Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
5 Август 2022, 10:50

Тамара Ғәниева

Тамара ҒӘНИЕВА ж ж жСабыр итер кәрәк, сабыр итер...Билдәле ки, ваҡыт кисекте.Йәтимлеге ҡойолдо ла төштө,Һин тертләтеп ҡаҡҡас ишекте.

Тамара Ғәниева
Тамара Ғәниева
Тамара ҒӘНИЕВА
ж ж ж
Сабыр итер кәрәк, сабыр итер...
Билдәле ки, ваҡыт кисекте.
Йәтимлеге ҡойолдо ла төштө,
Һин тертләтеп ҡаҡҡас ишекте.

Сәғәттәр ҙә телһеҙ ҡалған төҫлө,
Оноттолар ваҡыт һанауҙы.
Тултырҙың да һалҡын бушлыҡтарҙы,
Иркен тигән донъям тарайҙы.

Оло-ғара донъям эстәрендә
Нур уйнаҡлай. Ә мин, мин ҡайҙа?
Үкһеҙлектән биҙгән күңелемде
Аңлар кәрең булһа ярай ҙа.

Хәйер, миңә хәҙер барыбер ул:
Азатлыҡ ни, бығау...
Ни бары
Күңелемдең сәйер бер ғәҙәте
Үргә тарта, оса юғары.

Ҡайырылып төштө һағыштарым
Илһам ташлап киткән ишектән
Килеп индең...
Аһ... билдәле бит һуң
Яҙмыш сәғәттәре кисеккән.
Кисеккән...
Тамара Ғәниева
Тамара Ғәниева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: