Фирүзә АБДУЛЛИНА
Ир-егеттәргә
Ир-егеттәр өсөн беҙ, ҡатын-ҡыҙ,
Серле йомаҡ кеүек булһаҡ та,
Күп кәрәкмәй беҙгә бәхет өсөн,
Ғорур ҡая кеүек торһаҡ та.
Бәхет өсөн беҙгә кәрәк бары
Һөйгәнеңдең йәнәш булыуы,
Наҙлы ҡараш менән йылмайыуы,
Ҡайнар хистәр менән тулыуы.
Ышаныслы булһын аҙымдары,
Маҡсаттары булһын юғары,
Күтәреп тә әйҙә йөрөтмәһен,
Тик яратһын ғына ни бары!
Тик яратһын ғына! Хөрмәт итһен,
Йөҙ ҡат артып ҡайтыр үҙенә,
Бәхетте беҙ бергә әүәләрбеҙ,
Һөйөп баҡһа булды күҙемә.
03.03.22.
Фирүзә Абдуллина.