Фәнил БҮЛӘКОВ
* * *
Был донъяла беҙҙән ниҙәр ҡала?
Беҙҙән ҡала кескәй бер уба.
Шул убаға сәскән сәскәне лә
Ваҡыт йәлләмәйсә бер уба.
Был донъяла беҙҙән тупраҡ ҡала,
Һүнер хәтер баҙлай усаҡта.
Йылдар уҙған һайын юғала ла
Ихлас алыр кеше ҡосаҡҡа.
Был донъяла беҙҙән осҡон ҡала,
Ел тарата уның көлдәрен.
Һынау уҙған һайын кешеләргә
Еңелерәк яҙмыш елдәре.
Беҙҙән бары ерҙә тупраҡ ҡала,
Беҙҙән ҡала сабый балалар.
Тамырлылар ошо сөм тупраҡҡа
Яңы ғүмер, йәшәү һала ла.
Фәнил Бүләков.