Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА
ХӘТИРӘЛӘРЕМ...
Йылғыр елем, аҡ болотҡа төрөп,
Йәшлегемә алып ҡайтһаңсы,
Баласаҡтың туҙанында ҡалған
Эҙҙәремде эҙләп тапһаңсы!
Ағым һыуым, тулҡыныңа урап,
Йәшлек ярҙарыма илт әле.
Ошо йылғам яҙмышымда бөгөн
Даръя булып аға бит әле.
Наҙлы ҡояш, нурҙарыңды һирпеп,
Сәләм еткер тыуған яғыма.
Йылдар үтеп, сәстәр ағарһа ла
Атай йортон күңел һағына.
Бала сағым, тәүге мөхәббәтем:
Хәтер биттәремде ел барлай.
Атай йыры, әсәй нәсихәте
Бөгөнгөләй һымаҡ яңғырай