Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Март 2022, 11:30

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ * * * Тормошомда яманһыу бер осор: Шиғыр яҙам, ҡурай уйнайым. Тел яҙмышы менән моң яҙмышын Илдекенә бәйләп уйлайым:

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ
Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ
* * *
Тормошомда яманһыу бер осор:
Шиғыр яҙам, ҡурай уйнайым.
Тел яҙмышы менән моң яҙмышын
Илдекенә бәйләп уйлайым:
Был моңдарҙы кемгә ҡалдырырбыҙ?
Кемдәр уҡыр беҙҙең шиғырҙы?
Ейәндәрем, минең кеүек тетрәп,
Йырлай алыр микән был йырҙы?
Уйҙар, уйҙар...
Башҡорт йыры һымаҡ
Үҙе оҙон, үҙе һағышлы.
Өҫтәүенә шундай заман тыуҙы —
Үҙе ауыр, үҙе ыҙғышлы.
Яҙам, яҙам.
Барса уйҙарымды
Һыйҙырырмы шиғыр юлдары?
Ахыр, һүҙҙең көсһөҙлөгөн тойоп,
Ҡурайҡайға үрелә ҡулдарым...

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ
Мәүлит ЯМАЛЕТДИНОВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: