Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
28 Март 2022, 10:40

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА АңлауҺәр йөҙгән өйрәк түгел,Һәр осҡан турғай түгел.Үҙен бутҡа тип тойғанҺәр ярма бойҙай түгел.

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Аңлау
Һәр йөҙгән өйрәк түгел,
Һәр осҡан турғай түгел.
Үҙен бутҡа тип тойған
Һәр ярма бойҙай түгел.
Һәр шытҡан орлоҡ түгел,
Һәр үҫкән башаҡ түгел.
Үҙен ҡояш тип тойған
Һәр янған усаҡ түгел.
Һәр һөҙгән тәкә түгел,
Һәр саҡҡан йылан түгел.
Үҙен һоҡланғыс тойған
Һәр һомғол болан түгел.
Һәр өргән сәүек түгел,
Һәр һайраған ҡош түгел.
Һәр инҡар - кире ҡағыу,
Һәр бер хуплау йоп түгел.
Һәр ялтыр алтын түгел,
Һәр ҡорос ҡылыс түгел.
Барыһын аңлай күңел:
Һәр тынлыҡ тыныс түгел...

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: