Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
ИНӘ ҠӘҮЕМЕБЕҘГӘ..
Инәйкәйем йылы ҡояш кеүек:
Ҡосағыма алһам йылыта,
Күҙҙәремә түгелеп тә ҡарап
Йылмайыуы бөгөн илата.
Илаһи мәл!
Күңел тап - таҙанан!
Даръя булып Һөйөү урғыла...
Асылымды нурлап, инәйкәйем,
Иҫән- һауҙар, зинһар, тор ғына...
Һин янымда. Шул бит үҙе бәхет!
Ире әле, йәле,ҡосаҡта:
Йыһан һөйөүөндә иҙрәп кенә
Ут ҡабыҙҙым йәнем - усаҡта.
Сибек кенәһең бит, Инә ҡәүем...
Ә ниндәйен ҡеүәт таратаң!
Ҡосағыма алып бар донъямды
Танһығыраҡ күреп яратам...
Минзәлә Шөғәйепова