Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
14 Март 2022, 17:15

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА ЙӘНТӨЙӘКТыуған яғым – аҡ ҡайындар иле!Теҙелешеп юлдың ситенә,Йәшел яулыҡ болғап ҡаршылайҙар,Наҙлы елдәр иҫә битемә.

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА

ЙӘНТӨЙӘК

Тыуған яғым – аҡ ҡайындар иле!
Теҙелешеп юлдың ситенә,
Йәшел яулыҡ болғап ҡаршылайҙар,
Наҙлы елдәр иҫә битемә.

Ҡайтып киләм тыуған яҡтарыма,
Күңелемә яҡын һәр ҡыуаҡ,
Оҙаҡ йылдар ситтә йөрөһәм дә,
Онотолмай икән тыуған яҡ!

...Халҡым күңелендәй киң далалар,
Халҡым рухы кеүек ҡаялар,
Халҡым аҡылындай тәрән күлдәр,
Халҡым уйы кеүек йылғалар...

Аҡ ҡайындай аҡ күңелле халҡым
Саф йөрәктән ихлас ҡаршылай,
Көтөп торған туған-дуҫтар барҙа,
Ҡайтмай түҙергә һуң ҡайһылай?

Тыуып-үҫкән яҡҡа һирәк ҡайтам,
Ләкин беләм: миңә ул терәк,
Йөрәгемдең иң түрендә йәшәй
Аҡ ҡайындар иле – йәнтөйәк.

Фирүзә Абдуллина

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: