Таңсулпан РӘСҮЛ
** **
Мин Өфөнөң үгәй ҡыҙы инем,
Рәнйеткеләй ине юҡ-юҡтан,
Етем итеп ситкә ҡыуа ине
Бирелмәгәс изге тулғаҡтан.
Мин Өфөгә үҙем бауыр баҫтым
Баш терәр ер башҡа тапмағас,
Өлөшөмә төшөр оло бәхет
Күңел ишегемде ҡаҡмағас.
Мин үткенсе инем яҙмышымда,
Тик юлсыһы булдым ғүмерҙең,
Бер ямғыры булып донъялыҡтың
Ҡайҙа етте - шунда түгелдем...
Түгелдем дә аяҡ аҫтарына,
Тәҡдиремә күнеп тапалдым.
Күндәм булдым, тағы ныҡыш булдым,
Башҡа әмәлдәрен тапманым...
Күндәмлегем өсөн тиңһендеңме,
Тик ныҡыштар яулар Өфөмө?
Етемлектән бер саҡ тартып алып
Ҡосағыңа ҡыҫтың һин мине...
Ҡосағыңа ҡыҫтың, яҡын итеп,
Яҙмышыңа итеп үҙ кеше.
Үпкәләр юҡ, мин бит һинең ҡыҙың,
Етем түгел, Өфөм, һинеке!
20.03.2022
Таңсулпан Рәсүл