Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
21 Март 2022, 13:05

Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА

Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА ШИҒРИӘТ УЛ - СИХРИӘТЗәңгәр күктең төпһөҙ зәңгәрлеге,Асмандарҙың бейек асылыҮҙе Шиғыр!Моңло, тере Шиғыр.

Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
ШИҒРИӘТ УЛ - СИХРИӘТ

Зәңгәр күктең төпһөҙ зәңгәрлеге,
Асмандарҙың бейек асылы
Үҙе Шиғыр!
Моңло, тере Шиғыр.
Һәм Шағирҙың күңел хасилы
Аңлай булыр быны...
Яҡлай булыр:
Зауыҡлы Һүҙ тыуыр бишекте
Йәндә бәүелтер ҙә, илһам көҫәп,
Әкрен генә асыр ишекте...
Әкәр*менән кем һуң һунар итһен?
Илһам ҡасыр өркөп боландай...
Шағир күңеле ул йәш аралаш
Бал тамыҙған Өлкәр*...
Болондай
Шау сәскәлә .
Ҡырау һуҡҡанда ла
Асылына тоғро: йылмая...
Аҡланмай ҙа, үҙе ваҡланмай ҙа -
Тоғро һүҙгә... унда бит мая!
Шиғриәт ул күпкә бейегерәк:
Буй етмәйҙер күңел етмәһә...
Ни мәғәнә йәндә шытҡан һүҙең
Башҡа йәнде барып өтмәһә,
Йәнен арбап, имләп үпмәһә?!
Көнбағыштай ваҡ - ваҡ һүҙҙәр сиртеп
Сүпләр урынмы ни шиғриәт?
"Баҙар " ябыҡ!
Өнһөҙ моңһоулыҡтан
Зауыҡлы һүҙ тыуһа - Сихриәт!!!
Шундалыр бит ысын Шиғриәт?...

Минзәлә Шөғәйепова.
 
Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: