Тимер НИӘТШИН
Ҡулыма 1989 сы йылда баҫылған тәүге китабым килеп эләкте. Исеме "Һүҙ һорайым". Китап нәшриәтендә донъя күргән йыйынтыҡта биш йәш автор - Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөһрә Кашапова, Финат Шакирйәнов, Муса Йәһүҙин һәм мин дә бар инем. Роботтар төҙөгәг инженерҙың ҡыуанысы сикһеҙ, мин дә шағио ҙа баһа! 33 йыл үтеп киткән. Ошо китаптан бер шиғырымды хөрмәтле дуҫтарым иғтибарына элмәксемен. Сөнки, тышта көләс ҡояш, донъя яңырыр, ер йәшәрер, һандуғастар һайрар Илаһи миҙгел.
Йыр, тип тыңлаған...
Кисә кисен ҡапыл тын ҡалдым,
Хатта, ҡурҡып ҡына тын алдым.
Ете юл сатында,
Ваҡыт ут сағында
Илаһи моң тыңлап туҡталдым.
Бала әүерәткән әсә һымаҡ,
Йыйын тетерәткән сәсән һымаҡ
Бер һандуғас моңға күмелгән,
Ер шарына тынлыҡ түгелгән.
Бөгөн белдем: ҡошсоҡ йырламаған.
Ышанысы, өмөт, яралары
Булып үҫкән ғәзиз балалары,
Заманымдың ҡайнар тынында,
Ҡурылып үлгәс ҡошсоҡ илаған...
Кеше шуны йыр тип тыңлаған.
Ысын күңелдән һандуғас тауышын тик баҡсаларҙа ишетергә, сәскәләрҙе тик баҡсаларҙа күрергә һәммәбеҙгә лә теләйем. Яҙ ҡотло килһен.