Тамара ҒӘНИЕВА
ПЕНСИОНЕРҘАР
Анау эш бар ине, бынау эш бар -
Йөрәк дәртле.
Зиһен тулы уйҙар.
Ҡайҙа булды һуң кәр, ҡайҙа ҡомар?
Әллә ниҙәр ҡыйратырҙай булып,
Хыялдарға сума пенсионерҙар.
Дуҫ-ишеңде саҡырып ал ине ул...
Һығылдырһын ҡорҙо тәғәм-һыйҙар.
Ниндәй моңло ине элек йырҙар,
Ниҙән өркөп хәҙер төпкә сумған?
Ғәжәп итә шуға пенсионерҙар.
Ризығының татлы, иң затлыһын
Йәшереп ҡуйыр, тотор һаҡлабыраҡ.
Ә кем белә, уйламаған ерҙән,
Берәр балаң һағынып ҡайтып инер,
Ил-төйәккә тоғро ҡоштар һымаҡ.
Тәҫләп һалып ҡуйыр барлы-юҡлы
Йыйынтығын бер аҙ төйнәберәк.
Уйламаҫтан китеп барырһың да
Ыуаланыр балаң, өтәләнер,
Тегеһе юҡ тиер,быныһы кәрәк.
Бар ине бит улар:
Көс-ғәйрәт тә,
Кәр-илһам да.
Бәлки бер ҡайтырҙар.
...Күңеленән тауҙар аҡтарырҙай
Дәрт-хыялдар ҡороп төнө буйы
Керпек ҡаҡмай сыға пенсионерҙар.