Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
20 Март 2022, 19:39

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА ДУҪЛЫҠАптырата мине, һушһыҙ итәБүре менән һарыҡ дуҫлығы,Төлкө менән тауыҡ дуҫлығы,Сарлаҡ менән балыҡ дуҫлығы,

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
ДУҪЛЫҠ

Аптырата мине, һушһыҙ итә
Бүре менән һарыҡ дуҫлығы,
Төлкө менән тауыҡ дуҫлығы,
Сарлаҡ менән балыҡ дуҫлығы,
Бесәй менән сысҡан дуҫлығы,
Турғай менән себен дуҫлығы...
Әҙселектең түгел, күпселектең
Баш эсендә мейе юҡлығы.
Һайыҫҡандар һәм дә йомортҡалар,
Төйләгән һәм себеш дуҫлығы...
Тетрәндерә ерҙе, йыһандарҙы
Ахмаҡлыҡтың һынмаҫ ныҡлығы.
Аҡылыма һыймай аҡылһыҙлыҡ,
Ҡорбан менән ҡатил дуҫлығы,
Кешемен дә тигән кешеләрҙең
Йәнендәге шәфҡәт ҡытлығы...
 
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: