Шиғриәт
15 Марта 2022, 04:30

Зарема Әхмәтйәнова

Зарема ӘХМӘТЙӘНОВАЕТЕ ЮЛ САТТАРЫНДАЕте төндөң уртаһындаТауыш бирҙе Етегән:Ҡара ялбыр сәстәреңдеҮреп ал, тип, етенән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зарема ӘхмәтйәноваЗарема Әхмәтйәнова
Зарема Әхмәтйәнова

Зарема ӘХМӘТЙӘНОВА

ЕТЕ ЮЛ САТТАРЫНДА

Ете төндөң уртаһында
Тауыш бирҙе Етегән:
Ҡара ялбыр сәстәреңде
Үреп ал, тип, етенән.

Ете юлдың саттарында
Елдәй етеҙ елмә, тип,
Ете түгел, бер сереңде
Сисә күрмә елгә, тип.

Ете һағыштан яралып,
Һуҡһа ла ете йәшен.
Йәнеңдең иң төптәренә
Һағыштарыңды йәшер.

Ете тапҡыр бөгөлһәң дә,
Турайырға көс тап, түҙ.
Өмөтөңдө өҙгәндә лә,
Ете тапҡыр үлсәп өҙ.

Ашыҡма иң яҡыныңды
Ете ятың тиергә.
Ете түгел, етмеш тапҡыр
Сабыр бул һин һөйөүҙә.

Зарема Әхмәтйәнова
Зарема Әхмәтйәнова
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас