Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
ЯҘ КӨТӘБЕҘ
Аҙашҡанмы әллә Аҡман,
Тулай ҙа тулай Тоҡман.
Яҙ көтәбҽҙ. Тәбиғәттҽң
Үҙҽ туҡһаны туҡһан.
Буран ҡотора. Быныһы
Былайыраҡ хәмәлдән.
Сығып бара мәллә, янып,
Ер күсәрҽ ғәмәлдән.
Ҡояш һаташа: нисә көн
Сыға ла - байый кирҽ.
Ишҽтмәйҙәр, күрмәйҙәр ҙә
Ер мҽнән бҽрҽн бҽрҽ.
Яҙ көтәбҽҙ. Буран. Һыуыҡ.
Нисҽк түҙә икән Ер?!
Эй Илаһым?!
Күсәрҽнән
Ысҡынмаҫҡа Ерҽбҽҙгә
Ҡояш йылылары бир...