Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
ӘСӘЙҘӘР
Әсәйҙәр китә шишмәгә,
Шишмәләр юлы йыраҡ.
Иңендә — һыулы көйәнтә,
Өлтөрәп ҡайтыр урап.
Әсәйҙәр китә башаҡҡа,
Баҫыуҙар юлы йыраҡ.
Иңендә — ил хәсрәттәре,
Ҡулында булыр ураҡ.
Әсәйҙәр китә урманға,
Урмандар юлы йыраҡ.
Иңендә — еләкле күнәк...
...Еләктәй ғүмер юрап,
Әсәйҙәр ҡала ауылда.
Әсәйгә юлдар йыраҡ.
Ҡайтып етер һуҡмаҡтарҙы
Бурандар һала бурап.
Әсәйҙәр китә
Донъянан,
Әсәйҙәр юлы йыраҡ.
Мәңгелектең аръяғына,
Именлек беҙгә һорап,
Әсәйҙәр китә...