Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
ҮГӘЙЛӘШЕҮ
Күктең зәңгәр күҙҙәренә баҡтым:
Моңһоу ҡарашында йәш ине...
Күкрәп яусы!
Ямғырҙарың юҡмы,
Күкрәгеңдә ялтлар йәшенең?
Ҡәйеф беҙҙең бер самараҡ, буғай:
Йылмаяһы килә - көс етмәй.
Яҙҙың яҙы еңмеш, турһайыулы,
Ҡымыҙ һауаһы ла иҫертмәй...
Илай - илай бер таҙарыр инем,
Йә, ҡайыҙла, Күктәр, күңелде.
Иң ауыры сирҙең - битарафлыҡ!
...Минән көслөрәктәр еңелде.
Шып - шым ҡалды аҡыл.
Хис бураны
Бер соҡорҙа яңғыҙ һыҡтаны:
Үгәйләште башҡорт менән башҡорт.
Сәпәкәйләп иблис яҡланы,
Ике яҡты үлеп маҡтаны:
- Йәнә башҡорт ике ярҙа бөгөн
Һәм...һүтеүле күпер таҡтаһы.
...Күктең йәшле күҙҙәренә бағам...
Минзәлә Шөғәйепова