Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
30 Март 2022, 12:42

ӘСӘМ ХӘЛЕН БЕЛМӘГӘНМЕН

Әсәм хәлен белмәгәнмен, Әсәй булмайса үҙем. Бала хаҡына икән ул Оло сабырлыҡ, түҙем.

ӘСӘМ ХӘЛЕН БЕЛМӘГӘНМЕН
ӘСӘМ ХӘЛЕН БЕЛМӘГӘНМЕН

Әсәм хәлен белмәгәнмен,
Әсәй булмайса үҙем.
Бала хаҡына икән ул
Оло сабырлыҡ, түҙем.

Юҡҡа көйәһең, әсәй, тип,
Иҫемдә әле көлөү,
Ғүмер аҙғынасалыр
Бала хаҡына көйөү.

Хәҙер үҙем беләм инде
Ни икәнен көйөүҙең,
Икһеҙ-сикһеҙ икәнлеген
Әсәйҙәрҙең һөйөүен.

Ҡулымда эшем булһа ла,
Баламда ике күҙем.
Нимә генә һөйләһәм дә,
Балам хаҡында һүҙем.

Ул йылмайһа, мин дә көләм,
Илаһа – йәшем аға.
Ваз кистергән, теҙ сүктергән
Бала икән дәбаһа.

Әсәм хәлен белмәгәнмен,
Әсәй булмайса үҙем.
Сабыйым күңелдәренең
Көҙгөһө – минең йөҙөм.

 

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: