Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
21 Март 2022, 14:55

Рауил БИКБАЕВ

Рауил БИКБАЕВБАШҠОРТ БАЛЫБашҡорт балы — йыһандарҙа!Заман шулай, ҡайҙа барма —Башҡорттан алда балы...Косманавт булып башҡортҮҙе лә осор әле,Балы асҡан ишектәрҙеБашҡорт та асыр әле.

Рауил БИКБАЕВ
Рауил БИКБАЕВ

Рауил БИКБАЕВ

БАШҠОРТ БАЛЫ

Башҡорт балы — йыһандарҙа!
Заман шулай, ҡайҙа барма —
Башҡорттан алда балы...
Косманавт булып башҡорт
Үҙе лә осор әле,
Балы асҡан ишектәрҙе
Башҡорт та асыр әле.

Үҙебеҙҙән алда әйҙә
Күстәнәс бара торһон.
Ғаләмдәргә тама торһон
Беҙгә юл яра торһон.

Тарихтан үҫкән оҫталыҡ,
Боронғо кәсеп-холоҡ:
Изге мираҫ булып күскән
Атанан улға солоҡ.

Башҡорттоң данлы бал ҡорто
Ҡото булды ил-йорттоң.
Ҡоштар осоп етмәҫ ергә
Дандары уның осто.

Юҡҡамы ни улын башҡорт
Йыһангир тип атаған.
Етегән йондоҙҙарға ҡарап,
Доғаһын ҡабатлаған,
Хыялы ҡанатланған.

Башҡорт балын ризыҡ итеп,
Йыһанға ала карап.
Алға ҡарап, осмай ҡара,
Ҡанатлы булмай ҡара!

21.05.16

Рауил БИКБАЕВ
Рауил БИКБАЕВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: