Лилиә ҠАҺАРМАНОВА
БАШҠОРТ ҠЫҘЫ
Башҡорт ҡыҙы, ерем матурлығы,
Сихри көскә эйә ҡарашың.
Кем урлаған һинең күңелеңде,
Ҡайҙарҙа һуң йөрөй аҙашып?
Башҡорт ҡыҙы, сикһеҙ сабырлыҡты
Йөрәккәйең нисек һыйҙыра?
Зар иламай ыҙа тормошоңа
Көс табаһың алға атларға.
Башҡорт ҡыҙы, илдең батыр ҡыҙы,
Яу сапҡанһың, ҡурҡыу белмәйсә.
Һуңғы һулышҡаса алышҡанһың,
Ҡаның тамғанын да һиҙмәйсә.
Башҡорт ҡыҙы, иркә сәскә бит ул,
Ҡояш нурҙарына йылына.
Һинең әйткән һәр бер наҙлы һүҙең
Моңло йыр-көй булып ағыла.
Башҡорт ҡыҙы белмәҫ еңелеүҙе
Тау-таш төшһә хатта иңенә.
Һоҡланырҙар бары, тик шулай ҙа
Серҙәреңде асыр тиң генә.