Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
14 Июнь 2022, 16:55

Йәштәр ижады

Илгиз ИШБУЛАТОВ ХӘЛДӘР НИСЕК, ФӘНИЛ АҒАЙ?– Эштәр бара әле, ҡустым,Тырышһаң.Туҡтап тора даланыңаҠарышһаң.

Йәштәр ижады
Йәштәр ижады

Илгиз ИШБУЛАТОВ

ХӘЛДӘР НИСЕК, ФӘНИЛ АҒАЙ?

– Эштәр бара әле, ҡустым,
Тырышһаң.
Туҡтап тора даланыңа
Ҡарышһаң.
Күренмәнең ошо көндәр...
Арыумы?
Эштән ҡайтып, кире сығып
Барыумы?
– Эйе, ағай, рәхмәт, һәйбәт
Кенәбеҙ.
Тормош көтәм һәүетемсә,
Кенәһеҙ.
Таңдан китәм, ҡайтам кире
Эңерҙә,
Эшем еңел, тартылмай бер
Һеңер ҙә.
Һиңә ҡарап һоҡланамын
Эшеңә –
Япраҡ яуа, ҡышын болот
Тишелә.
Ҡанатланам ҡулға тотһам,
Көрәгең,
Ауыл эшен һағына шул
Йөрәгем.
Әле бына, икенсегә
Үтәһең,
Саң ҡундырмай беҙҙе иркәләтәһең.
Нисек шулай өлгөрәһең
Барыһына?
Көҙөн – япраҡ, бурандарҙа
Ҡарына?
– Рәхмәт, ҡустым, зарланмайым
Эшемә.
Хеҙмәт танһыҡ һәр бер ғәмле
Кешегә.
Таңдан торһаң, бындай ғәмәл
Арытмай.
Һелтәнәһең сүп-яуынды
Ыратмай.
Тынғы бирмәй бары шундай
Нужалар –
Беҙҙең менән “ер һеперә”
Хужалар...
Хужаларҙың була юртаҡ,
Сапҡаны,
Һонтоҡ, тиеп, бәкес салғы
Тотҡаны...
– Төшөнмәнем тел төбөңә,
Ағайым.
Ер һеперһә, хужаңа миҙал
Тағайым?
– Миҙалыңды таҡ һин анау
Ҡадирға –
Пенсияға ла сыҡмай эшләр
“Батырға”.
Бер үҙендә өс кешелек
Ҡатырға.
Кенәгәһе – форсат эшһеҙ
Ятырға.
– Оһо, оһо! Ҡадир ағай
шәп икән!
“Тунеядец” миҙалына
Шәт микән?
Рисуайларға, һинән рөхсәт
Һорайым,
Бер “мәҙхиә” әтмәләрмен,
Моғайын.
– Одаларың һуңланы шул,
Ҡустыҡай,
Бракурорға яҙып бирҙем
Устыҡай.
Килеп китте әллә нисә
Тикшереү.
Таптылармы, тапманымы
Типтереү?
Беҙҙең хужа хәҙер миңә
Теш ҡайрай.
Хужаһына, тиҙәр дуҫтар,
Биш һайрай:
“Назаровты, – мине, ти икән, –
Күсерәм,
Бер аҙыраҡ эш күләмен
Төшөрәм.
Бынан ары маҙаламаҫ
Һеҙҙәрҙе,
Канторанан ситтә булыр
Күҙҙәре”.
Хужаһының яуаптары
билдәле:
“Хәл ит, – тигән, – Хәлит килмәҫ
Элгәре.
Башлыҡ килһә, мин дә, һин дә
Осорбоҙ,
Тәүарихтар туҙанына
Боҫорбоҙ”.
Шулай, мыртый, хәлдәр әле
Шул бына.
Йәшәү өсөн көрәшәбеҙ,
Шым ғына.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.
13.06.2022

Йәштәр ижады
Йәштәр ижады
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: