Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
16 Март 2022, 19:55

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ ИҢ ОҘОН ТӨНДӨҢ ИРТӘҺЕБурандары бурай инде,Оло юлдан урай инде,Билдәһеҙлек юрай инде -Иң оҙон төндөң иртәһе.

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

ИҢ ОҘОН ТӨНДӨҢ ИРТӘҺЕ

Бурандары бурай инде,
Оло юлдан урай инде,
Билдәһеҙлек юрай инде -
Иң оҙон төндөң иртәһе.

Көтмәнекме? Көттөк тылсым.
Һин бул усаҡ, утлы бул сым -
Һағыш тулы йәндә бул сың,
Иң оҙон төндөң иртәһе...

Кемдәр ҡалыр, кемдәр ҡалмаҫ,
Әйтеү ауыр - кем ни ҡылмаҫ.
Выжданыбыҙ булһын тынмаҫ...
Иң оҙон төндөң иртәһе.

Йәнебеҙҙә яҡтыр, доға!
Йәйғорҙарҙан тарттыр дуға -
Беҙҙең аттар әҙер юлға...
Иң оҙон төндөң иртәһе!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: