Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
ЮШҠЫН
Әллә ниндәйерәк булып бөттөк -
Ғәмһеҙ, сәмһеҙ, хатта йәнһеҙҙәй.
Тирә-йүндәреңә күҙ ташлаһаң,
Ошо хәлдәреңдән йән һыҙлай.
Әллә ниндәйерәк булып бөттөк -
Бер-берәүгә берәү кәрәкмәй.
Берәү икенсене бер ҡайғыртмай,
Икенсеһе быға йән атмай.
Әллә ниндәйерәк булып бөттөк -
Эш-эш, тиеп саба эшһеҙҙәр.
Рух, ҡәлебте уйлау онотолдо -
Көслөләрҙән тыуа мөсһөҙҙәр.
Әллә ниндәйерәк булып бөттөк -
Һәр беребеҙ - үҙе көбөндә.
Моңһоҙлоҡтан хасил ошо юшҡын
Ҡалыная күңел төбөндә...