Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
12 Март 2022, 11:05

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА ҮРҺӘЛӘНЕҮҮҙем булайым тип үрһәләнәм -Үрләр үрҙәрем күп.Моңһоҙ ҡалмайым тип маташыуым -Әйтер һүҙҙәрем күп.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

ҮРҺӘЛӘНЕҮ
Үҙем булайым тип үрһәләнәм -
Үрләр үрҙәрем күп.
Моңһоҙ ҡалмайым тип маташыуым -
Әйтер һүҙҙәрем күп.
Отороға иҫкән елдәре күп -
Үтатмаһы ҡаға.
Йылан булып, уҫал телдәре лә
Әлдән-әле саға.
Ауҙарһалар, төпһәләрҙә үҫер
Ҡайын-үргенде мин.
Бөкһәләр ҙә, тура ҡарап барам
Сәйнәп теҙгенде мин.
Иҙһәләр ҙә, наҙға иҙерәгән
Хыялый бер затмын -
Ташҡа ла аш менән яуаплаған
Шиғри хисле ҡатын...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: