Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
ӘЖӘЛ
Үлтерә, йәнен ала:
Хаҡлыҡ - алдаҡ әжәле.
Ялғанды юлдан алыу
Әжәлдең бит ғәмәле.
Бер кем ҡатыша алмай
Үлем-китем эшенә.
Уның ниәтен белеү
Фарыз түгел кешегә.
Хаҡлыҡ - яуыз ҡәбере,
Шундай ҙа ғәҙел оя:
Дәрәжәһен һәр кемдең
Бер ул тигеҙләп ҡуя.
Хаҡлыҡ - ошо донъяның
Һалмауырлы бизмәне.
Самаһыҙ-үлсәмһеҙҙе
Һалып тапар иҙәне.
Хаҡлыҡ - иҫке әжәле,
Үле күмер һоҫҡоһо,
Һепертке, сыбыртҡыһы, -
Яңы тормош йышҡыһы.