Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
21 Март 2022, 07:50

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА * * * "Шиғриәт - ул дин", - тигәндәр,Доғаларын ятлайым.Тик был өлкәлә атеистИтмә, эй, Аллаҡайым!

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА
Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА

* * *

"Шиғриәт - ул дин", - тигәндәр,
Доғаларын ятлайым.
Тик был өлкәлә атеист
Итмә, эй, Аллаҡайым!

Динһеҙ булыуҙан шөрләйем,
Ҡайҙа миңә намаҙлыҡ?..
Шиғриәткә аяҡ баҫам,
Ябынып алһыу яулыҡ.

Ҡаурый ҡәләм

Өҫтәлдәге ҡаурый ҡәләм
Үпкәләп, башын эйә:
"Эргәмә килмәйһең ниңә,
Мин әйҙәп торған көйгә?

Урап үтәһең, әйтерһең
Ҡулың бешә тотонһаң!
Күрмәмеш йөрөмәҫ инең,
Шағирә йәнле булһаң!..

Намыҫһыҙлыҡ өсөн судҡа
Бирәм!" - тип, йәнде игәй...
Уныһы ҡурҡытмай, бары
Бөгөнгө ғәмһеҙ замандың
Шағиры булғым килмәй.

Шиғриәт

Эреләнеп маташҡанды
Күтәрә алмай,
Сәләм бирмәй башланыңмы,
Шаталаҡ малай?

Бер йондоҙсоғо күгемдең,
Бер яҡты нурым.
Йә олатайым төҫлөһөң,
Йә кескәй улым.

Кәңәшсе лә, һорау биреп,
Аптыратҡан да...
Үҙемә толҡа тапмайым,
Булмаһаң янда.

Һинһеҙ ҡулға бер эш бармай,
Хыялыйланам.
Шиғриәт!
Һин - олатайым,
Һин - кескәй балам!

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА
Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: