Шиғриәт
30 Марта 2022, 05:25

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА ҠЫШТЫ ҠЫУАЛАУҺағындырыр инде шул саҡтарҙы –Һытылырҙар бөрө борсаҡтары.Сайыр еҫе алыр һауаларҙы,Ҡояш яныр, күккә ауалар ҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНААйһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

ҠЫШТЫ ҠЫУАЛАУ
Һағындырыр инде шул саҡтарҙы –
Һытылырҙар бөрө борсаҡтары.
Сайыр еҫе алыр һауаларҙы,
Ҡояш яныр, күккә ауалар ҙа.
Гөрләр гөрләүектәр, һыу үкерер,
Ҡыштың майы һеңер ергә иреп.
Ярмаланған ҡарҙың һәр бөртөгө
Үлән булып тороп баҫыр кире...
Әрәмәләр һөҙөр һыу бысрағын,
Юл ситтәре тулыр әүрәү-сүпкә.
Күләүеккә суҡыш тығып, ҡаҙҙар
Ҡаңғылдашыр ҡом-ҡырсынын сүпләп.
Яҙҙың яҙылып та кирелгәне –
Дерҙәп күтәрелә ерҙең быуы.
Үҙәктәргә ҡарай ҡыҫырыҡлап
Алып бара үткән ҡышты ҡыуып...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас