Ә әлегә ай-йондоҙло
Татлыҡай йоҡоң килгән.
                        Рәйхана Әхмәҙиева,  Балаҡатай районы Үрге Үтәш ауылы.

 

* * *

Әлли-бәлли, бәү итә,
Бәпкәм йоҡоға китә,
Күҙкәйҙәре йомола,
Ҡашҡайҙары ҡыйыла.
Әлли-бәлли бәпкәһе,
Ҡайҙа икән әнкәһе?
Ҡайынлыҡта еләктә,
Бәпәйемә бүләккә.
Әлли-бәлли итер ул,
Йоҡлап ҡына китер ул,
Йоҡла инде бәпәйем,
Бәпләй бит өләсәйең.
            Маһинур Хөбөтдинова, Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылы.

 

* * *


Йоҡла, йоҡла, йом күҙең,
Бәпесем, бәләкәсем,
Үҫеп еткәс, булырһың
Таянысым, кәңәшсем.
Ғүмерең булһын оҙон,
Һау ғына бул һин, балам.
Кеше булып ҡал һәр саҡ –
Изге теләктә ҡалам!
Аяҙ булһын күктәрең,
Аҡтан – барыр юлдарың.
Донъяларҙы гиҙгәндә
Булһын тоғро дуҫтарың.
Хыялың булһын яҡты,
Ғәмәлдәрең – изгенән.
Йоҡла инде, йом күҙең,
Бәләкәсем, бергенәм!
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү!

                        Әлфиә Шәғәлина, Учалы районы, Учалы ауылы.

                                              

 

* * *

Әлли-бәлли, әлли-бәлли,
Тирбәлә бишеккәйең,
Баш осоңда ҡанат йәйеп
Торһон фәрештәкәйең.
Әлли-бәлли, бәпкәйем,
Теләк теләй әсәйең:
Баш осоңда ҡанат йәйеп
Торһон фәрештәкәйең.

Әлли-бәлли, әлли-бәлли,
Йөҙә күктә йондоҙҙар,
Яҡты йондоҙҙарҙан яҡты
Бишектәге йондоҙҙар.
Әлли-бәлли, бәпкәйем,
Теләк теләй әсәйең:
Яҡты йондоҙҙарҙан яҡты
Булһын һинең йөҙкәйең.

Әлли-бәлли, әлли-бәлли,
Йоҡлай бәпес ҡуяндар,
Йомшаҡ юрғандар аҫтында
Ап-ак йомшаҡ ҡуяндар.
Әлли-бәлли, бәпкәйем,
Теләк теләй әсәйең:
Ап-аҡ булһын, йомшаҡ булһын
Һинең киләсәккәйең.

Әлли-бәлли, әлли-бәлли,
Тәмле булһын төштәрең,
Атаң-Әсәң, тигеҙ ҡанат –
Булһын һәр бер көндәрең.
Әлли-бәлли , бәпкәйем,
Теләк теләй әсәйең:
Атай-Әсәй, тигез ҡанат –
Булһын һинең көндәрең.

                        Фәрәғиә Ғилемханова, Илеш районы Рсай ауылы.

 

* * *

 

Бәү-бәү, балаҡайым,
Әүәй ит, тыныс йоҡла,

Арғымағың һине көтөп
Утлай торһон далала, 
Байып барған ҡояш нуры
Төшөр атың ялына,
Аҡыллы булып үҫеп,

Иреш һин хыялыңа!

Атың кеүек көслө бул,
Атың кеүек сыҙам бул,
Бул, балаҡайым, аңлы,
Бик көслө, башҡорт рухлы!
Ғәмең булһын юлдашың,
Шунда һинең ырыҫың,
Тормошоң моңло булһын,
Төп ҡоралың – зиһенең,
Ҡотло бул, балаҡайым,
Сикһеҙ яратам һине!
                        Ольга Щедричева, Архангел өлкәһенең Северодвинск ҡалаһы.

 

 

* * *

 

Әлли-бәлли бәү итәм,

Улымды (ҡыҙымды) әүәй итәм,

Матур теләктәр теләп,

Бишегендә тирбәтәм.

Бишек йырҙарым тыңлап,

Хәҙер йоҡлап китер ул.

Ҡолондарҙай уйнаҡлап,

Тәпәй баҫып китер ул.

Әлли-бәлли бәү итәм,

Балаҡайым йоҡлатам.

Әсәйеңә иркәлән,

Атайыңа арҡалан.

Гөлдөр-гөлдөр күгәрсендәй,

Ниҙер һөйләгән була.

Изгегә генә һөйлә,

Изге һүҙ йәнгә дауа.

Әлли-бәлли бәү итәм,

Матур булһын төштәрең,

Һау-сәләмәт үҫ һин, балам,

Мул булһын бәхеттәрең.

Сабыйлы бишек менән,

Нурлы булһын өйөбөҙ.

Бал(а)лар бәхетле булһын,

Тыныс булһын илебеҙ!

Әлли-бәлли бәү итәм,

Баламды әүәй итәм!

                        Гөлнур Раева, Баймаҡ районы Буранбай ауылы.

* * *

Әлли-бәлли, бәлли-бәү.
Улыҡайым, бәлли-бәү.
Көтөп алған бәхетем,
Өмөтөм, һин бәпесем.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Улғынам минең берәү.
Әлли-бәлли була ул,
Йоҡлап ҡына китә ул.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Йоҡлағанда үҫә дәү.
Ай үҫәһен көн үҫер,
Хужа булып көн күрер.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Теләгем минең етәү:
Етеҙ бул һин ҡолондай,
Ныҡлы бул һин ҡоростай.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Кеше булсы, һин, иң тәү,
Намыҫлы һәм ғәҙел бул,
Халҡың менән бергә бул.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Илең яҡлар яугир бул,
Ерең һаҡлар егет бул.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Йоҡла, улым, бәпесем.
Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Йоҡласы, бәләкәсем.
Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Әлли-бәлли, бәлли-бәү.

            Лилиә Миниязова, Ғафури, районы Яугилде ауылы.

 

* * *

Ҡуйыныма алдым балам,
Татыттым күкрәк һөтөн,
Әсә телен һаҡлап ҡалыр,
Булһын тип, ғәйрәт көсөң!

Аҡ биләүгә төргән һайын
Теләрмен оҙон ғүмер.
Бар кешеләр килә ергә
Ике түгел, бары бер!

Тал бишеккә һалырмын да,
Бишек йыры йырлармын.
Бишектә бәү-бәү итмәһәң,
Ҡосағыма алырмын.

Айлы кистә бәү-бәү итәм
Мөхәббәт емешемде.
Йоҡла инде балаҡайым,
Йомсо күҙкәйҙәреңде.

Тирбәлә бишеккәйендә,
Бауыр иткәйем улым (ҡыҙым).
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Ҡояшлы булһын таңың.
                        Раушан Хазиәхмәтов, Архангел районы Ҡыҫынды ауылы.

 

* * *

 

Аллаһыу, аллаһыу,
Бәпес ятты йоҡларға,
Бишек йырын тыңларға.
Шаян бесәй балаһы
Йомшаҡ ҡына мырылдай,
Наҙлы ғына мыяулай,

Ул да йоҡларға уйлай.
Баҡсалағы турғайҙар ҙа
Йырға һоҡлана буғай,
Шауламайҙар, осмайҙар,
Ағастарға ҡунғандар,
Бәләкәскә – бәпескә
Тыныс йоҡо теләйҙәр.
Аллаһыу, аллаһыу,
Ҡолонсағым, күҙ нурым,
Йом күҙеңде, матурым,
Әүен баҙарына барып
Ялдар алып ҡайт әле,

Ялдар алып ҡайт әле,

Аллаһыу, аллаһыу,

Аллаһыу, аллаһыу!
            Сәлиә Ҡоломбәтова, Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы.

 

 * * *

– Бәү-бәү, бәпәйем,
Ҡайҙа һинең атайың?
– Атайым киткән эшкә,
Ҡайтыр ул хәҙер кискә.

Көнө буйы аҡса эшләп,
Аяғын һөйрәп көскә.

– Бәү-бәү, бәпәйем,
Ҡайҙа һинең әсәйең?
– Әсәйем минең өйҙә,
Бушамай үҙе бер ҙә,
Тиҙҙән үҫеп етермен,
Үҙем ярҙам итермен.
– Бәү- бәү, бәпәйем,
Ҡайҙа һинең олатаң?
– Олатайым ҡартайған,
Ана ята диванда,
Ҡыҙым миңә оҡшаған тип,
Миңә ҡарап ҡыуана.
– Бәү- бәү, бәпәйем,
Ҡайҙа һинең өләсәң?
– Өләсәйем икәү бит:
Береһе бында, яҡында,
Икенсеһе – алыҫта,
Һирәк күрәм, һағынам.
– Бәү-бәү, бәпәйем,
Ҡайҙа апай-ағайың?
– Апайҙарым да күмәк,
Ағайҙарым да күмәк.
Үҙем дә үҫем киләм бит,
Бәпес түгелмен мин, үәт!

                        Гөлнисә Йәнсәйетова, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы.

 

* * *


Йоҡла, балам, йоҡла инде,
Бәләкәсем, бәпәйем.
Һиңә бишек йырын көйләй
Бәғеркәйең-әсәйең.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Тыныс йоҡла, бәпәйем.
Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Һинең янда әсәйең.


Көндәр буйы уйнап йөрөп,
Арып бөттөң бит инде,
Әсәйең дә йонсоп китте,
Тирбәтеп бишегеңде.


Төштәр күреп йоҡларһың һин
Тыныс һәм тәмле итеп,
Ҡыйғас айҙы бишек итеп,
Йондоҙға барып етеп.

Йоҡоң туйғас та иртәнсәк
Кәйефтәрең шәп булыр,
Бутҡа ашап, һөт тә эскәс,
Беләгеңә көс ҡуныр.
                        Мәхмүзә Шәғәлиева, Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы.

 

* * *


Бәләкәсем, һин йоҡла
Тәмле төштәрҙе күреп.
Ә мин һине бәүелтәйем
Йомшаҡ биләүгә төрөп.
Әлли-бәлли, бәү, бәү, бәү,
Бишек йырыма күмеп.

Бәләкәсем һин минең,
Батыр бул! Һис тә ҡурҡма.
Серем итһәң әҙерәк,
Үҫерһең һин тиҙерәк.
Әлли-бәлли бәү, бәү, бәү,
Булырһың етеҙ, зирәк.

Бәләкәсем, күҙ нурым,
Ҡәҙерле балам минең.
Башың тейһә мендәргә,
Йоҡоға тала күҙең.
Әлли-бәлли бәү, бәү, бәү,
Теләк теләйем үҙем.

Бәләкәсем, ят инде,
Йоҡлап хәлең ал инде.
Ана, күктә ай ҡалҡҡан,
Ҡояш апай ҙа батҡан.
Әлли-бәлли бәү, бәү, бәү,
Тәмле йоҡоға талған.
                        Гөлнас Моратова, Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылы.

 

* * *

Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙсығым,
Һин бит минең күҙ нурым.
Терпенән дә йом(о)шаҡ,
Тәгәрәп киткән тубырсаҡ,
Һин бит минең уңғаным,
Бөтә яҡтан булғаным.
Күҙҙәрең – ике йондоҙ,
Танауың һинең – төймә,
Ике битең – алһыу алма,
Иреңдәреңдер сейә.
Һин бит минең емешем,
Йөрәгемдең тибеше.
Сәстәреңде һүтәйем дә,
Биттәреңдән үбәйем.
Йоҡларға ваҡыт етте,
Йоҡо ҡапсығын һүтте.
Әлли-бәлли, бәү, бәү,

Әлли-бәлли бәү, бәү...

                        Гөлнара Иҫәнғолова, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылы.

 

* * *


Көн артынан көндәр үтер,
Минең улым үҫеп етер.
Ә әлегә бәләкәс,

Шундай матур көләкәс.
Әлли-бәлли, бәү, әлли-бәлли, бәү.

Көндө төнгә ялғап алып,
Көнө буйы уйнап арып.
Ял итә бәләкәсем,

Нурлыҡай, көләкәсем,
Әлли-бәлли, бәү, әлли-бәлли, бәү.

Тәмле-татлы төштәр күреп,
Йән йылымды минең тойоп
Йоҡла инде бәләкәс,

Үҙең шаян көләкәс.
Әлли-бәлли, бәү, әлли-бәлли, бәү.

Иртә таңдан бергә тороп,
Хатта инде эштәр боҙоп,
Таяҡ атта сабырһың,
Хәлдән тайып арырһың,
Әлли-бәлли бәү, әлли-бәлли, бәү.

                        Гөлнара Иҫәнғолова, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылы.

* * *

Әлли-бәлли, бәпкәйем,
Әле бик бәләкәйһең,
Бәү, бәү, балам, йом күҙең,
Бәүетәйем бишегең,
Көйләп бәү-бәү-бәү көйөн.

Талсыҡҡанһың, көн үтте,
Йоҡларға ваҡыт етте,
Ҡояш офоҡҡа батты,
Йыһан йоҡларға ятты,
Төнгә пәрҙәһен япты.

Ҡоштар ҙа йыр һуҙмайҙар,
Ҡошсоҡтары йоҡлайҙар,
Күктә тик ай, йондоҙҙар
Серләшеп йымылдайҙар,
Тыныс йоҡо теләйҙәр.

Йоҡла, балам, тиҙерәк,
Бишегеңдә иҙерәп,
Уятыр ҡояш иртүк,
Яҡты нурҙарын һирпеп,
Мин дә серем итәйем,
Әлли-бәлли, бәбәйем,
Тыныс йоҡо теләйем.

                        Нәжибә Фәйзуллина, Ғафури районы Уҫман ауылы.

 

* * *


Бишек йырын йырлап ҡына,
Йоҡлата инем көн дә.
Әлли-бәлли,бәү-бәү,
Йоҡлата инем көн дә.
Әле генә ҡосоп-һөйөп,
Осорта инем күккә,
Әлли-бәли бәү-бәү,
Осорта инем күккә.
Ни арала үҫеп китеп,
Әйләнгән ҙур"егеткә"
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әйләнгән ҙур "егеткә"
Буйың менән бергә, улым,
Аҡылың да ҙур үҫһен.
Әлли-бәли, бәү-бәү,
Аҡылың да ҙур үҫһен.
Атай-әсәй ҡосағында,
Бәхетле булып үҫ һин!
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Бәхетле булып үҫ һин.
Хоҙай һине биргән беҙгә,
Яратып һөйһөндәр тип,
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Хазинам, тип, бишегеңә
Доғалар элһендәр тип.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Доғалар элһендәр тип.
Шул доғаның көстәренән
Йөҙөңә нурҙар тулһын,
Әлли-бәлли бәү-бәү,
Йөҙөңә нурҙар тулһын.
Олатай ҙа ятып торһон,
"Ат"булырға хәл йыйһын,
Әлли-бәлли,бәү-бәү,
"Ат"булырға хәл йыйһын.
Әүәй иткәнеңде көтөп
Аҡбай өрә һау-һау тип,
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Аҡбай өрә һау-һау тип,
Йоҡлаһаң булаң һау тип.
Әтәс тә кикирикүк ти,
Торор кәрәк иртүк ти,
Әлли-бәлли, бәү-бәү
Торор кәрәк иртүк, ти.

                        Сәүиә Солтанова, Белорет районы Йөйәк ауылы. 

 

 

* * *


Йоҡла, минең бәләкәсем,
Йоҡла, минең бәпәйем.
Тылсымлы бишек йырҙарын
Көйләй һиңә әсәйең.

 

Ҡушымта:

Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Бәлли-бәлли, бәү-бәү...

Елдәр ҙә тымған инде,
Күлдәрҙә томан инде,
Йондоҙҙар ҙа йым-йым итә,
Йоҡла, йом күҙҙәреңде.


Бал-шәкәрҙән тәмлеһең,
Күр төштәрҙең тәмлеһен,
Йоҡла минең күҙ нурым,
Уятыр таң йондоҙоң.

                        Альбина Муллағолова, Өфө ҡалаһы.

 

* * *

Йоҡла, йоҡла, ҡолонсағым,
Әлли-бәү итер сағың.
Ҡояш нурына наҙланып,
Таң ҡаршыларбыҙ тағы.

Йом күҙеңде, бәпескәйем,
Йыр көйләй өләсәйең.
Әлли-бәү-бәү, бәлли-бәү-бәү,
Тиҙҙән ҡайтыр әсәйең.

Сәңгел-сәңгел, сәңгелдәк,
Сәңгелдәгем һәмгелсәк.
Хәйерле йоҡо, балам,
Һаҡлаһын һине Аллам!

                        Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Силәбе өлкәһе Межозерный ҡасабаһы.

 

* * *

Бәү-бәү, бәлли-бәү,
Бишегеңде бәүетәм.
Бәпескәйем, йом күҙеңде,
Йоҡлар ваҡытың еткән.
Бәләкәсем, йом күҙеңде,
Әсәкәйең яныңда.
Бәүетәм һәм йыр йырлайым,
Йоҡламайһың һаман да.
Һиңә наҙлап, һөйөп ҡарап,
Әкрен генә бәүетәм.
Йырым тыңлап, йоҡларһың, тип,
Әллә-бәлли бәү итәм.
Йөрәк майым, бәпесемде
Фәрештәгә тиңләйем.
Хоҙайым бүләге, тиеп,
Аҡ бәхеттәр теләйем.
Ҡыҙым тыуҙы донъя йәмләп,
Биҙәге һин өйөмдөң!
Ҡыҙлы йортта ҡот бар, тиеп,
Атайың да һөйөндө!
Балаҡайымды бәүетеп,
Йырлайым бишек йыры.
Тәмле йоҡола йылмая,
Балҡыйҙыр төш йәйғоро!
Бишегендә ята ҡыҙым,
Аҡ биләүгә уранып.
Үҫер минең йөрәккәйем,
Һөйөү-наҙға уралып.
Бәү-бәү, бәлли бәү,
Ҡыҙым йоҡлай иҙерәп.
Һин йоҡлайһың, эштәремә
Тотонайым тиҙерәк.
Бәү-бәү, бәлли бәү!
Бәү-бәү, бәлли бәү!

                        Миләүшә Бәширова, Архангел районы Архангел ҡасабаһы.

 

* * *

 

Төн юрғанын ергә япты,
Йоҡла, балам, йом күҙең.
Баламдың балаҡасҡайы,
Балдан да татлы үҙең.

Ҡушымта:

Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү.

Атай, әсәй ял итһендәр,
Улар ҙа минең балам.
Бәхетле генә булығыҙ
Һорайым һинән, Аллам.

Матур төштәр күрә-күрә
Йоҡла балам таңғаса.
Бар тирә-яҡ ялға сумды,
Тып-тын ғына ай ҡалҡа.
 
Әлли-бәлли көйҙәренә
Бишек йыры көйләрмен.
Тупылдатып ҙурайып кит,
Әкиәттәр һөйләрмен.

Йоҡла, йоҡла, йом күҙеңде,
Йоҡо һиңә ял ғына.
Татлы йоҡоң һаҡлап тора
Күктә йондоҙҙар ғына.

                        Гөлсөм Закирова, Сибай ҡалаһы.

 

 

* * *

Бишеккә һалдым ейәнем,
Ап-аҡ ҡорғанын элдем.
Иң бәхетле өләсәймен  –
Бына мин шуны белдем.

Кескәй йылы йомороҡас,
Тере ҡурсағым, балам.
Атайына терәк булып
Үҫеп китерһең, хайран.

Аллам бүләк иткән бүләк,
Көтөп алған ҡыуаныс.
Ат(а)-инәле бала булһын
Беҙҙең уртаҡ йыуаныс.

Йоҡоларың тәмле булһын
Тыныс атһын таңдарың.
Дүрт яғындан дүрт фәрештә
Бәпесемде һаҡлаһын.

Йондоҙ күҙҙәреңде йом да
Йоҡла тыныс, бәпкәйем.
Ана ай ҙа һине һаҡлап
Байҡай күктең йөҙкәйен.

Ауыҙыңды супылдатып
Йоҡла, арыуың бөтһөн.
Аллам бирһә, алда беҙҙе
Тыныс ал таңдар көтһөн.

Йоҡла, балам, көн дә, көн дә
Аҡ биләүгә биләрмен.
Аҡ биләүҙәргә биләрмен,
Бәхет кенә теләрмен.

                        Гөлсөм Закирова,  Сибай ҡалаһы.

 

* * *

Әлли-бәлли бәү итәм тип,
Күбәләк килгән осоп,
Бәпесем дә бәү-бәү итһен,
Бәүелтәм наҙлап, ҡосоп.

Күбәләккәй йоҡлай икән
Ал сәскәле гөлдәрҙә.
Минең дә ҡыҙым арыны,
Ятты йомшаҡ мендәргә.

Әлли-бәлли, алтынҡайым,
Йоҡла минең йондоҙом.
Йөрәк түремдең ҡояшы,
Матурҡайым, шәп ҡыҙым
(Һин батырым, шәп улым).

Балам, балам, балаҡайым,
Йөрәгемдең тибеше,
Тормошомдоң гөл сәскәһе,
Саф мөхәббәт емеше.

Ҡояш апай күҙен йомоп
Тау артына батҡан саҡ,
Айға биреп үҙ урынын,
Мендәренә ятҡан саҡ.

Төн апайың шаршау ҡора
Бишек йырын көйлә тип,
Ай ҡабыҙа мызлаҡ шәмен,
Әкиәттәр һөйлә, тип.

Йом-йом әле керпектәрең,
Ял итһендәр күҙҙәрең,
Ҡояш нуры иртән килеп
Үбеп алыр үҙҙәрен.

Һәр бер сабый әсәһенең
Ҡосағында йоҡлаһын,
Ер йөҙөндә балаларҙы
Фәрештәләр һаҡлаһын!

                        Фәниә Сатучина, Салауат ҡалаһы.

 

* * *

Балам,балам, ҡошсоғом
Шундай татлы балғынам.
Һинең яныңда булһам да,
Бер туҡтауһыҙ һағынам.
Йоҡоң килгән күҙеңә,
Һине бишеккә һалам.
Әлли-бәлли көйөн әйтеп
Һинең яныңда торам.
Әлли-бәлли-бәлли, бәү,
Йоҡла балам, йом күҙең.
Бишек көйҙәрен тыңлап
Бәүелеп иҙрәп йоҡларһың.
Тәмле төштәрең күреп
Йоҡоңда йылмайырһың.
Үҫеп етеп тормошта
Үҙ юлыңды табырһың.
Шәжәрәңде онотмай
Туғанлыҡты һаҡларһың.
Әлли-бәлли-бәлли, бәү,
Йом, һин, балам, йом күҙең.
Бәхетле булып үҫ һин,
Шул минең теләктәрем.
Ата-әсәңә терәк булып,
Ҡыл һин изгелектәрең.
Итәғәтле бул кешегә,
Ололарҙы олола,
Кесеһен дә онотмай,
Ярҙам күрһәт уларға.
Әлли-бәлли-бәлли, бәү,
Тәмле төштәр күрерһең.
Нәҫел ебен таратыусы
Бул һин, минең дауамым.
Туғанлыҡ ептәрен бәйләп,
Ырыуыңды һаҡларһың.
Бишек йырын тыңлай-тыңлай,
Иркәләп, мышнап ҡына.
Тәмле-татлы төштәр күреп
Йоҡла һин, тыныс ҡына.
Әлли-бәлли-бәлли, бәү,
Йоҡла балам, йондоҙом!
Теләгем һиңә, бәпесем –
Ғүмерең оҙон булһын!
Һиңә бәхет, тәүфиҡ теләп
Фәрештәләрең торһон!
Әлли-бәлли, бәү, бәү,
Әлли-бәлли, бәү, бәү!
                        Гөлшат Дәүләтова, Ғафури районы Сәйетбаба ауылы.

 

* * *


Йоҡла балам, йом күҙең.
Матурым, бит һин үҙең.
Татлы йоҡоға китһәң,
Зурайырһың һин үҙең.

Әлли-бәлли, бәпәйем,
Йоҡла инде, әйкәйем.

Ҡыҙсығым һин, ҡыҙғынам,
Улҡайым һин, улғынам.
Йәнгә яҡын, тәнгә яҡын.
Бәпескәйем, балғынам.

Әлли-бәлли, бәпәйем.
Йоҡла инде, әйкәйем.

Үҫеп буйға етер ул,
Сибәр ҡыҙсыҡ булыр ул.
Хоҙайҡайым насип итеп,
Матур тормош үтер ул.

Әлли-бәлли, бәпәйем,
Йоҡла инде, әйкәйем.

Тәнкәйеңә һаулыҡ бирһен,
Йөрәгеңә иман тулһын,
Барыр юлкайзарың һинең
Һәр ваҡыт яҡты булһын.

Әлли-бәлли, бәпәйем.

Йоҡла инде, әйкәйем. 

                        Гөлсирә Сәғитова, Учалы районы Рысай ауылы.

 

* * *


Балаҡайым, күҙ нурым,
Һиңә генә был йырым.
Нурлы булһын бишегең,
Йылы булһын ҡуйының!

Йоҡла, йоҡла, йом күҙең,
Тыныс булһын күңелең!

Һин бит минең ҡанатым,
Һин тиеп йән атамын!
Көйләп туған телеңдә,
Иркәләп йоҡлатамын.

Йоҡла, йоҡла, күҙең йом,
Һин бит минең йондоҙом!

Ә әлегә бәләкәй
Һинең йыһан карабың!
Әсәйең яҡты Ҡояшың,
Атайың – көмөш айың!

Йоҡла, йоҡла улғынам,
Йүгереп тә арыған.

Тәмле булһын йоҡоларың,
Аҡ болоттар – түшәгең!
Төштәреңде биҙәһен
Көләс фәрештәләрең!

Йоҡла, йоҡла йом күҙең,
Тыңлай-тыңлай һәр һүҙем!

Йоҡлағанда буйың үҫһен,
Уйнағанда – аң-аҡыл ,
Көслө батыр егет булып
Тыуған халҡыңа таныл!

Ә әлегә бәләкәсем
Йоҡла инде, йом күҙең!
Бишек – үҙе бер донъя,
Тыныс ҡына бәүелһен!

Һин бит минең бүләкәйем,
Хоҙай биргән бүләгем!
Һис арымаҫ беләгем –
Тик изгенән теләгем!

Һау ғына бул улғынам,
Бар була күр балғынам,
Һиңә өмөтөм бағам,
Иманлы булыр балам!

Йоҡла, йоҡла батырым,
Нәҫел ебен арттырыр
Ышаныслы тамырым,
Бары һиңә был йырым!

Ә әлегә күҙең йом,
Күктә балҡыр йондоҙом!

                        Әлимә Фәхретдинова, Белорет ҡалаһы.

 

* * *

Йоҡла һин дә күҙ нурым,
Йондоҙҙар ҽм-ҽм итҽр.
Ҡояш таңды уятыр,
Яҡты нурлы көн ҽтҽр.
Әлли-бәлли, бәү, бәү, бәү!

Ҡолонсағым йоҡлаһаң,
Көс тойорһоң үҙҽңдә.
Шатлыҡ нуры китмәһҽн,
Һинҽң алһыу йөҙөңдән.
Әлли-бәлли, бәү, бәү, бәү!

Сҽрҽм итә тулҡында,
Томбойоҡ ай нурында.
Йоҡла иркә бәпҽсҽм,
Йомшаҡ йәйҙҽм урынды.
Әлли-бәлли, бәү, бәү, бәү!

Ҡолонсағым батыр бул,
Бҽтҽү тҽктҽм үҙҽңә.
Тәүфиҡлҽ бул, иманлы,
Аҡыл-ҡҽүәт һүҙҽңә.
Әлли-бәлли, бәү, бәү, бәү!

Яптым төн ҡарашынан
Бисмиллалап ҡорғаның.
Сабыйғынам фәрҽштәм,
Аҡ бәхҽттәр юраным.
Әлли-бәлли, бәү, бәү, бәү!

                        Рәйлә Хисмәтуллина, Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ҡасабаһы.

 

* * *


Балаҡайым, күҙ нурым!
Әлли бәлли ит әле.
Бер аҙ ғына күҙ йомоп,
Йоҡла, серем ит әле.

Балаҡайым, күҙ нурым!
Изге доға көйләйем!
Балдай татлы баламдың,
Бәхеттәрен теләйем!

Балаҡайым, күҙ нурым!
Бул илеңдең солтаны!
Үҙ ереңде, телеңде.
Ныҡлы һаҡлай торғаны!
                        Гөлйөҙөм Күсәкова, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы.

 

* * *

Гүйә бары аҡ нурҙарға
Бөтә ғәләм күмелде.
Шатлыҡ бөркөп күңелдәргә
Балам донъяға килде.

Ҡушымта:

Әлли- бәлли, әлли -бәлли,
Бәләкәсем, күҙ нурым.
Татлы төштәр генә күреп,
Йоҡла минең матурым.

Аҡ биләүҙәргә төрөнөп,
Әсә йылыһын тойоп,
Тыныс ҡына йоҡла балам,
Һөйөү наҙына ойоп.

Әсәйеңә иркәләнеп,
Атай һөйөүен татып ,
Буй еткерһен балаҡайым,
Бәхеткә генә сумып .

Төйәгеңдә көстәр алып,
Илеңә тоғро бул, балам.
Тәүфиҡлы бул, аҡыллы бул,
Башҡорт рухлы бул, балам.

                        Әминә Яхина, Сибай ҡалаһы.

 

 

* * *

Әли-бәли бәү генә лә,
Түрҙә бишек бәүелә.
Әсәй наҙына иркәләп
Балам үҫһен дәү генә.
Әли-бәли бәү-бәү итә,
Балам йоҡоға китә.
Йоҡлап ялдар итә-итә,
Үҫеп ул буйға етә.
Әли-бәли итәр ул,
Үҫеп буйға етәр ул.
Үҫеп буйға еттениһә,
Әрмегә лә китәр ул.
Йоҡла балам, йом күҙең,
Һин, бит минең күҙ нурым.
Бәхет ҡошом, матурым,
Тыныс йоҡла батырым.
Донъялар имен булһын да,
Йәштәр ғаилә ҡорһон.
Һәр өйҙөң түрендә шунан,
Бишек бәүелеп торһон.
Әли-бәли бәү генә лә,
Бишек моңға бәүелә.
Әсәй наҙына иркәләп
Үҫә бала тәүелә.
            Рәфиға Ғәлиуллина, Белорет районы Инйәр ауылы.

 

 

Сәңгелдәк йыры

Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү.
Улым тыуған улғынам,
Атаһына иш тыуған,
Камил икән аҡылы,
Теүәл икән ағзаһы,
Нәҫелемдең дауамы.
Һиндә барлыҡ өмөтөм,
Бул тәүфиҡле, әҙәпле,
Барыбыҙға терәкле,
Тыуған илгә кәрәкле.
Әлли-бәлли, бәү, бәү,
Әлли-бәлли, бәү, бәү.
Әрмеләгә барырһың,
Матур хеҙмәт итерһең,
Ил алдындағы бурысың,
Намыҫ менән үтәрһең.
Һин ҡайтҡанды дүрт күҙ менән,
Һағынып-һағынып көтөрмөн!
Ҡатҡылланып-мыҡтыланып,
Тиҙ үк ҡайтып етәрһең.
Матур һөнәр алырһың,
Башлы-күҙле булырһың,
Бар кешене һоҡландырып,
Донъяңды ла ҡорорһоң.
Әлли-бәлли бәү-бәү,
Әлли-бәлли бәү-бәү.
Ә хәҙергә бәләкәсем
Сәңгелдәктә һин бәүел,
Тәмле-тәмле төштәр күреп,
Уянырһың, ейәнем.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү...
                        Рима Рафикова, Ғафури районы Юлыҡ ауылы.

 

* * *

 

Ҡояш батты, ай ҡалҡты,
Балам йоҡларға ятты.
Балам, тиеп ашҡынып,
Эштән ҡайттым ашығып.
Һин дә һағынғанһыңдыр.
Көтөп арығанһыңдыр,
Ҡаршы килдең имгәкләп,
Ҡосаҡланың иркәләп,
Үҙ телеңдә һайраның,
Уйнап-уйнап арының.
Бәү, бәү, бәпәйем,
Матур көйҙәр көйләйем,
Һинең яндан китмәйем,
Йә, бәү, бәү ит, бәпәйем.

                        Әкрәм Ҡәйепҡолов, Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы.

 

 

* * *

Йоҡла, йоҡла, бәпескәйем,
Йоҡла, йоҡла, көмөшөм,
Һин бит беҙгә Хоҙай биргән
Бәхетебеҙ өлөшө.
Бәү, бәү, бәлли-бәү,
Бәү, бәү, бәлли-бәү...

Һин бит әле бик бәләкәс,
Яңы тыуҙың донъяға,
Беҙҙең тормошобоҙ йәмле
Һин – улыбыҙ булғанға,
Бәү, бәү, бәлли-бәү,
Бәү, бәү, бәлли-бәү...

Атайың да бик һөйөндө,
Олатайың шатланды,
Әсәйең бишек янында
Һаҡлай һинең йоҡоңдо,
Бәү, бәү, бәлли-бәү,
Бәү, бәү, бәлли-бәү..

Әле бәләкәс булһаң да,
Ҙурайырһың көмөшөм,
Һин бит беҙҙең ғаиләнең
Иң, иң татлы емеше,
Бәү, бәү, бәлли-бәү,
Бәү, бәү, бәлли-бәү..

Өләсәй йүгереп йөрөй
Ейәнем тыуҙы тиеп,
Апайҙарың шатлығынан
Йөрөгән кеүек бейеп...
Бәү, бәү, бәлли-бәү,
Бәү, бәү, бәлли-бәү...

Йоҡла, йоҡла, көмөшкәйем,
Беҙ булырбыҙ яныңда,
Ай үҫәһен көн үҫерһең
Туғандарың янында...
Бәү, бәү, бәлли-бәү,
Бәү, бәү, бәлли-бәү...
                        Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғафури районы Ватан ауылы.

 

* * *

 

Шаярмасы ҡыҙыҡай,
Йым-йым иткән йондоҙҡай,
Йоҡла инде, йом күҙең,
Арығанһың бит үҙең.
Әсәйең йырҙар көйләй,
Әкиәтен дә һөйләй.
Матурым, ҡыҙым, йоҡла,
Иртәнсәккә көс тупла.
Матур булып үҫ ҡыҙым,
Аҡыллы ла бул, ҡыҙым.
Әсәңә бул йыуаныс,
Атаңа бул ҡыуаныс!
Шатлыҡ булып ғүмергә,
Йәшәйек бергә-бергә.
Сабыйым, мине тыңла,
Тыныслан инде, йоҡла.
...Бәү, бәү... сеү, сеү...
Йоҡланы минең балам...
Йоҡоһо тыныс булһын тип,
Һорайым Раббым, Аллам.

                        Эльмира Рәмова, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы.

 

* * *


Балаҡайым, күҙ нурым!
Әлли-бәлли ит әле.
Бер аҙ ғына күҙ йомоп,
Йоҡла, серем ит әле.

Балаҡайым, күҙ нурым!
Изге доға көйләйем!
Балдай татлы баламдың,
Бәхеттәрен теләйем!

Балаҡайым, күҙ нурым!
Бул илеңдең солтаны!
Үҙ ереңде, телеңде.
Ныҡлы һаҡлай торғаны!
                        Гөлйөҙөм Күсәкова, Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

 

 

* * *

Әлли-бәлли, бәпесем,
Ҡәҙерлем, бәләкәсем.
Биттәрең – алһыу алма,
Татлынан-татлы балам.
Әлли-бәлли-бәү-бәү.
Әлли-бәлли-бәү-бәү.
Телең тәтелдәк кенә,
Үҙең көләкәс кенә.
Йоҡоң бик тәмле булһын,
Йылмайып уянырһың.
Әлли-бәлли-бәү-бәү.
Әлли-бәлли-бәү-бәү.
Тәпәй-тәпәй тәпәйләп
Йүгерерһең үләндә,
Осоп килер күбәләк,
Уйнайыҡ, тип, бергәләп.
Әлли-бәлли-бәү-бәү.
Әлли-бәлли-бәү.
Йылға тулҡын уйната,
Ҡояшта ялтырата.
Йомшаҡ һыуын эсерһең,
Матур булып үҫерһең.
Әлли-бәлли-бәү-бәү.
Әлли-бәлли-бәү-бәү.

                        Фәйрүзә Кинйәбаева, Белорет районы.

 

* * *

Әйҙә, ҡыҙым, ҡурсағыңды алайыҡ!
Аҡ мендәргә, аҡ түшәккә һалайыҡ!
Әлли-бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!
Әлли- бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!

Көнө буйы уйнап бәпесең арыған,
Күҙҙәренә татлы йоҡо һарыған.
Әлли-бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!
Әлли-бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!

Ҡоштар ҙа төн еткәс инде һайрамай,
Йоҡо өләшә күктәге һары ай.
Әлли- бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!
Әлли-бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!

Ана, ҡурсаҡ күҙен йомдо, йоҡланы.
Беҙ ҙә ятып таңға саҡлы йоҡлайыҡ.
Әлли-бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!
Әлли-бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!

Бәпескәйем, һине шундай яратам,
Бәпләп кенә һөйә-һөйә йоҡлатам.
Әлли- бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!
Әлли-бәлли, бәпәйем, бәпескәйем!

                                   Рауза Мусина, Яр Саллы ҡалаһы, Татарстан.

 

* * *

 

Бәпескенәм, кескенәм,
Ата-әсәңә иш кенәм.
Биткенәң – бешкән алма,
Еҫкенәң – һулап туймам.

Бәпескенәм, кескенәм,
Дүрт күҙ аҫтында үҫ кенә.
Бишегең – ғәләм һиңә,
Йоҡласы тәмләп кенә.

Бәпескенәм, кескенәм
Йоҡлағанда үҫкенәм.
Үҫкәс айға осарһың,
Бар ғәләмде ҡосорһоң.

Бәпескенәм, кескенәм,
Иламасы һис кенә.
Һөйөп һине туймайым,
Бишек йырын йырлайым.

            Нәүфилә Кинйәбулатова, Салауат ҡалаһы.


* * * 

Мин үҫкәндә өй түрендә,
Булды микән ул бишек?
Беҙ дүрт бала үҫкәнбеҙ ҙә,
Әсәй түҙгәндер нисек?

Йырлағандыр бишек йырын -
Әлли-бәлли, бәү.
Йоҡлағыҙ тип, күз нурҙарым,
Әлли-бәлли, бәү.

Өй түрендә булғандыр ул,
Талдан үрелгән бишек.
Үҙ ҡулдары менән Атай
Үргәндер уны нисек?

Атай гармун уйнағандыр,
Ә Әсәй йырлағандыр,
Дүрт балаға бер тал бишек
Нисектәр сыҙағандыр?

Талдан үрелгән бишектә
Тибрәлеп үҫкәнгәлер.
Атай-Әсәйемдең моңо,
Барыбыҙға күскәндер.

                        Эльмира Насыртдинова, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы.

 

* * *

 

Баю-баю-баю-бай спи, малютка, засыпай,
Глазки быстро закрывай.
Месяц к нам в окно глядит, малышам заснуть велит.
Огонечки зажигает, одеялом укрывает,
Песни всем он распевает. Баю-баю-баю-бай
Спи, скорее, засыпай, свои глазки закрывай.
Надо маленькой поспать, чтоб еще красивей стать.
Нежно светит из окна к нам далекая луна.
Мама рядышком сидит, а малютка уже спит.
Баю-баю-баю-бай спи, мой ангел, засыпай.
                        Светлана Калиуллина, Яңауыл ҡалаһы.
 
 
* * *

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Уйнап инде арының,
Әйҙә, ҡыҙым, бәлли-бәү,
Һалып ҡуйсы ҡурсағың.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Кис тә етте, ят, балам,
Йоҡла, ҡыҙым, бәлли-бәү,
Йомшаҡ мендәрҙәр һалам.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Йоҡла, минең күҙ алмам.
Йоҡла, ҡыҙым, бәлли-бәү,
Матур төштәр күр, балам.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Шатлығым, йән киҫәгем,
Һинең сәләмәт кенә
Үҫеүеңде тәләйем.


Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Бәхет менән үҫ, балам.
Йом күҙеңде, бәлли-бәү,
Бәхетле бул, ҡыҙ балам.

Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Йоҡлай, ҡыҙым, бәлли-бәү.

 

Бишек йыры


Шатлыҡ өҫтәп өйөбөҙгә,
Һин тыуғанһың, аҡыллым.
Бөтәбеҙгә оло шатлыҡ –
Әл дә һин бар,алтыным.
Әли-бәли,бәү-бәү,
Әли бәли бәү-бәү
Мышнай-мышнай йоҡлап ал,
Үҫерһең һин дәү-дәү.
Ҡояш апай ҙа йоҡланы,
Боҫоп тауҙың артына.
Тулған ай һаҡлай тынлыҡты
Арымай төн буйына.

Әли-бәли,бәү-бәү,
Әли бәли бәү-бәү
Мышнай-мышнай йоҡлап ал,
Үҫерһең һин дәү-дәү.
Төнгө күктә күҙ ҡыҫышып,
Йымылдайҙар йондоҙҙар,
Таңға табан арыһалар,
Йоҡоларға талырҙар.

Әли-бәли,бәү-бәү,
Әли бәли бәү-бәү
Мышнай-мышнай йоҡлап ал,
Үҫерһең һин дәү-дәү
Бөтә бәпестәр йоҡлайҙар,
Әсәйҙәр ҡосағында.
Бөжәктәр ҙә, ҡош-ҡорттар ҙа
Иҙрәй төн тынлығында

Әли-бәли, бәү-бәү,
Әли-бәли, бәү-бәү,
Мышнай-мышнай йоҡлап ал,
Үҫерһең һин дәү-дәү.
Бөтә донъя – йомшаҡ бишек,
Тирбәлә төн ҡуй(ы)нында.
Ҡояш апай сәләм бирһә,
Ҡойонорҙар нурында.

Әли-бәли, бәү-бәү,
Әли-бәли, бәү-бәү,
Мышнай-мышнай йоҡлап ал,
Үҫерһең һин дәү-дәү.
Йоҡла, улым, аҡыллым,
Ҙур үҫерһең, алтыным.
Һау-сәләмәт булып үҫ һин,
Көтә һине Ватаның.
Әли-бәли,бәү-бәү,
Әли бәли бәү-бәү
Мышнай-мышнай йоҡлап ал,
Үҫерһең һин дәү-дәү.

            Сәүиә Закирова, Белорет районы Ғәбдүк ауылы.


* * *


Йоҡла минең үҫкәнем
Көтмә йоҡо килгәнен.
Ул һиҙҙермәй килә бит
Күҙең йомоп китә бит
Әлли- бәлли, бәү-бәү,
Әлли- бәлли, бәү- бәү
Йоҡла, балам, йом күҙең,
Арының бит һин үҙең.
Йоҡлай- йоҡлай үҫерһең,
Һәр нәмәне белерһең.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү- бәү.
Һау ғына булып үҫ һин,
Уҡып белем алырһың.
Бик ҙур кеше булырһың,
Кеше һиңә һоҡланһын!
Әлли- бәлли, бәү- бәү,
Әлли- бәлли, бәү-бәү.
Һинең йоҡоңдо һаҡлап,
Бишегеңде һамаҡлап,
Әсәйең йырын йырлай,
Һин йоҡла уны тыңлап.
Әлли- бәлли, бәү- бәү,
Әлли- бәлли, бәү- бәү.
Үҫ, үҫ балам ҙур булып,
Йортобоҙҙа ҡот булып.
Атайыңа бул терәк,
Йоҡла балам тиҙерәк.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли- бәлли, бәү-бәү.
Йоҡла балам төш күреп,
Үҙеңде үҫкән итеп,
Белемле булғанһың тип,
Өлөшлө булғанһың тип.
Әлли- бәлли, бәү-бәү,
Әлли- бәлли, бәү-бәү.
Йоҡла һин, ҡыуанысым,
Олатайың шатлығы,
Өләсәйгә йыуаныс.
Атайың таянысы.
Әлли-бәлли, бәү- бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү.
Йырлап бишек бәүелтәм,
Балаһы бул милләтең.
Халҡыңды бул хәстәрләр,
Шундай итеп күрәмен.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү.

            Рәйсә Иҫәнбаева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.

 


* * *


Улым тыуҙы бөгөн минең,
Ейәнле булдым таңға,
Ҡыҙым бүләк итте миңә,
Икенсе ейән тағы.

Ҡуш аяҡлап кил доньяға,
Ғүмерле бул улыҡайым,
Тигеҙ булһын юлдарығыҙ,
Оҙаҡ йәшә балаҡайым.

Сәңгелдәктәр әҙерләнем,
Бишек йырҙары яҙҙым,
Нәҫелемде үҫтерергә,
Хоҙай ҡушҡаны яҙһын.

Ата- инәле булып һин,
Туғандарға бул һин бай,
Тормош ҡөҙрәтендә йөҙөп,
Йәшәргә яҙһын малай.

Бишек йырҙарын йырлармын,
Иң изге теләктәрҙән,
Йоҡоларыңды һаҡлармын,
Талмаһын беләктәрем.

Тәмле төштәр һиңә улым,
Татлы йоҡоларыңда,
Әкиәттәй донья көтһөн,
Сығарһын юлдарыңа.

Сәңгелдәктә иҙерәп йоҡлай,
Баламдың иң татлыһы,
Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле,
Баламдың ул балаһы!

Ғәилә усағы янһын,
Булығыҙ һеҙ бәхетле,
Именле булһын доньяғыҙ,
Ҡыҙыма мин рәхмәтле.

Бишек йырҙары йырлайым,
Яңы тыуған ейәнемә,
Бәлли-бәлли бәү,бәү,
Күңелемдәге көйҙәремә.

                        Әлфинә Мөхәмәҙиева-Кәримова, Әлшәй районы, Раевка ҡасабаһы.


* * *


Бәү, бәү, бәү, бәү,
Йоҡла инде ейәнем,
Йылы урын йәйәйем,
Өшөмәһен тәпәйең.
Балдан татлы тәнәйем,
Әли-бәли, бәү-бәү.
Әли-бәли, бәү-бәү.

Әли-бәли итер ул,
Егет булып китер ул.
Тура килһә ил һаҡларға
Үҙе теләп китер ул.
Әли-бәли, бәү-бәү.
Әли-бәли, бәү-бәү.

Әүлиәләй зирәк бул,
Ати(а)нәңә терәк бул,
Холҡоң менән матур бул,
Салауаттай батыр бул!
Әли-бәли, бәү-бәү,
Әли- бәли, бәү-бәү.

Ырыуың булыр Тамьян.
Ырғаҡтыр һинең тамғаң,
Булыр бала биләүҙән,
Белеп үҫерһең балам.
Әли-бәли, бәү-бәү.
Әли- бәли, бәү-бәү.

            Илсиә Ҡасимова-Яңыбаева, Әбйәлил районы Хәмит ауылы.

 

 

* * *

Бәү-бәү, бәпәйҽм… әү,
Йоҡла, йоҡла, йом күҙҽңдҽ,
Йоҡла индҽ бәпәйҽм, әү!
Һин тыуғанға бҽҙ ҡыуандыҡ,
Аллаһымдың бүләгҽнә
Изгҽ доға ҡылайым, әү!
Ҡотло йүргәк түшәйҽм,
Ҡот, бәрәкәтҽн килтҽрһҽн
Сәңгҽлдәгҽң бишҽгҽң!
Бәү-бәү, бәпҽскәй… әү,
Һәтҽс-һәтҽс, һәтҽстәй,
Бигҽрәк кҽнә йәтҽшкәй,
Йоҡла индҽ бәпҽскәй, әү!
Әүәй иткәнеңде көтөп,
Йондоҙҙар ҙа күҙ ҡыҫалар
Күктә йөҙә тулған ай!
Йоҡла, йоҡла бәпәйҽм,
Эштән ҡайтты атайың,
Йоҡлай ағай, апайың,
Әүҽн баҙарында күптән,
Етҽнсҽ төшөн күрәлҽр
Олатай, өләсәйҽң, әү!..
Һәүкәш ҡайтты үрҽштән,
Аҙбарҙа мышнай күптән,
Әтәс мҽнән тауыҡтар ҙа
Кетәк башына мҽнгән, әү!
Ҡаймаҡты урлап ялаған,
Мҽйҽс башында бҽсәй,
Иҙән ярығынан сыҡҡан
Сысҡанды күрҽп төшөндә
Ҡойроҡ болғаны микән?
Минҽң улым (ҡыҙым) йоҡлар ул,
Ай үҫәһҽн, көн үҫҽр ҙә,
Тиҙҙән үҫҽп ҽтҽр ул!
Атаһының, әсәһҽнҽң
Таянысы булыр ул!
Олатай, өләсәһҽнҽң
Ҡыуанысы булыр ул, әү!
Ил-йортона ҡот-бәрәкәт
Килтҽрҽүсҽ булыр ул!
Иманлы ла, тәүфиҡлы ла,
Ил-телҽн, динҽн яҡлаусы,
Мосолмандың сөннәттәрҽн
Үтәүсҽһҽ булыр ул!..
Аҡыллы ла, әҙәплҽ лә
Ғәййәр бала булыр ул, әү!
Йоҡла, йоҡла бәпәйҽм,
Берәү ҙә ятып ҡалмай ул
Бындай ҙа изгҽ эштән, әү!
Йоҡла, йоҡла, йом күҙҽң,
Талды бит икҽ күҙҽм!
Әлли-бәлли, бәү-бәү...
Әлли-бәлли, бәү-бәү...
Ләә-Иләәһә-Илләл-лаһ!..

                        Гүзәл Әхмәҙиева – Өмөтбикә, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы.

 

 
* * *


Әлли-бәлли,  тиҽрмҽн,
Бәхҽтлҽ бул, тиҽрмҽн.
Әкиәттәр һөйләрмҽн,
Матур көйҙәр көйләрмҽн.

Әлли-бәлли итҽр ул,
Йоҡоларға китҽр ул.
Бишҽктәрҙән үҫҽп сыҡҡас,
Мәктәптәргә китҽр ул.

Йом-йом, балам, йом күҙҽң,
Йоҡла, балам, күҙ нурым.
Шатлығым һин, матурым,
Бәләкәсҽм һин, матурым.

Йоҡла, балам, йом күҙҽңдҽ,
Әлли-бәлли, бәү!
Мин һаман да һинҽң янда,
Әлли-бәлли бәү!
                        Илнур Ғөбәйҙуллин, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исҽмҽндәгҽ

                        2 -сҽ башҡот гимназия-интҽрнаты уҡыусыһы.

 

 

* * *


Айым минең, ҡояшым,
Бәпесем, бәләкәсем.
Уйнап йөрөп арының,
Йоҡлап алсы, бәпесем.
Әлли-бәлли бәү итә,
Йондоҙом-айым минең,
Ҙур булып үҫеп китер,
Аҡыллы бала булыр.
Айым минең ҡояшым
Алтыным минең, аппағым.
Бәпесем бәләкәсем,
Бәү бәү итә бәпесем.

                        Вәлимә Ғарипова, Учалы районы Мансур ауылы.

 

* * *

Балаларым үҫҽп бөттө,
Бишҽк йырҙарын тыңлап.
Хәҙҽр ҽйәнсәр бәүҽтәм
Шул уҡ йырҙарҙы йырлап.
Әли-бәли бәбәйҽм,
Йомсо күҙҽң, бәл(ә)кәйҽм.
Ошо бишҽктә йоҡлаған
Һинҽң бит, әсәкәйҽң.
Йоҡла индҽ, балаҡай
Бөҙрә сәслҽ шаянҡай.
Төштәрҽңә килҽп ҽтҽр
Йомшаҡ ҡына ҡуянҡай.
Йоҡлай-йоҡлай үҫҽрһҽң,
Тәпәй баҫырһың тиҙҙән.
Күҙ ҙә эйәрмәй ҡалыр,
Сығып китҽрһҽң өйҙән.
Ә хәҙҽргә һин бәпәй,
Әйтҽрһҽң, тҽрҽ ҡурсаҡ.
Йырлай-йырлай тҽләйҽм,
Бәхҽттәр һиңә һәр саҡ.
Йом күҙҽңдҽ, балаҡай,
Күҙ нурындай-ҡыҙыҡай!
Йөрәгҽмдҽң майындай
Ейәнсәрҽм, наҙлыҡай.
                        Әнисә Ғәзизова. Белорет районы Абҙаҡ ауылы.
 

* * *

Әлли бәлли, бәү итә,
Ҡыҙым йоҡоға китә.
Йоҡлап ял итә-итә,
Бәпесем үҫеп етә.
Әлли-бәлли, бәү, бәү,
Әлли-бәлли, бәү, бәү.

Ҡояш байыны күптән,
Йондоҙҙар янды күктә.
Тәҙрәнән ай ҙа ҡарай,
Һиңә ул бәхет юрай.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү.

Йоҡлай, ана, бесәйең,
Йоҡлай уйынсыҡтарың.
Һинең матур төш күреп,
Вайымһыҙ йоҡлар сағың.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли бәү-бәү.

Йоҡла, йоҡла, матурым,
Һин бит минең йондоҙом.
Атай-әсәйле булып,
Үҫ, аҡыллым, күҙ нурым!
Әлли бәлли, бәү-бәү,
Әлли бәлли, бәү-бәү.
                        Рәсимә Сәйетғәлина, Белорет районы Уҫманғәле ауылы.

 

             

* * *

Балам, балам, күҙ нурым,
Минең хыял, өмөтөм.
Ҡанаттарың нығытып,
Үрҙәр яулар бөркөтөм.
Әли-бәли, әли-бәү,
Әли-бәли, әли-бәү,
Йоҡла, балам, йом күҙең,
Йоҡла, балам, йом күҙең,
Матур төштәр күр үҙең,
Тәмле төштәр күр үҙең,
Татлы төштәр күр үҙең,
Һаҡлап торһон фәрештәң,
Әли-бәли, әли-бәү,
Әли-бәли, әли-бәү.

Балам, балам, күҙ нурым,
Йом( о)ро йомшаҡ йомғағым.
Йылы яҡты ҡояшым,
Йоҡоңда үҫер сағың.
Әли-бәли, әли-бәү,
Әли-бәли, әли-бәү,
Күҙеңде йом, йом, балам,
Күҙеңде йом, йом, балам.
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Йыл үҫәһен ай үҫеп,
Батыр егет булырһың,
Халыҡ улы булырһың.
Әли-бәли, әли-бәү,
Әли-бәли, әли-бәү,
Күҙеңде йом, йом, балам,
Күҙеңде йом, йом ,балам.

Сәңгелдәгең бәүетәм,
Бишек йырымды һуҙам,
Аҡыллы бул һин, балам,
Юлдашың булһын иман.
Әли-бәли, әли-бәү,
Әли-бәли, әли-бәү,
Йоҡла, балам, йом күҙең,
Йоҡла, балам, йом күҙең,
Белемле бул һин, балам,
Даланлы бул һин, балам,
Хужаһы бул илеңдең,
Тыуып-үҫкән ереңдең.
Әли-бәли, әли-бәү,
Әли-бәли, әли-бәү,
Йоҡла, балам, йом күҙең,
Йоҡла, балам, йом күҙең!

                        Рәмзиә Монасипова, Ғафури районы Красноусол ауылы.

 

 

 

* * *

 

Һыҙылып таңдар атҡан саҡта
Донъяға килдҽң балам,
Йәмлҽкәйем,  тәмлҽкәйем,
Йөрәктән сыҡҡан ярам.

Ҡушымта:


Йоҡла, балам, йом күҙҽңдҽ,
Әлли-бәлли, бәү.

Тҽләккәйҽм ҡабул булды,
Хоҙай биргән бүләгҽм.
Ғүмҽрлҽ бул, тәүфиҡлы бул,
Һиңә изгҽ тҽләгҽм!

Йоҡлатырға һинҽ балам
Йырлап бишҽккә һалам
Зат ырыуҙың данын арттыр
Ҙур өмөттәрҙә ҡалам.

Батыр булып үҫҽп ҽтҽп
Ата-әсәңә тҽрәк бул!
Алдарыңа бәхҽт килһҽн,
Илҽң өсөн кәрәк бул!


Тыныслыҡ тҽләп йәшәйҽк
Күңҽлҽңә илһам тулһын
Бәрәкәтлҽ донъяларҙа
Иманың юлдаш булһын!

                        Рәсилә Абушахманова, Әбйәлил районы Асҡар ауылы.

 

 

* * *

Был матур донъяға килгәнсә,

Йөрәгем турендә йөрөттөм.

Ҡулдарыма алып ҡыуанысым,

Хыялдарым тормошҡа ашты!

Белһәң ине нисек әсәйеңдең

Һине көтөп кенә алғанын,

Йөрәгенең иң туренә ҡуйып,

Бәләкәсем, тиеп янғанын!

Диңгеҙ төҫлө күҙҙәреңә бағып,

Матур-матур көйҙәр көйләнем,

Ҡулдарыма алып, төн йоҡоһоҙ

Матур әкиәттәр һөйләнем.

Балаҡайым күҙ нурым, һин минең,

Аҡтан булһын йөрөр юлдарын,

Ғумерҙәрҙең иң оҙоно булһын

Ҡайғы, һағыштарҙы күрмә һин!!!

                        Таңһылыу Шайнурова, Хәйбулла районы Петропавловский (Безводный) ауылы.

 

 

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: