Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
31 Март 2022, 09:15

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ НАҘАНТүләргә менеп наҙанҠысҡырып икән аҙан.Имеш, менгәс бейеккә,Әйләнгән ул бөйөккә.

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ
Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ

НАҘАН
Түләргә менеп наҙан
Ҡысҡырып икән аҙан.
Имеш, менгәс бейеккә,
Әйләнгән ул бөйөккә.

***
-йондоҙҙарҙа ерҙәге кеүек кешеләр бармы икән?
-Бар.
-Нигә булғас ҡунаҡҡа килмәйҙәр һуң?
-Кемдең үҙе теләп психбольницаға килгәне бар

ЯҢЫ ҠАМЫТ
Терәнем дә, башын тыҡтым
Ҡамытҡа.
Ҡыҫтау булды, яңы ҡамыт
Күк атҡа
Киргән ботон яҡынайтып
Тышаным.
Төнө буйы ат туғайҙа
Юшаны.

ИШӘК АКАДЕМИК
Ишәк барып ингән ҙур залға,
Иҫе китеп ҡарап торған бер аҙға.
Ләкин бында ул оҙаҡҡа ҡалмаған,
Үлән юҡ тип, сығыу яҡҡа атлаған.
Сыҡҡас башын ҡалҡытып ҡараһа,
Был йорт академия икән дә баһа.
Шул саҡ ишәк бөтә көсөнә баҡырған,
Бөгөндән мин академик тип аҡырған.
Тауышы көслө, ләкин аҡыл юҡ,
Ишәк кеүек кешеләр ҙә хаҡлыҡ юҡ .

ХАҠЛЫ
Ишәк көнө буйы һарайҙа йоҡлаған,
Кис сыҡҡан да, таң атты тип ҡысҡырған.
Ишәк һәр ваҡыт хаҡлы,
Сөнки фил уның яҡлы.

***
Мин тип, тормош тотҡаһы
Бешерә һүҙ бутҡаһы.
Бәҙрәф ишегенә лә
Ҡуялар бит тотҡаны.

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ
Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: