Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Март 2022, 16:35

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА ТЫНЛЫҠҺөрәнләй тынлығым -Эстәге тауышым,Һиҙгәндә-тойғандаХәл-әхүәл айышын.

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
ТЫНЛЫҠ
Һөрәнләй тынлығым -
Эстәге тауышым,
Һиҙгәндә-тойғанда
Хәл-әхүәл айышын.
Мөмкинлек юҡ саҡта
Дөрөҫтө әйтергә
Ораным яңғырай
Ҡайҙалыр төпкөлдә.
Һөрәнләй өнһөҙлөк
Сараһыҙ сағымда,
Ҡалғанда ирекһеҙ
Тотҡонлоҡ ҡабында.
Ышанам: тынлыҡтың
Һүҙләнер телдәре,
Бәүелгән тәҡдирҙә
Бизмәндең герҙәре.
Ауышыр тыныслыҡ
Яғына донъябыҙ,
Ышанам: хаҡлыҡтан
Юғары булмабыҙ.
Ҡысҡыра, яр һала
Тынғыһыҙ тынлығым.
Шаңҡыта шаңдауы
Ғәләмдең шомлоғон...
 
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: