Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
21 Март 2022, 13:30

Фәиз Харрасов

Фәиз ХАРРАСОВ Әллә...Әллә заманмы, әллә модамы...Әллә үҙем барын ҡабартамын.Урамдар буйлап йөрөгән саҡтаКүргәндәремдән мин шаҡ ҡатамын.

Фәиз Харрасов
Фәиз Харрасов

Фәиз ХАРРАСОВ

Әллә...
Әллә заманмы, әллә модамы...
Әллә үҙем барын ҡабартамын.
Урамдар буйлап йөрөгән саҡта
Күргәндәремдән мин шаҡ ҡатамын.

Тату, тартыу,
бер төнлөк яратыу.
Эх, һин, сиктәрҙе емергән йәшлек.
Әйтерһең, йәйҙә тыуған сәскәләй:
Көҙҙәр етмәҫ тә – мәңге йәшәрлек.

Шуғамы әллә мөйөштәр һайын
Ҡартая белмәгән йәмһеҙ ҡарттар?
Алға бараһы килмәй, бер теләк:
Ҡасаһы, ҡасаһы кире артҡа!

Нур сәскән күҙҙәр килә күрәһем,
Тик телефонда бөтөн ҡараштар.
Ниҙәр бар унда, ниҙәр яҙалар?
Ә, ир менән ир тағы ҡауышҡан...

Әсә булыр һылыу ҡатын, ана,
Баланы түгел, этте иркәләй.
Һүҙем минең нимә; ҡайнай тормош
Үҙен генә ҡайғыртҡан иләүҙәй.

Был көндәрҙән,
был күренештәрҙән
Әллә биҙгәнмен, әллә туйғанмын.
Әллә
Үҙ заманымдан мин үтә иртә,
Әллә бигерәк һуңлап тыуғанмын...

Фәиз Харрасов
Фәиз Харрасов
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: