Тамара ҒӘНИЕВА
* * *
Дилбегәмде бушатайым сәле
Талсыҡҡандыр тайым.
Уй уйлап
Тик барайым. Белеп һалғандарҙыр
Бынау иҫке юлды һыу буйлап.
Ашығыуҙан фәтеүә булғаны юҡ,
Ашҡа бешкән дә юҡ. Нәфсене
Тыя белдек былай. Асыҡманыҡ
Айыра белдек әсе-сөсөнө.
Бер ҡатлыраҡ олатайҙар, эйе,
Ултыртҡандар ергә сит-ятты.
Ятты күрһәк, йығылып китәбеҙ шул,
Улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙ
Сит милләтте ҡыҙығып яратты.
Хәсрттәр ҙә беҙҙе аяп тормай,
Шатлыҡтар бар шөкөр итерлек.
Күп кәрәкмәй бит ул бәндәләргә
Тынғылыҡ бир донъя көтөрлөк.
... Ҡайсыланы тайым ҡолаҡтарын,
Елдерҙе лә китте. Юл таҡыр.
...Еребеҙҙе, тотҡан юлыбыҙҙы
Йөрәктәре етеп кем һатыр?