Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
20 Март 2022, 10:55

Тамара ҒӘНИЕВА

Тамара ҒӘНИЕВА ҺАҒЫНАМҺыр бирмәгән булып үтеп киттем,Бара биргәс барыбер боролдом.Миңә табан ҡарап тик тораһыңЮғалтҡандай барыр юлыңды.

Тамара ҒӘНИЕВА
Тамара ҒӘНИЕВА

Тамара ҒӘНИЕВА

ҺАҒЫНАМ
Һыр бирмәгән булып үтеп киттем,
Бара биргәс барыбер боролдом.
Миңә табан ҡарап тик тораһың
Юғалтҡандай барыр юлыңды.

Бер осор беҙ уртаҡ юлды ҡыуҙыҡ,
Романтика ине хыялда.
Донъя ул саҡ шундай алсаҡ ине,
Алһыу төҫкә ине буялған.

Ышандым мин һинең күңелеңә,
Ышанғандай үҙем үҙемә.
... Ҡараным да ҡаттым. Бүтән ҡатын
Сағылып китте беҙҙең көҙгөлә.

Уҡталып та ҡуйҙым. Күрешәйек!
Һағынам бит һине бик яман.
...Утта тотҡан беҙҙәй йән һыҙлатып
Уянды ла ҡуйҙы бер ярам.

Тамара ҒӘНИЕВА
Тамара ҒӘНИЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: