Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
13 Март 2022, 12:35

Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВҠЫШҠЫ ИРТӘРәмил ҠолдәүләткәКөнсығыштан, көнбайыштанҠыҫҡанда төн ҡоршауы,Табандарҙа ҡар шығырлай,Табандарҙа — ҡар шауы.

Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Хисмәтулла ЮЛДАШЕВ

ҠЫШҠЫ ИРТӘ

Рәмил Ҡолдәүләткә

Көнсығыштан, көнбайыштан
Ҡыҫҡанда төн ҡоршауы,
Табандарҙа ҡар шығырлай,
Табандарҙа — ҡар шауы.

Ил көнө лә Көнсығыштан,
Көнбайыштан ҡыҫылған.
Ҡайҙа элекке шаңдауҙар,
Ҡайҙа беҙгә дуҫ булған?

Ашыҡтыҡмы алҡышларға —
Яҡтыра көн аҡ(ы)рын.
Берәү аҡылына килә,
Берәү юя аҡылын.

Күптән яҡтырыр донъяны
Ҡар яуып ҡараңғылай.
Берәүгә уңай түгел көн,
Бәғзе берәүгә ҡулай.

Аҡ монар артында көтә
Хөрлөкмө, әллә хурлыҡ?
Аҙашырлыҡ шырлыҡ та юҡ,
Дуҫ та юҡ аңлашырлыҡ.

Ҡар яуа, ҡышҡы иртәне
Тағы ла ҡараңғылап.
Берәү берәүгә күренер
Был мәлдә ҡараҡ һымаҡ.

Шағирҙыр ул, тигән уй ят,
Ниңә ул шулай йыраҡ?
Иртәһе ҡараңғы түгел,
Заманы шулайыраҡ.

Ҡар яуа.
Ҡышҡы иртәне
Тағы ла ҡараңғылап.
Үтер ҙә китер кеүек көн —
Яҡтыра алмаҫ һымаҡ.

Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Хисмәт ЮЛДАШЕВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: