Тамара ҒӘНИЕВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
ӘНЕЙЕМ
Әнейемдең ҡулы ныҡ арыған...
Ҡәләм тотҡан ҡулы,
Ураҡ урған,
Тәғәм һонған,
Беҙҙе наҙлай торған -
Бәп-бәләкәй ҡулы ныҡ арыған, -
Ана шуға ҡулын һуҙып һалған.
Әнейемдең күҙе ныҡ арыған...
Йылы бөрккән күҙе,
Ғилем йыйған,
Шатлыҡ күргән күҙе,
Күп йәш ҡойған,
Әнейемдең күҙе ныҡ арыған -
Мәңгелеккә ялға йомдоролған.
Әнейемдең аяҡтары талған...
Донъя көтә торғас һыҙлау алған,
Бер ял итһен типме һуҙып һалған...
Әнейемдең аяҡтары талған,
Ситек ойоҡтары һалдырылған.
Әнейемдең йәне ныҡ арыған...
Аяуҙарҙан беҙҙе. Яратыуҙан.
Ҡыуаныу һәм сикһеҙ һағыныуҙан
Әнейемдең йәне ныҡ арыған...
Көнө бөттө микән...
Ерҙән уҙған...